17 июнь
көнө
17 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 168-се (кәбисә йылында 169-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 197 көн ҡала.
17 июнь | |
![]() |
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | ||||
2021 йыл |
Байрамдар
Халыҡ-ара
Милли
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Севастьянова Нина Васильевна (1920—2010), педагог, 1939—1978 йылдарҙа Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Ниғмәтуллин Роберт Искәндәр улы (1940), ғалим-инженер-механик, математик, фән һәм юғары мәктәп эшмәкәре. 1993—2006 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө фәнни үҙәге президиумы рәйесе, 1995—2004 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы президенты. 2006 йылдан Мәскәүҙәге Рәсәй Фәндәр Академияһының Океанология институты директоры, бер үк ваҡытта 2010 йылдан Мәскәү дәүләт университетының газ һәм тулҡын динамикаһы кафедраһы мөдире. Рәсәй Фәндәр академияһы (1991), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы (1997) академигы, физика-математика фәндәре докторы (1971), профессор (1974). Рәсәй Федерацияһының 3-сө саҡырылыш Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы, Башҡортостан Республикаһының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. СССР-ҙың Дәүләт премияһы (1983), Ленин комсомолы премияһы (1973), Рәсәй Федерацияһының Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы (2012) лауреаты. Почёт (2000) һәм 4-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2011) ордендары кавалеры.
- Әлибаев Ҡадир (Әбделҡадир) Әхмәткирәй улы (1940—4.12.2003), уҡытыусы, шағир. 1968 йылдан Хәйбулла һәм Учалы райондары, Сибай мәктәптәре уҡытыусыһы. 1990 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1990).
- Сафин Станислав Ғәзиз улы (1950), нефть сәнәғәте тармағы һәм хужалыҡ эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы, ғалим-физик. 1975—2004 йылдарҙа Татар АССР-ы, Төмән һәм Архангельск өлкәләрендәге нефть һәм газ сығарыу предприятие һәм ойошмаларының яуаплы хеҙмәткәре; 2001—2002 йылдарҙа Архангельск өлкәһенең хакимиәт башлығы урынбаҫары; 2004 йылдан — Архангельск техник университеты, 2010 йылдан — М. В. Ломоносов исемендәге Төньяҡ (Арктик) университеты (Архангельск ҡалаһы) уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2008), профессор (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Еҙем-Ҡаран ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Хотяновский Константин Дмитриевич (1937), Стәрлетамаҡ дәүләт рус драма театры актёры һәм режиссёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1996).
- Минәзева Флүрә Кәрим ҡыҙы (1952), хореограф, Борай район мәҙәниәт йортоноң халыҡ ансамбле һәм «Ынйылар» өлгөлө балалар ансамбле етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Огаринов Иван Степанович (1918—12.11.1988), ғалим-инженер‑геофизик. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1971), профессор (1972). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1979). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971). Сығышы менән Ҡазан губернаһының Әлек ауылынан.
- Протасов Николай Михайлович (1948), хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, 1988—2004 йылдарҙа Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе начальнигы. Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының почётлы тимер юлсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре. III дәрәжә Хеҙмәт Даны (1978) һәм Дуҫлыҡ (1995) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Черниговка ауылынан.
- Бикташев Марис Лотфый улы (1958), табип-хирург, Нефтекама ҡала дауаханаһының икенсе хирургия бүлеге мөдире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ислахов Фазлетдин Фәррәх улы (1944—18.04.2016), рәссам-график. Башҡортостандың Дәүләт гербы авторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000).
- Киладзе Темур Какоевич (1949), ғалим-химик‑технолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1987—1997 йылдарҙа Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының дөйөм химия кафедраһы мөдире. Химия фәндәре докторы (1985).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1856: Рубо Франц Алексеевич, Рәсәй империяһы рәссамы.
- 1882: Игорь Стравинский, Рәсәй империяһы композиторы, дирижёр һәм пианист.
- 1920: Сэцуко Хара, Япония актрисаһы.
- 1925: Александр Шульгин, АҠШ-тың химик-фармакологы, психоактив матдәләрҙе эшләүсе.
- 1929: Тигран Петросян, СССР шахматсыһы, 9-сы донъя чемпионы.
- 1945: Эдди Меркс, Бельгия спортсыһы, велосипедта уҙышыусы, «Тур де Франс» һәм «Джиро д’Италия» турнирҙарының күп тапҡыр еңеүсеһе.
- 1945: Игорь Яковенко, Рәсәй культурологы, философ, хоҡуҡ яҡлаусы.
- 1970: Саша Сокол, Мексика йырсыһы, актриса һәм телетапшырыуҙар алып барыусы.
- 1980: Винус Уильямс, АҠШ тенниссыһы, халыҡ-ара турнирҙарҙың күп тапҡыр еңеүсеһе.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1958: Халиҡов Тимербулат Ғәләүетдин улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1944).
- 2012: Кәтибә Кинйәбулатова, башҡорт балалар шағиры һәм яҙыусыһы.