9 июнь
дата
9 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 160-сы (кәбисә йылында 161-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 205 көн ҡала.
9 июнь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
9 июнь Викимилектә |
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
2024 йыл |
Ер: Аккредитация көнө.
- Архивтар көнө.
- Дуҫтар көнө.
- Уганда: Батырҙар көнө.
- Көньяҡ Америка, Уругвай: Көньяҡ Америка футболы көнө.
- Аргентина: Геологтар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Совет ғәскәрҙәренең Германиялағы төркөмө көнө.
- 1719: Пётр I Рәсәй империяһы губерналарын провинция һәм өйәҙҙәргә бүлә.
- 1883: Мәскәүҙә хәҙерге Дәүләт тарих музейы тантаналы асыла.
- 1921: Өфөлә Башҡорт АССР-ының Үҙәк фәнни китапханаһы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы) асыла.
- 1945: Совет ғәскәрҙәренең Германиялағы төркөмө ойошторола.
- 1950: Өфө лак-буяу заводы эшләй башлай.
- 2018: «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале барышында Өфөлә Милли кейем байрамы үткәрелә. Уға 40-тан ашыу халыҡтың милли кейемендә 1192 кеше килә, һәм был Рәсәй рекорды итеп теркәлә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Мухачёва Элита Александровна (1930—15.04.2011), ғалим-математик. 1958 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1966—1973 йылдарҙа һәм 1977 йылдан юғары математика, 1984—1998 йылдарҙа — хисаплау математикаһы һәм кибернетика кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1984), профессор (1982). РСФСР-ҙың (1992) һәм Башҡорт АССР-ының (1985) атҡаҙанған фән эшмәкәре.
- Сопин Александр Леонидович (1960), хәрби хеҙмәт ветераны, запастағы полковник, дәүләт эшмәкәре. Салауат ҡала хакимиәтенең граждандарҙы һаҡлау идаралығы начальнигы, 2014—2016 йылдарҙа Өфө ҡалаһы Октябрь районы хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған экологы. Сығышы менән Пенза ҡалаһынан.
- Огородников Сергей Иванович (1965), спортсы. 1993—2000 йылдарҙа бодибилдинг буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Донъя (1996), Европа (1996) һәм Рәсәй (1993, 1996—1997) чемпионы. Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1994). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Баулы районы Поповка ауылынан.
- Исмәғилев Роберт Альберт улы (1980), Башҡортостан Республикаһының Ирекле көрәш федерацияһы президенты, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, билбау көрәше һәм көрәш буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры.
- Зөлҡәрнәев Артур Валерий улы (1995), спортсы. Билбау көрәше буйынса Рәсәй һәм донъя чемпионы. Рәсәйҙең спорт мастеры.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Сөләймәнов Риф Сафа улы (1936), хеҙмәт ветераны, ғалим-музыка белгесе‑фольклорсы. 1970 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре, 1990 йылдан — өлкән, 2007 йылдан —төп ғилми хеҙмәкәр. 1986 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Сәнғәт ғилеме докторы (2006). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1990). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2012).
- Батырова Мазидә Рәйес ҡыҙы (1946), хеҙмәт ветераны, архитектор. 1976—2003 йылдарҙа «Башнефтепроект» институтының проекттар буйынса баш архитекторы. 1979 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған архитекторы (1995). Бөтә Рәсәй архитектура проекттары смотры дипломанты (1989, Мәскәү), «2000 йылдың иң яҡшы проекты» республика конкурсы лауреаты (2001, Өфө). Сығышы менән хәҙерге Үзбәкстандың Андижан өлкәһе Асака ҡалаһынан.
- Алтынова Наилә Фаяз ҡыҙы (1951), дәүләт хеҙмәте ветераны, ғалим-философ. 1970 йылдан Башҡорт АССР-ы Юғары Советы аппаратының яуаплы хеҙмәткәре; 1994 йылдан Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы секретары, 2011—2017 йылдарҙа — рәйес урынбаҫары. Философия фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Помыкалов Илдар Валерьевич (1971), спортсы. 1993 йылдан еңел атлетика буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы, Паралимпия уйындарында ҡатнашыусы һәм уларҙың ике тапҡыр чемпионы (2000, 2004), шулай уҡ күп тапҡырҙар донъя, Европа һәм Рәсәй чемпионы, ошо ярыштарҙың көмөш һәм бронза призёры. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы (1993) һәм атҡаҙанған (2000) спорт мастеры. Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1997). Почёт (2006), Дуҫлыҡ (2002), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2004), Халыҡтар дуҫлығы (2000) һәм Салауат Юлаев (2008) ордендары кавалеры, 2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (2009) менән бүләкләнеүсе.
- Әлмөхәмәтов Илмар Разин улы (1971), режиссёр, мәҙәниәт өлкәһе эшмәкәре, педагог. 2011 йылдан Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры директоры, 2015 йылдан — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының генераль директоры, бер үк ваҡытта 2011 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2014).
- Бикбаев Азамат Иҙебай улы (1986), спортсы, классик (грек-рим) стилдәге көрәш буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2012).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Исхаҡов Ибраһим Ғата улы (1892—10.10.1985), уҡытыусы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1953), Ленин ордены кавалеры (1952).
- Кочетов Иван Данилович (1917—15.05.1943), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған осоусы, эскадрилья командиры, гвардия өлкән лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Горчаков Владимир Фролович (1937—1.09.2003), хеҙмәт алдынғыһы. 1960—1998 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе аппаратсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1979). 2-се (1986) һәм 3-сө (1978) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
- Гущин Петр Яковлевич (1937—21.08.2006), ғалим-ветеринария табибы, биология фәндәре докторы (1992), профессор (1994), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998). Сығышы менән элекке Азов-Ҡара диңгеҙ крайынын.
- Мәхмүтова Гөлдәр Мәхмүт ҡыҙы (1937), хеҙмәт ветераны һәм төҙөлөш тармағы алдынғыһы. 1956 йылдан «Салауатстрой» тресы штукатурсыһы, 1972—1992 йылдарҙа — штукатурсылар бригадиры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1981). Ленин (1985) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Иҫке Әпсәләм ауылынан.
- Ивушкин Владимир Иванович (1942—12.03.1999), хеҙмәт алдынғыһы. 1965—1993 йылдарҙа «Союзтелефонстрой» тресының монтажсы-йәбештереүсеһе. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры.
- Аҡылов Фәрит Яныбай улы (1947), технолог-байыҡтырыусы. 1974—2010 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1982 йылдан комплекслы бригада бригадиры; 2002 йылдан байыҡтырыу фабрикаһы начальнигы урынбаҫары, 2006 йылдан — төп корпус начальнигы; 2011—2012 йылдарҙа Гай тау-байыҡтырыу комбинатының байыҡтырыу фабрикаһы начальнигы. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1988). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1984).
- Тяпкин Николай Никитович (1947), хеҙмәт ветераны. 1966 йылдан Өфөләге «Родина» кинотеатры киномеханигы, инженеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Васильева Венера Әнүр ҡыҙы (1962), иҡтисадсы. 1980 йылдан хәҙерге Рәсәй Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы хеҙмәткәре, 2001 йылдан — етәксе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2010), Рәсәй Федерацияһы дәүләт статистикаһының почётлы хеҙмәткәре (2017), Статистика отличнигы.
- Ғүмәрова Ләйсән Фәнил ҡыҙы (1992), спортсы. Кикбоксинг буйынса юниорҙар араһында Рәсәй чемпионы (Нефтекама, 2011). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Булат ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Мазин Иван Васильевич (1913—25.10.1991), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, подполковник. 1969—1975 йылдарҙа Туймазы ҡалаһы һәм Туймазы районының граждандар оборонаһы штабы начальнигы. Ҡыҙыл Байраҡ, ике 2-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры. Туймазы ҡалаһының почётлы гражданы (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Варварино ауылынан.
- Яхин Фәйзелғаян Фәтҡулбаян улы (1923—25.06.1999), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1958—1987 йылдарҙа Илеш районы «Октябрь» колхозы рәйесе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Сығышы менән ошо райондың Йөннө ауылынан.
тулы исемлек
- Большаков Виктор Григорьевич (1938—13.04.2015), водитель. 1957—2006 йылдарҙа «Востокнефтепроводстрой» тресы водителе. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры (1984).
- Фәтихов Миңлехан Әбүзәр улы (1953), физик-ғалим. 1976 йылдан Башҡорт дәүләт университеты, 2002 йылдан — М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1997), профессор (2008).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Зенцов Пётр Иванович (1889—26.08.1920), Рәсәйҙәге революцион хәрәкәттә һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1905 йылдан РСДРП (б) ағзаһы. Өфө губернаһы Ғәҙәттән тыш комиссияһының (Уфимская губЧК) беренсе рәйесе (апрель—июль 1918).
- Ҡасимова Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы (1934), театр актёры, режиссёр, педагог. 1972 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1982—1984 йылдарҙа театр факультеты деканы, 1997—1999 йылдарҙа режиссура һәм актёр оҫталығы, 2008—2013 йылдарҙа — режиссура кафедраһы мөдире. Профессор (1997). Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2003), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1984), Удмурт Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014).
тулы исемлек
- Туҡтаров Варис Рәфҡәт улы (1959), зооинженер-ғалим. 1986 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (2001), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2015).
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1672: Пётр I, Рәсәй империяһының һуңғы Батшаһы (1682—1721) һәм беренсе Императоры (1721—1725).
- 1775: Георг Фридрих Гротефенд, Германия филологы, боронғо фарсы яҙмаларын уҡыуға нигеҙ һалыусы.
- 1840: Акакий Церетели, Грузия шағиры.
- 1865: Карл Нильсен, Дания композиторы, скрипкасы, дирижёр һәм педагог.
- 1875: Генри Дейл, Англия фармакологы, Нобель премияһының 1936 йылғы лауреаты.
- 1920: Владимир Юкин, СССР һәм Рәсәй рәссамы, пейзаж оҫтаһы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы (1995).
- 1930: Бен Абруззо, АҠШ-тың һауа шарында осоусыһы, Атлантик һәм Тымыҡ океандарҙы экипаж составында беренсе осоп сығыусы.
- 1930: Лин Картер, АҠШ-тың фантаст яҙыусыһы.
- 1950: Юрий Щекочихин, СССР һәм Рәсәй журналисы, яҙыусы, драматург, сценарист һәм телетапшырыуҙар алып барыусы.
- 1990: Лорен Сока, Англия актрисаһы.
- 2003: Таһирова Майя Авзал ҡыҙы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы.