18 сентябрь
көнө
18 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 261-се көнө (кәбисә йылында 262-се). Йыл аҙағына тиклем 104 көн ҡала.
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | |||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Әзербайжан: Милли музыка көнө.
- Әрмәнстан: Астрономия көнө.
- Чили: Беренсе хөкүмәтте иҫкә алыу көнө.
Рәсми булмаған
- Секретарҙар көнө (сентябрҙең өсөнсө йомаһы).
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1793: Вашингтонда Капитолий төҙөү башлана.
- 1810: Чили бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә.
- 1851: «Нью-Йорк таймс» гәзитенең беренсе һаны донъя күрә.
- 1898: Хәҙерге Краснокама районының Яңы Бура ауылында мәктәп асыла.
- 1932: Берләшкән ике короллектең «Сәғүд Ғәрәбстаны» исемен алыуы тураһында иғлан ителә.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Яшин Захарий Михайлович (1885—1965), агроном, ғалим-инженер. 1938—1961 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты уҡытыусыһы, ауыл хужалығы машиналары кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1950—1958 йылдарҙа ауыл хужалығын механизациялау факультеты деканы. Рәсәй империяһында, шул иҫәптән илдең Үҙәгендә һәм Алыҫ Көнсығышында 1904—2012 йылдарҙағы революцион хәрәкәттә ҡатнашыусы. Техник фәндәр кандидаты (1935), профессор (1958). Социалистик ауыл хужалығы отличнигы (1943). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1955). Сығышы менән Ҡазан губернаһы Тәтеш өйәҙенән.
- Дәүләтҡолова Әнүзә Шәрифулла ҡыҙы (1935), хеҙмәт ветераны, почта элемтәһе алдынғыһы. 1955—1990 йылдарҙа Өфө почтамты почтальоны, шул иҫәптән 1964 йылдан — бригадир. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған элемтәсеһе (1974). СССР-ҙың элемтә мастеры (1969). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976). Советтар Союзында ошо юғары маҡтаулы исемгә лайыҡ булған өс почтальондың береһе.
- Зөбәржәт Йәнбирҙина (1945—9.05.2009), шағир. 1973 йылдан Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районының төрлө предприятие һәм учреждениелары хеҙмәткәре, 1992—1994 йылдарҙа һәм 2000—2009 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһының әҙәби консультанты; 1996—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының «Шишмә» Күмертау яҙыусылар ойошмаһы яуаплы секретары. 1990 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2006). Хәким Ғиләжев исемендәге премия ике тапҡыр лауреаты (2001, 2006).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Кокин Валерий Иванович (1956—15.01.2012), хәрби хеҙмәткәр һәм дәүләт эшмәкәре, ғалим. 2006—2012 йылдарҙа Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе, полиция генерал-лейтенанты. Философия фәндәре кандидаты (2009). Наркоконтроль органдарының почётлы хеҙмәткәре.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Куваев Сергей Иванович (1912—7.05.1991), СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, контр-адмирал, I дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы) Рождественский ауылынан.
- Мәжитов Ринат Марсель улы (1967), бейеүсе, 1995—2012 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Костарев Антон Дмитриевич (1928—15.08.1985), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1958—1975 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Бөрө районы «Урал» колхозының тракторсыһы, бригадиры һәм механизацияланған отряд етәксеһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
- Семёнов Александр Сергеевич (1933), мәғариф һәм йәмәғәт эшмәкәре, хеҙмәт ветераны. 1976—1998 йылдарҙа Стәрлетамаҡтағы 48-се һөнәри училище директоры, 1998—2000 йылдарҙа ҡаланың ветерандар Советы рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған һөнәри-техник белем биреү уҡытыусыһы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы (1996). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Берёзовка ауылынан.
- Сахно Зинаида Андреевна (1938—7.02.2008), театр рәссамы. 1977 йылдан СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре, 1980 йылдан — Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1977). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Николаевка ауылынан.
- Харрасов Мөхәмәт Хәдис улы (1948), ғалим-физик, юғары мәктәп, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2000-2010 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты ректоры. Башҡортостан Республикаһының 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының ағза-корреспонденты (2002), Чечен Республикаһы Фәндәр Академияһының почётлы академигы (2008), физика-математика фәндәре докторы (1995), профессор (1996), Башҡортостан Республикаһының (1997) һәм Рәсәй Федерацияһының (2008) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001) һәм мәғариф отличнигы (2003).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Третьякова Ольга Николаевна (1909—19.09.1975), ғалим-ветеринария табибы. 1948—1963 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты уҡытыусыһы. Ветеринария фәндәре докторы (1968), профессор (1968). Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Ҡыҙылурҙа ҡалаһынан.
- Баскаков Анатолий Михайлович (1939—16.10.2010), ғалим-педагог, комсомол һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1986–1994 йылдарҙа хәҙерге Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтының педагогика һәм психология кафедраһы мөдире. Педагогия фәндәре докторы (2000), профессор (2001). Почёт ордены кавалеры (1994). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Крепостной Йылайыр ауылынан.
- Плечев Владимир Вячеславович (1949), ғалим-хирург. 1976 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1993 йылдан — госпиталь хирургияһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта БДМУ клиникаһының хирургия хеҙмәте етәксеһе. Афған һуғышы һәм Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы, медицина хеҙмәте полковнигы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2018), медицина фәндәре докторы (1990), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999). Рәсәй Федерацияһының (2010) һәм Башҡортостан Республикаһының (1995) атҡаҙанған табибы, һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007), Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2013) һәм А. Н. Бакулев исемендәге премия (2004) лауреаты.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1709: Сэмюэл Джонсон, Англия тәнҡитсеһе, шағир.
- 1819: Жан Бернар Леон Фуко, Франция физигы.
- 1925: Ғариф Ахунов, Татарстан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1783: Леонард Эйлер, Германия математигы.
- 1911: Пётр Аркадьевич Столыпин, Рәсәй империяһы сәйәсмәне.
- 1964: Шон «Джон» О’Кейси, Ирландия драматургы.
- 2002: Рәфил Нәбиуллин, СССР һәм Рәсәй театр актёры, Рәсәйҙең атҡаҙанған (2000) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989).