Көнтүгеш (рус. Кунтугушево) — Башҡортостандың Балтас районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 247 кеше[2]. Почта индексы — 452990, ОКАТО коды — 80208816007.

Ауыл
Көнтүгеш
рус. Кунтугушево
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Балтас районы

Ауыл биләмәһе

Көнтүгеш ауыл Советы (Балтас районы)

Координаталар

55°57′53″ с. ш. 56°04′02″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1711

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1735

Халҡы

247[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452990

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 208 816 007

Код ОКТМО

80 608 416 126

Көнтүгеш (Рәсәй)
Көнтүгеш
Көнтүгеш
Көнтүгеш (Башҡортостан Республикаһы)
Көнтүгеш

Ауылға нигеҙҙе Ҡара Табын ҡәбиләһе Ҡыр Танып ырыуы башҡорттары һалған.

Ауылға башҡорттар Ҡыр Танып улусының (Ҡара Табын башҡорт ҡәбиләһе) үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Ауыл беренсе тапҡыр XVIII быуатта телгә алына.

1795 йылда Мата йылғаһы буйындағы Көнтүгеш ауылында 12 йортта 101 башҡорт йәшәгән. 3 йортта 12 мишәр, 3 йортта 14 типтәр була. Документтарҙан күренеүенсә, бында мишәр һәм типтәрҙәр «Ҡыр Танып улусы башҡорттары рөхсәте буйынса» төпләнгәндәр. Типтәрҙәр Өфө провинцияһы Ырымбур экспедицияһының (етәксеһе И. К. Кирилов) 1735 йылдың 7 май указына ярашлы индерелгән. Мишәрҙәрҙең килеү ваҡыты әлегә билдәһеҙ.

1816 йылда ауылда 74 башҡорт, 16 мишәр, 20 типтәр йәшәгән. 1834 йылда (VIII ревизия), бында 216 башҡорт, 48 мишәр, 30 типтәр иҫәпләнә. 1857-59 йылдарҙа (X ревизия) 50 йортта 295 башҡорт, 20 йортта 162 мишәрҙәр һәм типтәр йәшәгән.

Ауыл башҡорттары 10-сы башҡорт кантонына ҡараған һәм 1863 йылға тиклем Башҡорт ғәскәре составында хеҙмәт иткән (сик буйын һаҡлаған, хәрби походтарҙа ҡатнашҡан). Ауыл башҡорттары 10-сы һәм 5-се башҡорт полктары составында (өлөшләтә) 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаша.

1906 йылда бында 155 йортта 906 кеше, 1920 йылда 202 йортта 1046 башҡорт һәм мишәр йәшәгән[3].

Халыҡ малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгән. 1843 йылда 216 башҡорт 1528 бот (йән башына яҡынса 7 бот) ҡышҡы һәм яҙғы ашлыҡ сәсә. Халыҡ ваҡ мал (129 һарыҡ, 89 кәзә), умартасылыҡ һәм солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән.

Ауыл атамаһы «Көнтүгеш», «Көндүгеш» тип тип тә йөрөтөлә. «Көнтыуғыш», «Көнтыуыш» тигән вариант һүҙлектәрҙә осрай. Был фараз буйынса мәғәнәһе «көн тыуыу», рус телендә «восходить» тип ҡарала[4].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 247 114 133 46,2 53,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Былар ҡыҙыҡлы

үҙгәртергә

Башҡорт кешеһе Фәсфритдин Миндиянов Наваевтың улы (уның улдары Науширван, Ғилман, Лоҡман) 1789 йылдан алып 4 тапҡыр Яйыҡ йылғаһы буйлап Ырымбур сик һаҡлау хеҙмәтен үтәй (хәҙер: Урал)[3].

Исемдәре:[5]

Гагарин урамы

Есенин урамы

Жуков урамы

Интернациональ урам

К.Маркс урамы

Ленин урамы

Пушкин урамы

Р.Зорге урамы

С.Юлаев урамы

Совет урамы

Мәктәп урамы

Географик урыны

үҙгәртергә

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә
  • Хәкимйәнова Йәмиға Хәкимйән ҡыҙы (1918, Көнтүгеш- 2014), Октябрь Революцияһы ордены кавалеры

Видеояҙмалар һәм ваҡытлы матбуғатта

үҙгәртергә
  • Хәйретдинова А. «Көнтүгеш бандиттары». «Башҡортостан» гәзите, 2016, 5 август[7].
  • Аида Хәйртдинова. Көнтүгеш авылының зур галиме. «Балтач таңнары» гәзите, 2013, 30 апрель. (тат.) (Тикшерелеү көнө: 20 ноябрь 2018)
  • YouTube сайтында Видео «Һаумыһығыҙ,ауылдаштар!» байрамы (2018)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә