12 июль
көнө
12 июль — григориан стиле буйынса йылдың 193-сө (кәбисә йылында 194-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 172 көн ҡала.
12 июль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
31 | ||||||
2023 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Австралия: Аборигендар көнө.
- Кирибати: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Эске эштәр министрлығының флагы көнө.
- Бортпроводниктар көнө.
- Фотографтар көнө.
- Мексика Адвокаттар көнө
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1590: Һарытау ҡалаһына нигеҙ һалына.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Павлов Пётр Егорович (1925—8.08.1958), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкы һуғышсыһы, рядовой. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Петровка ауылынан.
- Суханова Федосья Павловна (1930), малсылыҡ алдынғыһы. 1946—1991 йылдарҙа Баҡалы районы «Искра Ленина» колхозы һауынсыһы. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Ҡаҙансы ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Мозжерин Василий Иванович (1926—20.04.2008), ғалим-ветеринар врач, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), ветеринария фәндәре докторы (1976), профессор (1976). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976), СССР‑ҙың социалистик ауыл хужалығы отличнигы (1970). «Почёт Билдәһе» (1971) һәм 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары кавалеры.
- Горбунов Игорь Алексеевич (1941), хеҙмәт һәм партия органдары ветераны. 1990 йылдың майы — 1991 йылдың ноябрендә РСФСР Коммунистар партияһы Башҡортостан республика ойошмаһының 1-се секретары.
- Широких Петр Дмитриевич (1946), хеҙмәт ветераны һәм производство алдынғыһы. «Салауатбыяла» берекмәһенең элекке операторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған, Рәсәй Федерацияһының почётлы төҙөүсеһе.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Кашапов Солтан Ғилметдин улы (1912—18.07.2001), СССР-ҙың хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1952) һәм почётлы нефтсеһе (1972), Бәләбәй ҡалаһының почётлы гражданы (1967). Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1948, 1952, 1959).
- Грачёв Анатолий Дмитриевич (1937—19.05.2005), театр актёры. 1959 йылдан Мәскәүҙең Малой Бронныйҙағы драма театры, 1992 йылдан — «Et Cetera» театры актёры. Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (1998). Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
- Ярлыҡапов Абрар Бәҙретдин улы (1942), ғалим-иҡтисадсы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Иҡтисад фәндәре докторы (1997), профессор (2007). 1968-1972 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары, Башҡорт АССР-ының 7-се һәм 8-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Халыҡтар Дуҫлығы (1988) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.
- Сәғитова Зөһрә Мөхәрәм ҡыҙы (1957), педагог, Ҡалтасы районының Краснохолмский ауылындағы 1-се мәктәптең элекке директоры. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Бураҡаев Илгизәр Диҡҡәт улы (1957), прозаик, тәржемәсе, дәреслектәр авторы. 2002 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Мутин Илдархан Ибраһим улы (1888—3.02.1938), Башҡорт милли хəрəкəте эшмәкәре. Сәйәси золом ҡорбаны.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Князев Иван Николаевич (1924—13.11.1999), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкы бронебойщигы. Кесе лейтенант (1946). Советтар Союзы Геройы (1943).
- Иҙрисов Фәрит Фәтих улы (1954), хәрби дирижёр, композитор, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Подполковник. Башҡортостан гимнының музыка авторы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1880: Тод Броунинг, АҠШ кинорежиссёры, актёр һәм сценарист, «ҡурҡыныс« фильмдар жанрына нигеҙ һалыусы.
- 1895: Ричард Бакминстер Фуллер, АҠШ архитекторы, инженер һәм уйлап табыусы.
- 1904: Пабло Неруда, Чили шағиры, дипломат һәм сәйәси эшмәкәр.
- 1912: Шамил Әләдин, ҡырым татар шағиры, яҙыусы.
- 1930: Ги Лижье, «Формула-1» ярыштарында ҡатнашыусы Франция командаһын ойоштороусы һәм уның тәүге етәксеһе.
- 1940: Юлия Белянчикова, СССР һәм Рәсәй табибы, журналист, «Здоровье» телетапшырыуының элекке алып барыусыһы.
- 1950: Эрик Карр, АҠШ музыканты, «Kiss» төркөмө барабансыһы.
- 1959: Тайс Донн, АҠШ эшҡыуары, менеджер.
- 1960: Евгений Дворжецкий, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы (1997).
- 1985: Эмиль Хегле Свендсен, Норвегия биатлонсыһы, дүрт тапҡыр Олимпия уйындары һәм 12 тапҡыр донъя чемпионы.