13 апрель
көнө
13 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 103-сө (кәбисә йылында 104-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 262 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | ||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- Мәскәү технология институтының Өфө филиалы (хәҙер Өфө дәүләт нефть техник университетының Иҡтисад һәм сервис институты) ойошторола (1970).
- Магистраль продукт үткәргестәрҙең Урал идаралығы эш башлай (1970).
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Сәхипова Земфира Ғизетдин ҡыҙы (1940), ғалим-педагог-методист, шағир. 2006—2015 йылдарҙа Мәғарифты үҫтереү федераль институтының (Мәскәү) әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре. Педагогия фәндәре кандидаты (1971). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1990), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1987), Башҡортостан Республикаһының мәғариф оличнигы (1995), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2010).
- Мусина Ольга Геннадьевна (1965), театр актёры, педагог. 1990 йылдан хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы, бер үк ваҡытта 1990—1999 йылдарҙа һәм 2009 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. 1995 йылдан Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ғарипов Марсель Исмәғил улы (1942), ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Педагогия фәндәре докторы (1988), профессор (1990). Башҡортостан Республикаһының I һәм II саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992).
- Мәжитов Рәмил Ғиниәт улы (1957—21.10.2020), педагог, дәүләт һәм мәғариф эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Яковлев Иван Яковлевич (1848—23.10.1930), педагог, сыуаш мәҙәниәт һәм мәғариф эшмәкәре, яңы сыуаш алфавитын төҙөүсе, Өфө губернаһында сыуаш мәктәптәре асыуға булышлыҡ итеүсе.
- Черданцева Милица Александровна (1908—2002), лектор-музыка белгесе, педагог, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Пацков Юрий Алексеевич (1934—31.05.2001), архитектор, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1964 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1979). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Раев ауылынан.
- Аслаев Нуриман Сәйетгәрәй улы (1939), хеҙмәт ветераны. 1970—2002 йылдарҙа Өфө быраулау эштәре идаралығының быраулау мастеры һәм комплектлаусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1994), СССР-ҙың почетлы нефтсеһе (1986) һәм Дәүләт премияһы лауреаты (1989). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981), 2‑се (1985) һәм 3‑сө (1976) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары кавалеры.
- Иҙрисов Роберт Хәбиб улы (1944), ғалим-инженер‑механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2002). СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1985) һәм уйлап табыусыһы (1980).
- Нәзифә Ҡадирова (1954), йырсы, Башҡорт АССР-ының халыҡ (1987), Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм Татарстандың (1996) атҡаҙанған артисы. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994).
- Саҙретдинов Марсель Әмирйән улы (1964), ғалим-анестезиолог-реаниматолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2007). 2008 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университетының курс һәм кафедра мөдире. Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Урыссу ҡасабаһынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1830: Эдуард Лассен, Дания композиторы, дирижёр һәм педагог.
- 1845: Рихард Ассман, Германия метеорологы, аэролог, психрометрҙы уйлап табыусы.
- 1885: Дьёрдь Лукач, Венгрия философы, марксист.
- 1895: Абрар Сәғҙи, Татарстан шағиры, драматург.
- 1904: Александр Жаров, СССР шағиры.
- 1906: Сэмюэл Беккет, Ирландия яҙыусыһы, Нобель премияһы лауреаты (1969).
- 1930: Серджиу Николаеску, Румыния кинорежиссёры, сценарист һәм актёр.
- 1935: Михаил Гаспаров, СССР һәм Рәсәйҙең әҙәбиәт белгесе, филолог, академик.
- 1940: Владимир Косма, Франция музыканты, дирижёр һәм композитор.
- 1940: Жан-Мари Гюстав Ле Клезио, Франция яҙыусыһы, Нобель премияһы лауреаты (2008).
- 1948: Михаил Шуфутинский, СССР һәм Рәсәй йырсыһы.
- 1955: Ирина Хакамада, СССР һәм Рәсәй сәйәсмәне.
- 1960: Руди Фёллер, Германия футболсыһы, тренер.
- 1963: Гарри Каспаров, шахмат буйынса донъяның 13-сө чемпионы.
- 1965: Нина Гаврилюк, СССР һәм Рәсәй саңғысыһы, өс тапҡыр олимпия, алты тапҡыр донъя чемпионы.
- 1975: Татьяна Навка, Рәсәй фигурисы, боҙҙа бейеү буйынса ике тапҡыр донъя (2004, 2005) һәм Олимпия уйындары (2006) чемпионы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1977: Александр Родимцев, СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы.
- 1994: Николай Афанасьевич Крючков, кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
- 2001: Абдрахманов Ғәйнетдин Шәйхи улы, «Башкирэнерго» йәмғиәте бригадиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981).