1 сентябрь
көнө
1 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 244-се (кәбисә йылында 245-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 121 көн ҡала.
1 сентябрь | |
![]() |
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | |||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Рәсәй: Белем көнө.
- Словакия: Конституция көнө.
- Үзбәкстан: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1900: Мәскәүҙә Павелецкий вокзалы файҙаланыуға тапшырыла.
- 1910: Рәсәй империяһында грампластинкалар сығарыусы тәүге предприятие — Апрелевка грампластинкалар заводы эш башлай.
- 1918: хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Үтәғол ауылында мәктәп асыла.
- 1920: РСФСР (артабан СССР) Телеграф агентлығының Башҡоростан бүлексәһе – БашТАСС ойошторола.
- 1929: Мәсәғүт педагогия училищеһы (бөгөн колледж) асыла.
- 1939: Бөрө дәүләт педагогия институты (хәҙер Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы) асыла.
- 1960: Күмертау ҡалаһында һуңыраҡ Ю. А. Гагарин исеме бирелгән 2-се интернат-мәктәп (хәҙер 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты) асыла.
- 1970: Нью-Йоркта шахмат буйынса тарихта беренсе компьютер турниры башлана.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Долматов Геннадий Константинович (1930), тау инженеры-геолог. 1956 йылдан «Уралцветметразведка» тресы Баймаҡ геология разведка партияһының баш инженеры, 1959 йылдан — Башҡортостан территориаль геология идаралығы Сибай геология разведка экспедицияһының баш геологы; 1967—1997 йылдарҙа хәҙерге Екатеринбург ҡалаһындағы «Урал геологик күсермә алыу экспедицияһы» (рус. «Уральская геологосъёмочная экспедиция») йәмғиәте хеҙмәткәре. Башҡортостандың Урал аръяғында баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарын асыусыларҙың береһе. Почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (1991). СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1980). Сығышы менән хәҙерге Свердловск өлкәһе Уралец ауылынан.
- Шамил Рәхмәтуллин (1930—22.04.2001), театр актёры, режиссёр, драматург, 1951—2001 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры, РСФСР-ҙың (1991), Башҡорт АССР-ының (1976) һәм Татарстан Республикаһының (2000) халыҡ артисы.
- Фәтих Иҡсанов (1935—19.10.1992), мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәре. 1964—1968 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры, 1972—1992 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы режиссёры; «Тальян гармун» республика байрамы инициаторы һәм уны ойошороусы, «Йәдкәр» фольклор ансамбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 1969 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1986). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Тирәкле ауылынан.
- Хәмит Ирғәлин (1950), яҙыусы, драматург. 2000 йылдан Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союздары ағзаһы.
- Филиппов Владимир Иванович (1955), СССР һәм Рәсәйҙең хәрби эшмәкәре. Генерал-полковник (2003). Чернобыль АЭС-ындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә (1988) һәм 1994—1996 йылдарҙа Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. 1973 йылдан Совет Армияһында, 1992—2010 йылдарҙа — Рәсәй Армияһында, шул иҫәптән 2002 йылдан — Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең радиациянан һаҡланыу, химик һәм биологик һаҡланыу ғәскәрҙәре начальнигы урынбаҫары, 2003 йылдан — начальнигы. 2008 йылдан Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының Фатирға урынлаштырыу идаралығы начальнигы, бер үк ваҡытта Рәсәй оборона министры урынбаҫары. 3-сө дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Тыуған илгә хеҙмәт иткәне өсөн», 4-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2008), Батырлыҡ, «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» ордендары кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Манзуров Сергей Марксович (1960), журналист. 1990 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. 1986 йылдан «Сибайский рабочий» гәзите хеҙмәткәре, 1993 йылдан — мөхәррир урынбаҫары, 2001 йылдан — бүлек мөдире; 2003—2004 йылдарҙа Сибай ҡалаһында нәшер ителгән «Уральский проект» гәзитенең баш мөхәррире. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1997). Сығышы менән Күмертау ҡалаһынан.
- Ғилманов Илдар Рәшит улы (1970), рәссам, 1997 йылдан хәҙерге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. 2003 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы ағзаһы.
- Ғәбиҙуллина Нурия Ғәзизйән ҡыҙы (1970), сәхнә биҙәүсе, М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы рәссамы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Фәниә Чанышева (1926—14.04.2018), башҡорт шағиры һәм журналисы.
- Ҡәҙим Аралбай (1941), Башҡортостандың халыҡ шағиры (2011), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт һәм бик күп әҙәби премиялар лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Нажиә Игеҙйәнова (1946), башҡорт шағиры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Станотин Иван Степанович (1912—1994), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, 1952—1963 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе. Ҡыҙыл Йондоҙ һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Һарытау өлкәһенең Чиганак ауылынан.
- Ғәлиев Вил Барый улы (1932), инженер-механик-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1988), профессор (1990). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1977), И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (1982).
- Әхмәт Ғайсин (1937—1982), журналист, шағир. 1966 йылдан КПСС, 1974 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Ванчухина Любовь Ильинична (1952), ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (2000), профессор (2013). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2008), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1998).
- Ноғманов Иҙрис Мөҙәрис улы (1952), яҙыусы, ауыл хужалығы ветераны. 2014 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Зөлҡәрнәев Тәлғәт Рәхимйән улы (1943), ғалим-гигиенист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003), Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Әбделмәмбәт ауылынан.
- Клемент Александр Васильевич (1948), архитектор, йәмәғәт эшмәкәре. 1985 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. 1988—2008 йылдарҙа «Архпроект» йәмғиәтенең директоры һәм генераль директоры. 1994—1997 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Архитекторҙар союзының идара рәйесе. Рәсәйҙең почётлы архитекторы. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1992).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Йосопов Ислам Йосоп улы (1924—16.04.1991), ғалим-инженер-радиотехник, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби-хеҙмәткәр. 1972—1991 йылдарҙа Өфө авиация институтының кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (1971), профессор (1978). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1985). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Буралы ауылынан.
- Әминев Әхмәт Ғата улы (1924—20.09.1999), СССР-ҙың партия, дәүләт һәм юғары мәктәп эшмәкәре, ғалим-иҡтисадсы. 1965—1973 йылдарҙа КПСС-тың Дүртөйлө район комитетының беренсе секретары, 1973—1982 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының ауыл хужалығы министры, 1982—1986 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты проректоры. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1972). РСФСР-ҙың VI саҡырылыш Юғары Советы, БАССР-ҙың VII—X саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
- Сафиуллин Ғабдулхаҡ Кашаф улы (1934), табип. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1975), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1976). Мәсетле районының почётлы гражданы (2009).
- Дәүләтшин Мөҙәрис Мөбәрәкйән улы (1939), ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, техник фәндәр докторы (2006), профессор (2006). Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының — Фән һәм мәғарифтең атҡаҙанған эшмәкәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Илек ауылынан.
- Ғәлләмов Риф Әмир улы (1944), хеҙмәт алдынғыһы. 1968 йылдан «Востокнефтепроводстрой» тресының экскаватор машинисы, 1980—1992 йылдарҙа — бригадиры. СССР‑ҙың Нефть һәм газ сәнәғәте предприятиелары төҙөлөшө министрлығы отличнигы (1987). СССР‑ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1987). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1984) һәм «Почёт Билдәһе» (1977) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Яңы Ҡормаш ауылынан.
- Надеждина Вера Александровна (1954), ғалим-тарихсы. 1980 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1987—2002 йылдарҙа тарих һәм культурология кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (2005), профессор (2012). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Балапанова Сара Хәйрулла ҡыҙы (1959), хеҙмәт ветераны. 1983—2016 йылдарҙа Баймаҡ район типорафияһы полиграфисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2004).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1855: Иннокентий Анненский, Рәсәй империяһы шағиры, драматург, тәнҡитсе һәм тәржемәсе.
- 1875: Эдгар Берроуз, АҠШ яҙыусыһы, Тарзан тураһында романдар авторы.
- 1885: Герман Грапов, Германия ғалимы, Боронғо Египетты өйрәнеүсе (египтолог).
- 1900: Казимеж Вилкомирский, Польша композиторы, дирижёр, виолончелист.
- 1900: Хосе Педро Сеа, Уругвай футболсыһы, Йәйге Олимпия уйындарының ике тапҡыр чемпионы.
- 1905: Тамара Абакелия, СССР рәссамы, скульптор.
- 1925: Рой Глаубер, АҠШ ғалимы, физика буйынса Нобель премияһы лауреаты (2005).
- 1945: Мостафа Бәлел, Төркиә яҙыусыһы, драматург һәм тәржемәсе.
- 1948: Альберт Әсәҙуллин, йырсы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1988), Татарстан Республикаһының халыҡ артисы (1998).
- 1950: Вәхит Әләкбәров, Рәсәй эшҡыуары.
- 1950: Михаил Фрадков, дәүләт эшмәкәре, 2004—2007 йылдарҙа Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе.
- 1980: Лара Пулвер, Англияның театр һәм телевидение актрисаһы.