19 март
көнө
19 март — григориан стиле буйынса йылдың 78-се (кәбисә йылында 79-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 287 көн ҡала.
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2019 йыл |
Байрамдар
- Рәсәй — Һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итеүселәр көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Закиров Әхмәт Закир улы (19.03.1911—29.03.1988), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкының взвод командиры, гвардия лейтенанты (1944). Советтар Союзы Геройы (1944).
- Фәррахов Миңлехажи Миңлевәли улы (19.03.1931—1.02.2003), нефтсе, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Ике Ленин (1971, 1986), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) һәм Халыҡтар дуҫлығы (1981) ордендары кавалеры.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ғаянов Илдар Ихсан улы (19.03.1957), рәссам, график. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2004).
- Казаков Виктор Александрович (19.03.1957), «Газпром Нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Мономер» заводы машинисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Әминев-Тамъяни Шафиҡ (19.03.1858—1936), башҡорт сәсәне.
- Моталов Миңләхмәт Ғилметдин улы (19.03.1928—5.04.2012), ғалим-тау инженеры-геолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Геология-минералогия фәндәре кандидаты (1961), профессор (1994). 1963 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы.
- Юртаев Сергей Федорович (19.03.1928—2012), автотрактор предприятиеһының элекке автослесары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рационализаторы. Күмертау ҡалаһының почётлы гражданы.
- Беляев Сергей Егорович (19.03.1938—9.10.2003), ғалим-педиатр, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1974), профессор (1978). Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡорт АССР-ының (1986) атҡаҙанған фән эшмәкәре. СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1982). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы Иҫке Ежов ауылынан.
- Янченко Вячеслав Михайлович (19.03.1938), граждандар авиацияһы осоусыһы, «Ту-104» һауа судноһы экипажы командиры, Советтар Союзы Геройы (1973).
- Сигачёв Владимир Николаевич (19.03.1958—1993 йылдан һуң), совет һәм Рәсәй клавишасыһы, гитарасы, йырҙар авторы. «DDT» төркөмөнә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, «Небо и земля» төркөмөн ойоштороусы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Софроний (донъяуи исеме Арефьев Иван Алексеевич; 19.03.1879—23.12.1937), дин әһеле. 1933—1934 йылдарҙа Өфө һәм Дәүләкән архиепискобы Дини тәғлимәт кандидаты. (1903). Архиепископ (1929), архимандрит (1915). Сәйәси золом ҡорбаны. Сығышы менән хәҙерге Ҡурған өлкәһенән.
- Нассонова Руфина Анатольевна (19.03.1939), ҡурсаҡ йөрөтөүсе актёр. 1961—1995 йылдарҙа Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры актёры. 1963 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР‑ының халыҡ артисы (1985). Бөтә Рәсәй драма һәм балалар театрҙары спектаклдәре конкурсы дипломанты (1970). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ғиззәтуллин Ринат Сәхи улы (19.03.1949), ғалим-зоотехник, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1995—2000 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетының кафедра мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2005), профессор (2006). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2010).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1949 — Валерий Леонтьев, совет һәм Рәсәй йырсыһы, актёр, манси милләтенән.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1963 — Әкрәм Вәли, балалар яҙыусыһы, тәржемәсе.