8 ноябрь
көнө
8 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 312-се көнө (кәбисә йылында 313-сө). Йыл аҙағына тиклем 53 көн ҡала.
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | |
2019 йыл |
Байрамдар
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1895: Вильгельм Рентген Рентген нурланышын аса.
- 1903: Голландияла электрокардиограф уйлап табыла.
- 1943
- 1961: СССР-ҙың Үҙәк телевидениеһында беренсе КВН тапшырыуы эфирға сыға.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Лазарев Дмитрий Ильич (1922—28.02.1991), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, орудие командиры, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ҡалтасы районының Братовщина ауылынан.
- Левитин Леопольд Владимирович (1922—2012), Башҡортостан Республикаһы рус дәүләт академия драма театрының 1965—1983 йылдарҙағы директоры, РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Маликова Гүзәл Хәсән ҡыҙы (1962), театр актёры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Кузнецов Александр Павлович (1923—30.05.1979), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, артиллерист, гвардия полковнигы (1975). Дан орденының тулы кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Екатериновка ауылынан.
- Примакин Иван Васильевич (1923—8.11.1982), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы, звено командиры, капитан. Советтар Союзы Геройы (1945).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Кумунжиев Константин Васильевич (1939—15.05.2019), ғалим-инженер‑электромеханик. 1968—1989 йылдарҙа Өфө авиация институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1970—1972 йылдарҙа авиация приборҙары эшләү кафедраһы, 1978—1982 йылдарҙа машиналар эшләүҙе автоматлаштырыу кафедраһы мөдире. 1989 йылдан — Ульяновск дәүләт университетында декан һәм кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (1988), профессор (1989). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1998). Сығышы менән хәҙерге Ҡырым Республикаһының Ҡышлау ауылынан.
- Хәлилов Венер Рамаҙан улы (1939—12.04.2004), хужалыҡ, партия һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1962 йылдан Стәрлетамаҡтағы химия заводында (артабан Каустик производство берекмәһе) яуаплы вазифаларҙа, шул иҫәптән предприятиенең етештереү начальнигы урынбаҫары һәм начальнигы, 1972—1980 йылдарҙа Өфөләге «Химпром» производство берекмәһенең баш инженеры, 1980—1983 йылдарҙа КПСС-тың Өфө ҡала комитетының икенсе һәм беренсе секретары. Техник фәндәр кандидаты (1979). Башҡорт АССР-ының 10-сы саҡырылыш (1980—1985) Юғары Советы депутаты, КПСС-тың XXV (1976) һәм XXVI (1981) съездары делегаты. СССР-ҙың почётлы химигы. Октябрь Революцияһы (1977) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.
- Аҙнабаев Булат Марат улы (1964), ғалим-офтальмолог. 1993 йылдан Өфөләге «Оптимедсервис» ябыҡ акционерҙар йәмғитенең генераль директоры, бер үк ваҡытта 1996 йылдан — Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, 1998 йылдан — дипломдан һуң белем биреү институтында курс һәм офтальмология кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2004). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Пустовгаров Юрий Леонидович (1964), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 2006—2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтеның Премьер-Министр урынбаҫары — Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министры, 2018 йылдан Ҡазан вертолёт заводының идарасы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (2005).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1817: Андреа Аппиани, Италия рәссамы.
- 1876: Антонио Тамбурини, Италия йырсыһы.
- 1953: Иван Бунин, рус совет яҙыусыһы.
- 1986: Вячеслав Молотов, СССР-ҙың дәүләт эшмәкәре.
- 1999: Агиш Ғирфанов, башҡорт сатирик яҙыусыһы.