30 декабрь
көнө
30 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 364-се көнө (кәбисә йылында 365-се). Йыл тамамланыуға 1 көн ҡала.
30 декабрь | |
![]() |
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Мадагаскар: Республика көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1922: СССР ойошторола.
- 1980: Хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Археология һәм этнография музейы асыла.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ханов Сыңғыҙ Һаҙый улы (1915—1941), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе. 1937—1940 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт нәшриәтенең сектор мөдире. СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Һаҙыева Салиха Йосопйән ҡыҙы (1925), хеҙмәт ветераны, китапханасы. 1944 йылдан Йомағужа район социаль тәьминәт бүлеге мөдире, 1946 йылдан ВЛКСМ-дың Йомағужа райкомы секретары, бүлек мөдире. 1952—1984 йылдарҙа Мәсетле район китапханаһы директоры, 1978 йылдан — үҙәкләштерелгән китапхана системаһы директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981). Сығышы менән Мәсетле районының Дыуан-Мәсетле ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Бураҡаев Диҡҡәт Насретдин улы (1932—1981), ғалим-геолог, геология-минералогия фәндәре кандидаты, журналист, балалар яҙыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Гусев Владимир Георгиевич (1942), ғалим-инженер-электромеханик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1987), профессор (1988). Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡортостан Республикаһының (1991) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1983). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Пеганов Николай Леонидович (1948—30.06.2006), рәссам, юғары мәктәп уҡытыусыһы, доцент (1997). 1980 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1997).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Новокщенов Василий Сергеевич (1899—21.12.1975), инженер. 1943—1951 һәм 1955—1964 йылдарҙа Өфө нефть эшкәртеү заводының баш инженер урынбаҫары. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Сталин премияһы лауреаты (1949). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1944). Сығышы менән хәҙерге Волгоград ҡалаһынан.
- Рәимов Риф Мөҡсин улы (1904—15.02.1953), ғалим-тарихсы, партия эшмәкәре. 1937—1941 һәм 1945—1953 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһының Тарих институты (Мәскәү) өлкән ғилми хеҙмәткәре, башҡорт халҡының тарихын өйрәнеүсе. 1942—1943 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты доценты, 1943—1944 йылдарҙа ВКП (б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты секретаре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Тарих фәндәре докторы (1950).
- Фәнил Әсәнов (1929—31.01.1995), яҙыусы, журналист, йәмәғәт эшмәкәре. 1970—1983 йылдарҙа СССР Тыныслыҡты яҡлау комитеты Башҡортостан республика бүлексәһенең яуаплы секретары. 1958 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1966 йылдан — Яҙыусылар союздары ағзаһы. РСФСР-ҙың (1980) һәм Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1673: Әхмәд III, Ғосман империяһының 23-сө солтаны.
- 1865: Редьярд Киплинг, Англия яҙыусыһы, новеллалар оҫтаһы.
- 1879: Рамана Махарши, Һиндостан дин әһеле, философ.
- 1904: Дмитрий Кабалевский, СССР композиторы, дирижёр, педагог,
- 1975: Тайгер Вудс, АҠШ-тың гольф уйынсыһы.
- 1984: Леброн Джеймс, АҠШ баскетболсыһы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1944: Ромен Роллан, Франция яҙыусыһы.
- 1968: Кирилл Мерецков, Советтар Союзы Маршалы.
- 2006: Сәддам Хөсәйен, 1979—2003 йылдарҙа Ираҡ президенты.