Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия — КПСС-тың Миәкә район комитеты һәм район Советы башҡарма комитеты ҡарары менән 1989 йылдың 27 декабрендә булдырыла.

Лауреаттар

үҙгәртергә
  1. 1989 — ғалим һәм яҙыусы Рәшит Шәкүр — «Шиғриәт йондоҙо», «Быуаттар аша киләм» тигән китаптары өсөн.
  2. 1990 — ғалим Ә. Ханнанов — М. Аҡмулланың тормош юлын һәм ижадын өйрәнеү буйынса ғилми хеҙмәттәре өсөн.
  3. 1991 — сәсән Розалиә Солтангәрәева — Аҡмулла әҫәрҙәрен пропагандалағаны өсөн;
  4. 1992 — рәссам Зилфәт Басиров — Аҡмулланың скульптор портреты өсөн;
  5. 1993 — композитор Роза Сәхәүетдинова — Миәкә районы тураһында йырҙар циклы өсөн;
  6. 1994 — рәссам Риф Абдуллин — Миәкә районын һынландырған картиналары өсөн;
  7. 1995 — яҙыусы Ғәзим Шафиҡов — «Аҡмулла» повесы һәм «Башҡорт әҙәбиәтенең аҡ ыласыны» тигән китабы өсөн;
  8. 1996 — композитор Заһир Исмәғилев — «Аҡмулла» операһы өсөн;
  9. 1997 — яҙыусы Азат Мағазов — «Әйләнә тормош тирмәне» трилогияһының тәүге китабы өсөн;
  10. 1998 — драма артисы Нурия Ирсаева — Аҡмулла ижадын пропагандалағаны өсөн.
  11. 1999 — яҙыусы Хәкимйән Зарипов — район халҡына рухи тәрбиә биреүгә һалған хеҙмәте өсөн;
  12. 2000 — шағир Гөлфиә Юнысова — Миәкә районына арналған йыр һәм шиғырҙары өсөн;
  13. 2001 — яҙыусы Яныбай Хамматов — оло әҙәби мираҫы өсөн;
  14. 2002 — яҙыусы Рамазан Шәғәлиев — Аҡмулла ижадын пропагандалағаны өсөн;
  15. 2003 — драматург Наил Ғәйетбаев — «Аҡмулланың аҡ төндәре» әҫәре өсөн;
  16. 2004 — опера йырсыһы Йәмил Әбделмәнов — «Аҡмулла» арияһын башҡарғаны өсөн;
  17. 2005 — яҙыусы Факил Мырҙаҡаев — Мифтахетдин Аҡмулланың изге идеяларын тормошҡа ашырыу буйынса емешле хеҙмәте һәм район халҡы тормошон матбуғат биттәрендә сағылдырған өсөн;
  18. 2006 — рәссам Рәшит Имашев — Мифтахетдин Аҡмуллаға бағышланған картиналар йыйылмаһы өсөн;
  19. 2007 — яҙыусы Сәрүәр Сурина — Аҡмулла исемен мәңгеләштереү эшендәге хеҙмәте өсөн;
  20. 2008 — журналист Түләк Ғирфанов — Аҡмулла исемен матбуғат биттәрендә яҡтыртҡан өсөн;
  21. 2009 — фольклорсы-ғалим Әхмәт Сөләймәнов менән ҡыҙы Нәркәс Хөббитдинова — Аҡмулла тормошо һәм ижады тураһындағы «Аҡмулланы биргән Мең ҡәүеме фольклоры» тигән өс томлыҡ туплама өсөн;
  22. 2010 — яҙыусы Фәнис Янышев, (Мәжит Ғафури йорт-музейының директоры).
  23. 2011 — профессор Ахан Бекежан Аханович, (Ҡаҙағстан Республикаһының С.Баишев исемендәге Аҡ түбә университы Президенты) — Мифтахетдин Аҡмулланың ижади мираҫын таратыуы, Рәсәй һәм Ҡаҙағстан халыҡтары дуҫлығын нығытыу буйынса ғилми-ағартыу эше өсөн.
  24. 2012 — профессор Рәил Әсәҙуллин, (Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры) — Аҡмулла ижадын пропагандалауға индергән өлөшө өсөн.
  25. 2013 — Әхәт Сәлихов, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының ТӨРКСОЙ Халыҡ-ара ойошмаһында вәкиле — ғилми-ағартыу эше һәм Мифтахетдин Аҡмулланың ижади мираҫын халыҡ-ара кимәлдә таратыуға индергән ҙур өлөшө өсөн.
  26. 2014 — профессор Әхмәт Дәү­ләт­ҡолов, (Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы) — Аҡмулла ижадын пропагандалауға индергән өлөшө өсөн.
  27. 2015 — Мөхәммәт Мостафа улы Ғәлләмов, Өфө ҡалаһындағы «Ихлас» мәсетенең имам-хатибы — халыҡтар араһында берҙәмлекте, татыулыҡты нығытыуҙа ярҙам иткәне, йәмғиәттә конфессия-ара һәм милләт-ара дуҫлыҡты пропагандалағаны, ислам ҡанундарын тергеҙеүгә ҙур өлөш индергәне өсөн[1].
  28. 2016 —
  29. 2017 —
  30. 2018 — хеҙмәт ветераны Мусин Хәбир Хәләф улы, партия органдары һәм дәүләт эшмәкәре. 1992—2008 йылдарҙа Миәкә район хакимиәте башлығы[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә