8 апрель
көнө
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | ||
2021 йыл |
8 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 98-се (кәбисә йылында 99-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 267 көн ҡала.
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1820: Грецияның Милос утрауында бөгөн Венера Милосская исеме менән билдәлелек алған статуя табыла.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Бларамберг Иван Фёдорович (1800—8.12.1878), Рәсәй империяһының хәрби һәм дәүләт эшмәкәре, топограф. 1843 йылдан Ырымбур айырым корпусының обер-квартирмейстер вазифаһын башҡарыусы һәм 1845—1855 йылдарҙа обер- квартирмейстеры. 1836 йылда һәм 1841—1855 йылдарҙа — Кавказ, Төркөстан һәм Урал, 1837—1840 йылдарҙа Фарсы иле буйлап географик экспедицияларҙа ҡатнашыусы; башҡорттар, татарҙар, сыуаштар һәм башҡа халыҡтар тураһында тасуирламалар авторы. Вятка, Ҡазан һәм Ырымбур губерналарында топография һәм картаға төшөрөү эштәре етәксеһе. Генерал-лейтенант (1862). 3-сө (1846) һәм 4-се (1831) дәрәжә Изге Владимир, Аҡ Бөркөт, 2-се (1841) һәм 3-сө (1830) дәрәжә Изге Анна, 3-сө дәрәжә Изге Станислав (1833) ордендары кавалеры. Сығышы менән Германияның Майндағы Франкфурт ҡалаһынан, 1824 йылда Рәсәй подданныйлығын ҡабул итә.
- Сәлиев Рәүил Зия улы (1940), ғалим-философ, социолог, юғары мәктәп эшмәкәре. 1990—1993 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының Сибай филиалы директоры, 1993—2009 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Философия фәндәре кандидаты (1981), доцент (1990). Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Түбә ауылынан.
- Шаталов Юрий Сергеевич (1940—1.09.1999), ғалим-инженер механик. 1966—1999 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1983 йылдан йылылыҡ техникаһының теоретик нигеҙҙәре кафедраһы, 1987 йылдан — ғәмәли математика һәм 1991—1998 йылдарҙа математика кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1981), профессор (1985). Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1992). Сығышы менән хәҙерге Бүрәт Республикаһының Баунтов эвенк районы Уакит ҡасабаһынан.
- Мельников Александр Филиппович (1960), хеҙмәт алдынғыһы. Көйөргәҙе районы «А7 Агро-РБ» йәмғиәте механизаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Иҫке Отрада ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Барый Ноғоманов (1936), яҙыусы һәм журналист, 1979 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991), И. Мырҙаҡаев-Балапанов (2004) һәм Фәтих Кәрим (2013) исемендәге премиялар лауреаты.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Дегтярёв Александр Николаевич (1952), ғалим-иҡтисадсы, дәүләт эшмәкәре. Иҡтисад фәндәре докторы (2002), профессор (1997), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2012). Башҡортостан Республикаһының III һәм IV саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай һәм Рәсәй Федерацияһының VI саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Зөлфирә Фәрхетдинова (1943), опера йырсыһы, ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1974 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Педагогия фәндәре кандидаты (2004). Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).
- Баһманова Нурзиә Яхъя ҡыҙы (1963), Рәсәй еңел атлеты-йүгереүсе, донъя һәм Европа чемпионы. Халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1992), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2000).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ямалиев Сәлих Ямалетдин улы (1889—1.07.1938), педагог, мәғариф эшмәкәре. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. 1923—1930 йылдарҙа Бәләбәй педагогия техникумы директоры, 1936—1937 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәғариф халыҡ комиссары урынбаҫары. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Арыҫланов Роберт Мөтиғулла улы (1934), комсомол, партия, дәүләт һәм мәғариф эшмәкәре. 1978–1990 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәғариф министры урынбаҫары. Халыҡтар Дуҫлығы (1986) һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Йәнтеш ауылынан.
- Илһамов Марат Әҡсән улы (1934), ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1998), физика-математика фәндәре докторы (1970), профессор (1972). Башҡортостандың (2003) һәм Татарстандың (2012) Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премиялары лауреаты. «Почёт Билдәһе» (1976), Дуҫлыҡ (1995) һәм Салауат Юлаев (2004) ордендары кавалеры.
- Щербина Тамара Дмитриевна (1939), хеҙмәт ветераны. 1971—1999 йылдарҙа Өфө полиграфия комбинатының инженер-технологы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Нәҙершина Мәрйәм Усман ҡыҙы (1949), педагогик хеҙмәт ветераны. 1968—1978 йылдарҙа Баймаҡ һәм Әбйәлил районы мәктәптәре, 1978—2011 йылдарҙа Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1795: Владимир Раевский, Рәсәй империяһы шағиры, публицист, декабрист.
- 1870: Александр Безредка, Франция микробиологы, иммунолог.
- 1875: Альберт I, 1909—1934 йылдарҙа Бельгия короле.
- 1875: Леонид Старокадомский, Рәсәй империяһы һәм СССР табибы, поляр төбәкте тикшереүсе, Төньяҡ Боҙло океандағы Төньяҡ Ер архипелагын асыусы.
- 1930: Рәшит Мәрҙиханов, СССР-ҙың театр актёры, Татарстандың халыҡ артисы (1991).
- 1935: Николай Рашеев, СССР һәм Украина кинорежиссёры, сценарист һәм актёр, Украинаның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2000).
- 1955: Александр Чивадзе, футболсы, СССР йыйылма командаһы капитаны, 1980 йылғы Олимпия уйындарының бронза призёры.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
Йыл көндәреҮҙгәртергә
8 апрель Викимилектә | |
8 апрель Викияңылыҡтарҙа |