11 апрель
көнө
11 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 101-се (кәбисә йылында 102-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 264 көн ҡала.
11 апрель | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
11 апрель Викимилектә |
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- : Паркинсон ауырыуына ҡаршы көрәш көнө.
- Фашист концлагерҙары тотҡондарын азат итеү көнө.
- Булдыҡһыҙ ҡулдар көнө.
- «Louie Louie» йыры көнө.
- Изге эштәр көнө.
- Ҡайын көнө.
- АҠШ: Йорт хайуандары көнө.
- Һыу аҫты кәмәһе көнө.
- Коста-Рика: Милли герой көнө.
- Либерия: Доға көнө.
- Уганда: Азатлыҡ көнө.
Төбәк байрамдары
- Ҡырым Республикаһының Конституция көнө.
- : Бөтә донъя анимешниктар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Хәрби-Диңгеҙ флотының химиктары көнө.
- 1147: Ипатьев йылъяҙмаһында тәүге тапҡыр Мәскәү телгә алына.
- 1832: Рәсәй империяһында «почётлы граждан» маҡтаулы исеме раҫлана.
тулы исемлек
- 1857: Ике башлы сәмреғош Рәсәй империяһы гербы итеп раҫлана.
- 1909: Израилдә Тель-Авив ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1942: 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына фронтҡа юллана.
- 1964: СССР-ҙа «Я шагаю по Москве» кинофильмының премьераһы була.
- 2008: АҠШ-та Журналистика һәм яңылыҡтар музейы асыла.
- 2008: «Салауат Юлаев» хоккей командаһы үҙ тарихында тәүге тапҡыр Рәсәй чемпионы була.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Собханҡолов Мәғәлим Әкрәм улы (1920—10.09.1976), ғалим-математик. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1954 йылдан Дүшәнбеләге В. И. Ленин исемендәге Тажик дәүләт университеты уҡытыусыһы, факультет деканы, кафедра мөдире. 1968—1970 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының математика анализ кафедраһы мөдире. Физика-математика фәндәре докторы (1963), профессор (1964). СССР-ҙың юғары мәктәбе, Тажик ССР-ының халыҡ мәғарифы отличнигы.
- Обыдённова Гөлнара Тәлғәт ҡыҙы (1955), ғалим-археолог, юғары мәктәп эшмәкәре. 1978 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1988 йылдан тарих факультеты деканы, 2007 йылдан — университеттың Тарих һәм хоҡуҡ белеме институты директоры, 2015 йылдан дөйөм тарих һәм тарихи мәҙәни мираҫ кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (2002), профессор (2002). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006). Сығышы менән Силәбе ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Тверяков Игорь Львович (1960), тренер, педагог. 1977 йылдан Өфөләге Олимпия резервының 18-се балалар-үҫмерҙәр махсус спорт мәктәбе уҡытыусы тренеры, 1993—2013 йылдарҙа — директоры. Йөҙөү буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1999) һәм халыҡ ара категориялы судья (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2000), Рәсәй Федерацияһының физик культура һәм спорт отличнигы (2005), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2000). Александр Невский (2013), Почёт (2010), Дуҫлыҡ (2006) ордендары кавалеры, 2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы (2002) менән бүләкләнеүсе.
- Солтанмагомедов Солтанмагомед Магомедтагирович (1965), ғалим-инженер-механик. 1991 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2004 йылдан үткәргес торба транспорты факультеты деканы, бер үк ваҡытта 2013 йылға тиклем Үткәргес торба системалары сервисы үҙәге директоры. Техник фәндәр докторы (2004). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2015). Сығышы менән хәҙерге Дағстан Республикаһының Шамил районы Уриб ауылынан.
- Ғатауллин Урал Миңлезар улы (1970), телеоператор. 1992 йылдан хәҙерге «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы юлдаш телевидениеһының оператор ассистенты, телеоператоры, 2013 йылдан — баш телеоператоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2014).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Малышев Юрий Михайлович (1931—7.03.2015), ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп эшмәкәре. 1963 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1973—1986 йылдарҙа уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор, 1972 йылда һәм 1986—2005 йылдарҙа нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте предприятиеларында иҡтисад һәм идара итеү кафедраһы мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы (1970), профессор (1972). РСФСР-ҙың (1981) һәм Башҡорт АССР-ының (1977) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Дуҫлыҡ ордены кавалеры (1998).
- Хәмиҙуллин Зөфәр Ғиниәт улы (1936—2013), педагог, журналист. 1973—2006 йылдарҙа «Кызыл таң» республика гәзите хәбәрсеһе. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Шәммәт ауылынан.
тулы исемлек
- Асҡаров Салауат Әхмәт улы (1946—9.12.2019), опера йырсыһы, педагог. 1969—1976, 1983—1984 йылдарҙа һәм 1987 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, бер үк ваҡытта хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының (2011) һәм Башҡорт АССР-ының (1984) халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1992) һәм Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге премия (1991) лауреаты.
- Ғәлина Дилә Мөхәмәт ҡыҙы (1946), хеҙмәт ветераны. 1977—2002 йылдарҙа Саҡмағош районы «Герой» колхозы рәйесенең иҡтисад буйынса урынбаҫары, баш бухгалтер; 2003—2017 йылдарҙа ауыл хужалығы идаралығы һәм «Агро» ассоциацияһы ревизоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1997). Сығышы менән ошо райондың Иҫке Ҡалмаш ауылынан.
- Рахматуллин Валерий Николаевич (1951), нефть һәм газ сәнәғәте ветераны, шағир. 1999 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы. Сығышы менән Мәләүез ҡалаһынан.
- Юнысова Айhылыу Билал ҡыҙы (1951), ғалим-тарихсы, 1983 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1999 йылдан яңы һәм өр яңы тарих кафедраһы мөдире. 2003—2016 йылдарҙа Этнологик тикшеренеүҙәр институты директоры. Тарих фәндәре докторы (1997), профессор (1999). Рәсәй Федерацияһының (2016) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Колосков Анатолий Михайлович (1956), педагог, 2014 йылдан Өфө районының Николаевка ауылындағы 2-се балалар сәнғәт мәктәбе директоры. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Ялалов Фәрит Ғәбделғәзиз улы (1951), педагог, юғары мәктәп эшмәкәре. Педагогия фәндәре докторы (2001), профессор (2003). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007). 1997 йылдан Түбәнге Кама муниципаль институтының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректоры, 2000 йылдан — ректоры; 2015 йылдан башлап Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының Татар энциклопедияһы һәм төбәкте өйрәнеү институтының директор урынбаҫары. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Һеңрән ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Дәүләткилдеев Ҡасим Сәлиғәскәр улы (1887—19.01.1947), рәссам, график. 1920-се йылдарҙа Мәғариф Халыҡ Комиссариатының Башҡорт дәүләт художество музейы һәм музей эштәре, сәнғәт ҡомартҡыларын һәм боронғо әйберҙәрҙе һаҡлау буйынса хеҙмәткәре, 1930—1935 йылдарҙа Башҡортостан сәнғәт техникумы уҡытыусыһы. 1937 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт һынлы сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- Кузнецов Алексей Александрович (1927—4.11.1990), рәссам, график, йәмәғәтсе. 1952—1976 йылдарҙа Башҡортостан художество фонды рәссамы, 1982 йылдан — Өфөлә йәшәй һәм эшләй. «Салауат Юлаевтан һорау алыу» (1955) киң билдәле картина авторы. 1955 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1966). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955).
тулы исемлек
- Батыршин Нәҡий Хурамша улы (1932—28.05.2002), инженер-төҙөүсе. 1956 йылдан Ҡаҙаҡ ССР-ының Рудный ҡалаһындағы «Соколоврудстрой» тресы мастеры, өлкән прорабы, бүлек начальнигы. Соколов-Сарбай тау-байыҡтырыу комбинатын этаплап төҙөү алымын эшләүсе һәм тормошҡа ашырыусы. 1971—1992 йылдарҙа «Татагрпромстрой» тресының 245-се механизацияланған күсмә колоннаһы төҙөүсеһе, баш инженеры һәм начальнигы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
- Сәлихов Рафаэль Ғирфан улы (1932—25.03.2017), театр актёры. 1953—2006 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).
- Кириченко Виктор Васильевич (1937), рәссам, педагог. 1963 йылдан Өфө ҡалаһындағы хәҙерге 2-се балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы һәм директоры. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Ставрополь крайының Серафимовка станицаһынан.
- Бүләкова Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы (1957), ғалим-әҙәбиәт белгесе. 1993 йылдан хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1997 йылдан башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте тарихы (хәҙер башҡорт филологияһы) кафедраһы мөдире. 2017 йылдан Мәжит Ғафуриҙең Өфөләге мемориаль йорт-музейы мөдире. Филология фәндәре кандидаты (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2012).
- Хужина Вәриҙә Ғәбделхәй ҡыҙы (1957), музыкант, педагог. Өфө балалар сәнғәт мәктәбенең скрипка һәм гитара буйынса уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Сафин Вадим Фәтхи улы (1933—7.09.2021), ғалим-психолог, педагог. 1969—2014 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1977—1982 йылдарҙа психология кафедраһы мөдире. Психология фәндәре кандидаты (1969), профессор (1990). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1990).
- Сөләймәнов Азат Мөҙәрис улы (1958), табип-хирург. Өфөләге 21-се ҡала клиник дауаханаһының яңаҡ-бит хирургияһы бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Әхмәҙинуров Рөстәм Марат улы (1968), ғалим-социолог, дәүләт хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Башҡортостан Республикаһының бишенсе һәм алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, 2022 йылдан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Рәйес урынбаҫары. 2019—2022 йылдарҙа «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан бүлексәһе Төбәк башҡарма комитеты етәксеһе. Социология фәндәре докторы (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре (2013), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2022).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Дауытов Әнүәр Ибраһим улы (1949), инженер-ғалим. 1978—2017 йылдарҙа Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты Күмертау филиалының өлкән уҡытыусыһы, доценты, факультет деканы һәм филиал директоры. Техник фәндәр кандидаты (1977), профессор (2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2009), Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2009). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһы Лениногорск районы Кесе Ҡаратай ауылынан.
- Бүләкова Маиза Ханнан ҡыҙы (1954—4.02.2024), бейеүсе, хореограф-педагог. Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы хореография бүлегенең элекке етәксеһе. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Учалы районының Миндәк ауылынан.
тулы исемлек
- Моталов Айрат Ғәйнетдин улы (1954), педиатр-ғалим. 1982—2014 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының һәм Башҡорт дәүләт медицина университетының Дипломдан һуң белем биреү институты уҡытыусыһы, педиатрия кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1994), профессор (1996). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2004). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Арыҫланов Исмәғил Ғәни улы (1959), инженер‑технолог-ғалим. 1987 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының Октябрьский филиалы уҡытыусыһы, 2001 йылдан — кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (2000). Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Һилейә ҡасабаһынан.
- Пятаева Наталья Вячеславовна (1964), рус теле белгесе-ғалим, 1994 йылдан Башҡорт дәүләт университетының һәм Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2008). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1755: Джеймс Паркинсон, Бөйөк Британия табибы.
- 1770: Джордж Каннинг, Бөйөк Британияның сәйәси эшмәкәре.
тулы исемлек
- 1810: Генри Кресвик Роулинсон, Бөйөк Британия дипломаты, шәрҡиәтсе, Яҡын Көнсығыштың боронғо тарихын өйрәнеүсе ассириология фәненә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- 1825: Фердинанд Лассаль (1825), Германия философы, юрист һәм иҡтисадсы.
- 1880: Иван Касаткин, Рәсәй империяһы һәм СССР яҙыусыһы, журналист, 1919—1922 йылдарҙа ВЧК хеҙмәткәре, артабан журналдар ойоштороусы һәм уларҙың мөхәррире.
- 1905: Леонид Тубельский, СССР яҙыусыһы, драматург.
- 1920: Питер О’Доннелл, Бөйөк Британия яҙыусыһы, сценарист.
- 1965: Ирина Безрукова, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, телетапшырыуҙар алып барыусы.
- 1985: Ли Гын Хо, Корея футболсыһы.
- 1936: Ризаитдин Фәхретдинов, тарихсы, педагог, әҙип.
- 1996: Ғәбит Әхмәров, Советтар Союзы Геройы (1944).