Ейәнсура районы

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район

Ейәнсура районы — Башҡортостандың көньяғында урынлашҡан, Ырымбур өлкәһе менән сиктәш. Майҙаны — 3 342 км2. Район үҙәге — Иҫәнғол ауылы, Өфөнән 337 км алыҫлыҡта.

Ейәнсура районы
Ейәнсура районы
Байраҡ[d]
Нигеҙләү датаһы 20 август 1930
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Иҫәнғол
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Сәғәт бүлкәте YEKT һәм UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 30 091 кеше (2002)[1],
29 979 кеше (2008)[2],
30 120 кеше (2009)[3],
27 626 кеше (2010)[4],
27 325 кеше (2012)[5],
26 821 кеше (2013)[6],
26 472 кеше (2014)[7],
26 019 кеше (2015)[8],
25 850 кеше (2016)[9],
25 582 кеше (2017)[10],
24 522 кеше (2021)[11]
Майҙан 3342,35 км²
Почта индексы 4533ХХ
Рәсми сайт zianchura.ru
Урынлашыу картаһы
Урындағы телефон коды 34785
Карта
 Ейәнсура районы Викимилектә

Географик урынлашыуы һәм климаты

үҙгәртергә

Район Йылайыр яҫы таулығының көнбайыш өлөшөндә ята, рельефы мередиональ убалар, тауҙар теҙмәһе менән бүленгән. Ер аҫтында нефть, ҡом, эзбизташ, доломит запастары табылған. Климаты континенталь һәм етерлек булмаған дымлы. Оло Эйек, Оло Һүрәм, Кесе Һүрәм, Әселе, Ҡаҫмарт, Ҡороюл, Өҫкәлек йылғалары аға. Тупрағы, ер өҫтө төҙөлөшө формаһына ҡарап, төрлөсә: һелтеһеҙләнгән һәм көлһыу-ҡара, ҡара-һоро урман һәм йоҡа ҡаты. Үҫемлектәр донъяһы урман-дала яғына оҡшаш. Урмандар (йүкә, имән, cаған, ҡайын, уҫаҡ) район майзанының 35 % самаһын биләй.

1930 йылдың 20 авгусында Йылайыр кантонынан бүленеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. 1934 йылдың аҙағында райондың көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш төбәктәре, район үҙәге- Ейәнсура ауылы менән бергә Ырымбур өлкәһенә бүленеп бирелә. Шул уҡ һанда район мөһим торлаҡ пункты Ҡыуандыҡ ҡасабаһын (урындағы тимер юл станцияһы менән ҡуша) юғалтты.

Булат Аҡмановтың «Ейәнсурамы, әллә Йәнсурамы?» тигән мәҡәләһенә («Башҡортостан», 24.01.2014) туҡталып үтмәксемен. Автор «беҙҙең районатамаһының башҡортса дөрөҫ әйтелеше һәм яҙылышы Йәнсура булырға тейештер» тигән фекерҙә. Быға дәлил итеп Бөйөк Ватан һуғышына тиклем район Йәнсура тип йөрөтөлә ине, заманында был атама урыҫсанан башҡортсаға яңылыш тәржемә ителгән, сөнки урыҫтарға йән ћүҙен әйтеүе ауырыраҡ, тимәксе. Шуға өҫтәп «сура» һүҙенә бары тик йән һүҙе генә ҡушылған исемдәр яһалыр булған тип, ошо фекерҙе раҫлаусы күп кенә миҫалдар килтерә. Бер ҡарағанда, хөрмәтле Булат ағай хаҡлы ла кеүек. Ләкин уның ейән ћүҙе менән исемдәр яһалыу мөмкинлеген инҡар итеүе менән бер ҙә килешеп булмай. Башҡортта уның Йәнсураһы ла, Ейәнсураһы ла, Йәнбайы ла, Ейәнбайы ла булған тип раҫлай алам. Бына минең «Заманалар ҡиссаһы» тигән тарихи хеҙмәтемдең геройы — Әлшәй Мәргәндең, бишенсе быуын тыуаһы буламы икән, үҙе хаҡында: «1908 йылдың 2 мартында Сурайға ҡунаҡҡа барған ваҡытта тыуғанмын. Шуның өсөн Ейәнбай тип ҡушҡандар исемде. Атаның йортонда мин — ейән. Ә паспортта Янбай тип яҙылған», — тип таныштырғайны. (Ҡарағыҙ: Быуаттар аманаты. Өфө: Китап. 2002. 353-сө бит). Тарихи документтарҙа (урыҫ телендә) Зьянгул, Джианбек, Зианбай, Джианбай, Джианчура, Дзианчура, Зианчура, Зьянчура, Зиянгул тигән («Материалы по истории БАССР», III том) әллә күпме кеше исеме теркәлгән. Хәҙер ҙә ана Иршат Зианбердин тигән бер тикшеренеүсебеҙ бар. Уның фамилияһын да мин башҡортса Ейәнбирҙин булырға тейеш тип иҫәпләйем. Шунан сығып ҡарағанда, әлеге райондың (Ырымбур губернаһының Орск өйәҙендәге элек Ейәнсура тигән ауыл да булған) исеме урыҫ телендә нәҡ ана шул Ейәнсура тигәндән Зианчурино, Зианчуринский тип алынған булыуы шик тыуҙырмай. Һәр хәлдә, «Йәнсура» булғандыр ул тигән версияны раҫлар өсөн дәлилдәр етерлек түгел[12].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
2002 30 091 [1]
2008 29 979 [2]
2009 30 120 [3]
Йыл Халыҡ һаны
2010 27 626 [4]
2012 27 325 [5]
2013 26 821 [6]
Йыл Халыҡ һаны
2014 26 472 [7]
2015 26 019 [8]
2016 25 850 [9]
Йыл Халыҡ һаны
2017 25 582 [10]
2021 24 522 [11]

Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 1 км2-ға 8 кеше. Районда 83 ауыл бар. Халҡының күбеһе — башҡорттар (71,5 %)[13]

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Хәрбиҙәр

үҙгәртергә

Cәйәсмәндәр

үҙгәртергә

Ғалимдәр

үҙгәртергә

Хужалыҡтың төрлө тармаҡ алдынғылары

үҙгәртергә

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре

үҙгәртергә

Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт эшмәкәрҙәре

үҙгәртергә

Артистар

үҙгәртергә

Композиторҙар

үҙгәртергә

Йырсылар

үҙгәртергә

Шағирҙар һәм яҙыусылар

үҙгәртергә

Журналистар

үҙгәртергә

Спортсылар

үҙгәртергә

Дин әһелдәре

үҙгәртергә

Административ төҙөлөшө

үҙгәртергә

2008 йылдың ноябренә ҡарата 15 ауыл биләмәһе бар:

  1. Абҙан ауыл советы — Абҙан ауылы
  2. Әбүләис ауыл советы — Малиновка ауылы
  3. Байыш ауыл советы — Байыш ауылы
  4. Байдәүләт ауыл советы — Сирғол ауылы
  5. Бикбау ауыл советы — Бикбау ауылы
  6. Иҫәнғол ауыл советы — Иҫәнғол ауылы
  7. Ҡаҙанболаҡ ауыл советы — Иҙелбәк ауылы
  8. Муйнаҡ ауыл советы — Үрге Муйнаҡ ауылы
  9. Яңы Петровка ауыл советы — Яңы Петровка ауылы
  10. Яңы Себенле ауыл советы — Ишемғол ауылы
  11. Һаҡмар ауыл советы — Һаҡмар ауылы
  12. Һүрәм ауыл советы — Күгәрсен ауылы
  13. Таҙлар ауыл советы — Таҙлар ауылы
  14. Үтәғол ауыл советы — Үтәғол ауылы
  15. Яңыбай ауыл советы — Яңыбай ауылы

Район иҡтисадының төп тармағы — ауыл хужалығы, ул мөгөҙлө эре мал үрсетеүгә һәм һарыҡсылыҡҡа махсуслашҡан. Иген һәм мал аҙығы культуралары, көнбағыш үҫтерелә.Районда һөт, кирбес, асфальт заводтары, юл һалыу-ремонтлау төҙөлөш идаралығы, механизацияланған күсмә колонна, урман хужалығы, «Агропромхимия», район электр селтәре берекмәләре эшләй. Ауыл хужлығы техникалары Иҫәнғол, Таҙлар һәм Абҙан ауылдарында ремонтлана.

Транспорт

үҙгәртергә

Ырымбур өлкәһендә урынлашҡан Һарыҡташ тимер юл станцияһы аша район Көньяҡ Урал тимер юл магистраленә сыға. Автомобиль юлдары Өфө, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Баймаҡ, Сибай ҡалалары менән тоташтыра.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2002 года. Численность населения субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более (урыҫ)
  2. 2,0 2,1 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
  3. 3,0 3,1 Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года (урыҫ)
  4. 4,0 4,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
  5. 5,0 5,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
  6. 6,0 6,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ)Росстат, 2013. — 528 с.
  7. 7,0 7,1 Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
  8. 8,0 8,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
  9. 9,0 9,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
  10. 10,0 10,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ)М.: Росстат, 2017.
  11. 11,0 11,1 Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
  12. Рәшит Шәкүр. Һәр атама ҡомартҡы. «Башҡортостан» гәзите, 2014 йыл, 21 февраль
  13. Население Башкортостана: XIX—XXI века: статистический сборник/ Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан.- Уфа: Китап, 2008.- 448 с.:ил.
  14. Башҡорт энциклопедияһы — Бикбулатов Зиннәт Төхфәт улы 2016 йыл 5 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 14 май 2019)
  15. Башҡорт энциклопедияһы — Ҡадиров Урал Ғаян улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 8 март 2018)
  16. Башҡорт энциклопедияһы — Рәхмәтуллин Ибраһим Ғәйзулла улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 18 февраль 2018)
  17. Башҡорт энциклопедияһы — Сафин Вадим Фәтхи улы 2016 йыл 5 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 1 апрель 2018)
  18. Башҡорт энциклопедияһы — Күсәков Сабир Мөхәмәтғәле улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2019)
  19. Башҡорт энциклопедияһы — Ҡыуатова Әлмира Шәриф ҡыҙы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 15 октябрь 2017)
  20. Башҡорт энциклопедияһы — Ҡыуатов Сафа Солтанморат улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 24 ғинуар 2019)

Һылтанмалар

үҙгәртергә