28 июль
көнө
28 июль — григориан стиле буйынса йылдың 209-сы (кәбисә йылында 210-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 156 көн ҡала.
28 июль | |
![]() |
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар һәм иҫтәлекле даталар
- Рәсәй: Христиан динен ҡабул иткән көн.
- Перу: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Сан-Марино: Фашизмды еңеү көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1914: Беренсе донъя һуғышы башлана.
- 1920: БашЦИК — Башҡортостан эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец депутаттары Советттарының Үҙәк Башҡарма Комитеты ойошторола.
- 1945: Өфө тимер юл станцияһына Бөйөк Ватан һуғышының демобилизацияланған яугирҙарының беренсе эшелоны килә.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Болотина Раиса Ипполитовна (1900—23.03.1984), ғалим-селекционер. 1929 йылдан Кушнаренко тәжрибә баҡсаһы хеҙмәткәре, 1937 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1941—1956 йылдарҙа — бүлек мөдире. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районы Ҡырпы ауылынан.
- Коротков Михаил Ефимович (1910—1.08.1976), нефтсе, хужалыҡ эшмәкәре. 1953—1970 йылдарҙа «Башзападнефтеразведка» тресы идарасыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1965) һәм СССР-ҙың почётлы (1970) нефтсеһе. Ленин (1959), Октябрь Революцияһы (1971) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Әсекәй районы Мартыновка ауылынан.
- Козлова Планета Павловна (1945), ғалим-педагог. 1974 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы һәм Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1987—2009 һәм 2012—2013 йылдарҙа — педагогика кафедраһы мөдире. Педагогия фәндәре докторы (1998), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1993), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Ғәҙелша ауылынан.
- Исҡужин Рудик Ғәзиз улы (1950), СССР-ҙың хәрби хеҙмәткәре, Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәре. 1972—1992 йылдарҙа СССР Дәүләт именлеге органдары хеҙмәткәре, 2004—2013 йылдарҙа Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзаһы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
- Фаязов Радик Рәдиф улы (1960), ғалим-хирург. 1999 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университетының өҫтәлмә һөнәри белем биреү институты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2009). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Арыҫлан ауылынан.
- Липатов Олег Николаевич (1965), ғалим-онколог. 1992 йылдан Республика клиник онкология диспансеры табибы, бер үк ваҡытта 1994 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2002 йылдан Дипломдан һуң белем биреү институтының онкология һәм патологик анатомия курсы мөдире. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Лариса Абдуллина (1975), журналист, шағир һәм тәржемәсе. 2020 йылдың июненән «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире. 2002 йылдан Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар, 2007 йылдан — Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2016), Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (2019), Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы (2008), киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә ТӨРКСОЙ премияһы (2018) һәм Дәүләкән районының Әхиәр Хәкимов исемендәге премияһы (2019) лауреаты.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Бикташева Тәлиғә Миңлевәли ҡыҙы (1911—14.10.1995), башҡорт совет театр актёры. 1938 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ (1955) һәм атҡаҙанған (1940) артисы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955) һәм «Почёт Билдәһе» (1969) ордендары кавалеры.
- Ярышев Фәйзрахман Абдрахман улы (1941—7.02.2005), режиссёр. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1998).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Баталин Юрий Петрович (1927—22.07.2013), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, 1985-1989 йылдарҙа СССР Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары. Ленин (1980) һәм СССР Министрҙар Советы (1974) премиялары лауреаты, ике Ленин (1973, 1987), өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1967, 1971, 1977), Дуҫлыҡ (1999) һәм «Почёт Билдәһе» (1957) ордендары кавалеры.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Әкрәм Вәли (1908—19.03.1963), башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1937 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1945).
- Йәнбухтина Әлмирә Ғәйнулла ҡыҙы (1938), совет һәм Рәсәй сәнғәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Сәнғәт фәндәре докторы (2004), профессор (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2006).
- Фартуков Иван Иванович (1948), рәссам, йәмәғәтсе. 1987—1989 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Рәссамдар союзы идараһы рәйесе. 1983 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2017) һәм атҡаҙанған рәссамы (2002).
- Саттарова Эльза Абдулхаҡ ҡыҙы (1958), журналистика ветераны, 2007—2017 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы районының «Кармаскалинская новь» гәзите мөхәррире. 1978 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2012).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ников Григорий Петрович (1924), ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Педагогия фәндәре кандидаты (1970). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1978). Ике 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945, 1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1165: Ибн әл-Ғәрәби, ислам дине белгесе, суфыйсылыҡ теоретигы.
- 1635: Роберт Гук, Англия ғалимы: физик, химик, математик, астроном, биолог, уйлап табыусы һәм архитектор.
- 1745: граф Пётр фон дер Пален, Рәсәй империяһының хәрби эшмәкәре, генерал.
- 1750: Филипп Фабр д’Эглантин, Франция сатиригы, революционер.
- 1845: Эмиль Бутру, Франция философы, философия тарихсыһы.
- 1880: Николай Андреев, Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың физик-акустигы, СССР Фәндәр академияһы академигы.
- 1900: Владимир Трибуц, СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, адмирал, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Балтик флоты командующийы. * 1900: Владимир Шнейдеров, СССР кинорежиссёры, сценарист һәм оператор, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1969).
- 1915: Чарльз Хард Таунс, АҠШ физигы, Нобель премияһы лауреаты (1964).
- 1925: Барух Бламберг, АҠШ биохимигы, Нобель премияһы лауреаты (1976).
- 1925: Хуан Альберто Скьяффино, Уругвай һәм Италия футболсыһы, донъя чемпионы, Уругвайҙың XX быуаттағы иң яҡшы футболсыһы.
- 1954: Уго Чавес, Венесуэланың дәүләт һәм хәрби эшмәкәре.
- 1960: Владимир Гришко, СССР, Украина һәм АҠШ йырсыһы (тенор).
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1741: Антонио Вивальди, Италия композиторы.
- 1750: Йоһанн Себастьян Бах, немец композиторы.
- 1970: Әхмәтзәки Вәлиди Туған, сәйәсмән һәм дәүләт эшмәкәре, Башҡорт милли-азатлыҡ хəрəкəте етəксеһе, автономиялы Башҡортостанға нигеҙ һалыусы.