Дан ордены
Дан ордены — CCCР-ҙың хәрби ордены, СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 8 ноябрендәге «I, II һәм III дәрәжә Дан орденын булдырыу тураһында» Указына ярашлы булдырыла. Орден менән Ҡыҙыл Армияһының старшиналары һәм сержанттары, рядовой составы хәрбиҙәре, ә авиацияла — шулай уҡ кесе лейтенант званиеһындағы хәрбиҙәр бүләкләнә. Орден шәхси ҡаҙаныштар өсөн генә тапшырылған, хәрби частар һәм берләшмәләргә ул бирелмәгән.
Дан ордены | |||
I дәрәжә | |||
---|---|---|---|
| |||
II дәрәжә | |||
| |||
III дәрәжә | |||
| |||
Ил | |||
Награда төрө | |||
Статус |
бирелмәй | ||
Статистика | |||
Параметрҙара |
Диаметр 46 мм | ||
Раҫланған ваҡыты | |||
Беренсе бүләкләү | |||
Бүләкләнгәндәр иҫәбе |
более 1 млн | ||
Сиратлылыҡ | |||
Өлкәнерәк награда | |||
Кесерәк награда | |||
[[commons:Category: Order of Glory Викимилектә|Дан ордены]] Викимилектә |
Дан ордены үҙенең статуты һәм таҫма төҫө буйынса тулыһынса тиерлек революцияға тиклемге Рәсәй империяһының иң хөрмәтле наградаһын — Георгий тәреһен — ҡабатлай.
Георгий тәреһенән айырмалы рәүештә Дан орденының өс дәрәжәһе була, уларҙың иң юғарыһы — I дәрәжә — алтын, ә II һәм III дәрәжә — көмөш (икенсе дәрәжә билдәһенең медальоны алтын менән ялатылған). Орден статутына ярашлы, бүләкләү ҡәтғи тәртиптә түбәнге дәрәжәнән башлап юғарғыһына табай үткәрелергә тейеш.
Бөйөк Ватан һуғышы алыштарындағы айырыуса ҡаһарманлыҡтары һәм башҡа хәрби конфликттарҙағы батырлыҡтары өсөн миллионға яҡын III дәрәжә Дан ордены, 46 меңдән ашыу — II дәрәжә һәм 2678 — I дәрәжә орденд тапшырылған. Аныҡланған мәғлүмәттәр буйынса, Дан орденының тулы кавалерҙары 2671 кеше иҫәпләнә, улар араһында дүрт ҡатын-ҡыҙ. 7 кеше I дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнгән, әммә тулы кавалер булып һаналмаған.
Тулы орден кавалерҙары — штурмлау авиация полкы летчигы Иван Григорьевич Драченко, диңгеҙ пехотасыһы Павел Христофорович Дубинда һәм артиллеристар Кузнецов Николай Иванович, Алешин Андрей Васильевич шулай уҡ һуғыш йылдарында Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған.
1945 йылдың 14 ғинуарында Висла-Одер операцияһы барышында Висла йылғаһының һул яҡ ярында күрһәтелгән ҡаһарманлыҡтары һәм батырлыҡтары өсөн 77-се гвардия Лени, Суворов һәм Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Чернигов уҡсылар дивизияһының 215-се Ҡыҙыл Байраҡ орденлы полкы 1-се батальонының бөтә рядовойҙары, сержанттары һәм старшиналары Дан ордены менән бүләкләнә, әлеге батальондың рота командирҙары — Ҡыҙыл Байраҡ орденына, взвод командирҙары — Александр Невский орденына, батальон командиры Б. Н. Емельянов һәм взвод командиры Гурьев Михаил Николаевич «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була. Шулай итеп, был — бер алыш өсөн бөтә яугирҙар Дан орденын алған берҙән-бер берләшмә була. 1-се уҡсылар батальоны яугирҙарының күмәк батырлығы өсөн 69-сы армияның Хәрби Советы уға почетлы «Дан батальоны» исемен бирә[1].
Орден статуты
үҙгәртергәДан ордены менән Ҡыҙыл Армияның овет Ватаны өсөн яуҙарҙа ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткән рядовой һәм сержант составындағы яугирҙар, ә авиацияла шулай уҡ кесе лейтенант званиеһында булғандар бүләкләнә.
Дан орденының өс дәрәжәһе бар: I, II һәм III дәрәжәләр. Ордендың юғары дәрәжәһе — I дәрәжә. Бүләкләү эҙмә-эҙлекле эшләнә: тәүҙә өсөнсө, шунан — икенсе һәм, ниһайәт, беренсе дәрәжәһе бирелә.
Ниндәй батырлыҡ өсөн Дан ордены бирелә:
- Беренсе булып дошман урынлашҡан урынға барып инеү һәм шәхси батырлығы менән дөйөм уңышҡа булышлыҡ иткән өсөн;
- Янып киткән танкыла хәрби бурысты үтәүҙе дауам иткән өсөн;
- Ҡурҡыныс аҫтында часть байрағын дошмандан һаҡлап ҡалған өсөн;
- Шәхси ҡоралдан мәргән атыу менән 10-дан 50-гә тиклем дошман һалдатын һәм офицерын юҡ иткән өсөн;
- Алышта танкыға ҡаршы ҡоралдан иң кәмендә ике танкыны сафтан сығарған өсөн;
- Ҡул гранатаһы менән һуғыш яланында йәки дошман тылында берҙән өскә тиклем танкыны юҡ иткән өсөн;
- Артиллерия йәки пулемёт уты менән иң кәмендә өс дошман самолетын юҡ иткән өсөн;
- Хәүеф-хәтәргә ҡрамайынса дошман ДЗОТ-ына (дот, окоп йәки блиндажға) беренсе булып бәреп инеп, ҡыйыулыҡ менән дошман гарнизонын юҡ иткән өсөн;
- Шәхсән разведка һөҙөмтәһендә дошман оборонаһының йомшаҡ урындарын билдәләгән һәм беҙҙең ғәскәрҙәрҙе дошман тылына алып барып сығарған өсөн;
- Шәхсән зирәклеге һәм ҡыйыулығы менән дошман позицияһына яҡынлашып, уның пулемётын йәки минометын юҡҡа сығарған өсөн;
- Төнгө сабауылда дошман хәрби складын юҡ иткән өсөн;
- Ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, алышта командирҙы туранан-тура хәүефтән ҡотҡарған өсөн;
- Дошман уты аҫтында алға барған подразделение өсөн дошман сым кәртәһе аша үтер өсөн юл яһаған өсөн;
- Ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, дошман уты аҫтында бер нисә алыш дауамында яралылар ярҙам күрһәткән өсөн;
- Ҡыйратылған танк эсендә ҡалып, танк ҡоралынан хәрби бурысты үтәүен дауам иткән өсөн;
- Дошман колоннаһына танкыла бәреп инеү, уны ҡыҫырыҡлау һәм хәрби бурысты үтәүен дауам иткән өсөн;
- Үҙенең танкыһы менән бер йәки бер нисә дошман орудиеһын йәки икенән дә кәм түгел пулемёт ояһын юҡҡа сығарған өсөн;
- Разведкала булып, дошман тураһында ҡиммәтле мәғлүмәт тапҡан өсөн;
- Осоусы-истребитель һауа алышында икенән дүрткә тиклем дошман самолет-истребителен йәки өстән алтыға тиклем самолет-бомбардировщикты юҡҡа сығарған өсөн;
- Осоусы-штурмовик һөжүм һөҙөмтәһендә икенән биш дошман танкыһына тиклем йәки өстән алтыға тиклем паровозды юҡҡа сығарған, йәки тимер юлы станцияһында эшелонды шартлатҡан йәки дошман аэродромында икенән дә кәм түгел самолетты юҡ иткән өсөн;
- Осоусы-штурмовик һауа алышында ҡыйыу ғәмәлдәр һөҙөмтәһендә бер йәки ике дошман самолетын юҡ иткән өсөн;
- Көндөҙгө бомбардировщик экипажы тимер юл эшелонын юҡҡа сығарған, күперҙе, яғыулыҡ, боеприпастар складын, ниндәй ҙә булһа дошман подразделениеһы штабын шартлатҡан, тимер юлы станцияһын йәки перегонды емергән, электр станцияһын, быуаны шартлатҡан, хәрби судноны, транспортты, катерҙы юҡҡа сығарған, икенән дә кәм түгел дошман самолетын аэродромға юҡ иткән өсөн;
- Еңел төнгө бомбардировщик экипажы боеприпастар, яғыулыҡ складын шартлатҡан, дошман штабын юҡҡа сығарған, тимер юлы эшелонын шартлатҡан, күперҙе емергән өсөн;
- Алыҫ төнгө бомбардировщик экипажы тимер юлы станцияһын емергән, боепрпастар, яғыулыҡ складын шартлатҡан, порт ҡоралмаларын емергән, диңгеҙ транспортын йәки тимер юлы эшелонын юҡ иткән, мөһим заводты йәки фабриканы емергән йәки яндырған өсөн;
- Көндөҙгө бомбардировщик экипажы һауа алышындағы ҡыйыу ғәмәлдәре арҡаһында бер йәки ике самолетты юҡҡа сығарған өсөн;
- Разведка экипажы уңышлы разведка һөҙөмтәһендә дошман тураһында алынған мәғлүмәттәр өсөн.
Дан ордены менән бүләкләү СССР Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы үткәрелә.
Дан орденының бөтә өс дәрәжәһе менән наградланғандар артабанғы хәрби званиеға лайыҡ булыу хоҡуғын ала:
- рядовой, сержант һәм ефрейтор — старшина;
- старшина званиеһындағылар — кесе лейтенант;
- кесе лейтенант (авиацияла) — лейтенант.
Дан ордены күкрәктең һул яғында һәм СССР-ҙың башҡа ордендары булған осраҡта «Почёт Билдәһе» орденының һуң урынлаштырыла.
Орден тасуирламаһы
үҙгәртергәДан ордены көлһыу төҫтәге биш осло йондоҙҙан ғибәрәт, ҡапма-ҡаршы түбәләре араһы — 46 мм. Йондоҙ нурҙарының өҫтө бер аҙ ҡабарынҡы. Йондоҙҙоң алғы яғының уртаһында 23,5 мм диаметрлы түңәрәк медальон, унда — рельефлы Спас башняһы менән Кремль һүрәте. Түңәрәк медальондың өҫкө өлөшөндә — лавр веногы. Түңәрәктең аҫҡы өлөшөндә ҡыҙыл эмаль таҫмала ҡабарынҡы хәрефтәр менән «СЛАВА» тип яҙылған.
Ордендың артҡы яғында — 19 мм диаметрлы түңәрәк, уның уртаһында рельефлы хәрефтәр менән «СССР» тип яҙылған.
Ордендың алғы яғы ситтәренән һәм түңәрәкте уратып ҡабарынҡы күтәрмә эшләнгән.
I дәрәжә ордены билдәһе алтындан эшләнә (950-се проба). I дәрәжә орденында алтын күләме — 28,619±1,425 г. Дөйөм ауырлығы — 30,414±1,5 грамм.
II дәрәжә ордены билдәһе көмөштән эшләнә, өҫтәүенә, Кремль менән Спас башняһы һүрәте һәм түңәрәк алтын менән ялатылған. II дәрәжә орденындағы көмөш күләме — 20,302± 1,222. Ордендың ауырлығы — 22,024±1,5 грамм.
III дәрәжә ордены көмөштән эшләнә, түңәрәге алтын менән ялатылмай. Көмөш күләме — 20,549±1,388 . Ордендың дөйөм ауырлығы — 22,260± 1,6 грамм.
Билдә элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында биш мөйөшлө ҡалыпҡа тоташтырыла, ҡалып 24 миллиметрлыҡ муар таҫма менән ҡапланған. Таҫмала бер тигеҙ киңлектәге аралаштырылған өс ҡара һәм ике ҡыҙғылт-һары төҫтәге һыҙаттар. Таҫма ситенән берешәр тар ҡыҙғылт-һары һыҙат үтә.
Орден тарихы
үҙгәртергәТәүҙә һалдат орденына Багратион исемен биреү күҙ уңында тотола. Туғыҙ рәссамдан торған төркөм 26 эскиз әҙерләй. А. В. Хрулев эскиздар араһынан 4 эскизды һайлап ала һәм 1943 йылдың 2 октябрендә уларҙы Сталинға күрһәтә. Орден 4 дәрәжәле булырға һәм ҡара-һары таҫмала — төтөн һәм ялҡын төҫтәрендә — күҙаллана. Н. И. Москалев Георгий таҫмаһын тәҡдим итә. Сталин таҫманы хуплай һәм әлеге орден, Суворов һәм Кутузов ордендары һымаҡ, 3 дәрәжәле була тигән ҡарарға килә. Еңеү данһыҙ булмай тип, Сталин орденды Дан ордены тип исемләргә тәҡдим итә. Ордендың яңы эскизы 1943 йылдың 23 октябрендә ҡабул ителә[2].
Дан ордены тулы кавалерҙары
үҙгәртергәII дәрәжә Дан орденының беренсе кавалерҙары — 385-се уҡсылар дивизиһының 665-се айырым сапер батальоны яугирҙары старшина М. А. Большов, ҡыҙылармеецтар С. И. Баранов һәм А. Г. Власов (10-сы армия ғәскәрҙәре буйынса 634-се һанлы бойороҡ, 10 декабрь 1943 йыл)[3].
1943 йылдың 28 декабрендә үк М. А. Большов<[4], С И. Баранов[5] һәм А. Г. Власов[6] I дәрәжә Дан орденына тәҡдим ителә, ләкин улар был орден менән СССР Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы 1945 йылдың 24 мартында ғына бүләкләнә, йәғни, наградаға тәҡдим ителгәндән һуң ун биш ай үткәндән һуң тиерлек.
Шулай итеп, М. А. Большов, С. И. Баранов һәм А. Г. Власов — хәрби ҡаһарманлыҡтары өсөн ордендың бөтә өс дәрәжәһенә 1943 йылда уҡ тәҡдим ителгән Дан орденының тулы кавалерҙары, әммә I дәрәжә Дан орденына тәҡдим ителгән саҡта уларға III һәм II дәрәжә ордендары тапшырылмаған була.
Большов, Баранов һәм Власовтан күпкә һуңғараҡ тәҡдим ителеүгә ҡарамаҫтан, рәсми рәүештә Дан орденының тәүге кавалерҙары тип ефрейтор М. Т. Питенин[7] һәм өлкән сержант К. К. Шевченко һанала[8] (СССР Юғары Советы Президиумы Указы, 22 июль 1944 йыл). Питенин Митрофан, наградаһын алып өлгөрмәй, һәләк була; Шевченко Константин һуғыштың аҙаҡҡы көнөнә тиклем һуғыша һәм Дан орденының бөтә дәрәжәләренән тыш 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм (һалдаттар һәм сержанттар араһында һирәк булған күренеш) Ҡыҙыл Байраҡ ордендары менән наградланған була.
1-се һанлы I дәрәжә Дан ордены гвардия өлкән сержанты Н. А. Залетовҡа (СССР Юғары Советы Президиумы Указы, 5 октябрь 1944 йыл) тапшырыла, әммә ул Дан орденының тәүге тулы кавалеры булмай.
Иң йәш Дан ордены тулы кавалеры — 8-се гвардия уҡсылар армияһы 82-се гвардия уҡсылар дивизияһы 185-се гвардия артиллерия орудиеһы командиры гвардия кесе сержант И. Ф. Кузнецов. I дәрәжә Дан орденына 1945 йылдың апрелендә тәҡдим ителгәндә уға бары 16 йәш тула (1928 йылдың 28 декабрендә тыуған), ә иң өлкән йәштәге кавалер — 42-се уҡсылар дивизияһы 459-сы уҡсылар полкы яугиры И. А. Ширяев (1891 йылдың 29 сентябрендә тыуған).
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа орден статуты буйынса эштәр алып барыла (бер үк дәрәжәле ордендар киләһе дәрәжәгә алмаштырыла). Ул ваҡытта Дан ордены тулы кавалерҙары өсөн бер ниндәй ҙә айырым документтар булмай. Бүләкләнгән кешегә дөйөм өлгөлө орден книжкаһы бирелә. Әммә 1967 һәм 1975 йылда Дан орденының тулы кавалерҙарына өҫтәмә льготалар индерелә һәм улар Советтар Союзы Геройҙары менән хоҡуҡтары буйынса тиңләнә. Атап әйткәндә, уларға Союз әһәмиәтендәге шәхси пенсия тәғәйенләнә, бик ҙур торлаҡ өҫтөнлөктәре, бушлай йөрөү һәм башҡалар. 1976 йылда Дан орденының тулы кавалерҙары өсөн махсус документ барлыҡҡа килә. Тәүге бындай книжкалар 1976 йылдың февралендә бирелә башлай.
Рәсәй Федерацияһының ғәмәлдәге ҡануниәте Дан орденының тулы кавалерҙарына совет осоронда бирелгән бөтә хоҡуҡтарҙы һәм өҫтөнлөктәрҙе раҫлай
Галерея
үҙгәртергә-
«СССР ордендары һәм миҙалдары» сығарылышынан СССР маркаһы (1945, рәссам А. Мандрусова, ЦФА 953-се һанлы).
-
«СССР ордендары һәм миҙалдары» сығарылышынан СССР маркаһы (1945, рәссам А. Мандрусова, ЦФА 960-сы һанлы).
-
2010 йылғы Рәсәй Банкының Дан ордены һүрәте менән Еңеүҙең 65-йыллыҡ хөрмәтенә Иҫтәлекле тәңкәһе
-
Рәсәй Банкының 2000 йылғы Иҫтәлекле тәңкәһе
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Великая Победа. «Батальон Славы».
- ↑ Балязин В. Н. За подвиг ратный и трудовой. — М.: Просвещение, 1987. — С. 147—148.
- ↑ Орден Славы
- ↑ Наградной лист Большова . Дата обращения: 23 май 2019. Архивировано из оригинала 5 март 2016 года. 2016 йыл 5 март архивланған.
- ↑ Наградной лист Баранова . Дата обращения: 23 май 2019. Архивировано из оригинала 19 сентябрь 2016 года. 2016 йыл 19 сентябрь архивланған.
- ↑ Наградной лист Власова . Дата обращения: 23 май 2019. Архивировано из оригинала 5 март 2016 года. 2016 йыл 5 март архивланған.
- ↑ Питенин Митрофан Трофимович
- ↑ Шевченко Константин Кириллович
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Дуров В. А. Русские и советские боевые награды / Государственный ордена Ленина исторический музей. — М.: Внешторгиздат, 1990. — С. 53—60.
- Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР. — Мн.: Народная асвета, 1986. — С. 50—53.
- Малинкин А. Н. Символика орденов СССР. Исследование по социологии награды. — М.: Фонд «Новое тысячелетие», 2005. — 136 с. — ISBN 5-86947-958-7.
- Горбачев А. Н. Многократные кавалеры орденов СССР. М.,2006
- Потрашков С. В. Награды СССР, России и Украины. — Белгород: Клуб семейного досуга, 2011. — С. 176—181. — ISBN 978-5-9910-1393-2.
- Потрашков С. В., Лившиц И. И. Награды Второй мировой войны. — М.: Эксмо, 2008. — С. 184—185. — ISBN 978-5-699-29296-7.
- Славы орден // Советская энциклопедия истории Украины: в 4-х томах = Радянська енциклопедія історії України (укр.) / Відп. ред. А. Д. Скаба. — К.: Гол. редакція УРЕ, 1972. — Т. 4. — С. 112.
- Смыслов О. С. Награды Великой Победы. — М.: Вече, 2010. — С. 125—134. — (История наград). — ISBN 978-5-9533-4637-5.
- Суржик Д. В. Награды Второй мировой войны. — М.: ОЛМА Медиа Групп, 2011. — С. 58—60. — ISBN 978-5-373-03798-3.
- Царёва Т. Б. Все награды Второй мировой войны. Ордена, медали и нагрудные знаки. — Ростов н/Д: Владис, 2010. — С. 60—64. — (Историческая библиотека). — ISBN 978-5-9567-0859-0.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Орден тарихы 2008 йыл 2 май архивланған.
- Дан ордены