Европа
Европа (ингл. Europe) — Евразия ҡитғаһында урынлашҡан донъя киҫәге. Азия менән бергә Евразия ҡитғаһын барлыҡҡа килтерә. Европа ҡитғаһының майҙаны — 10 млн км², халыҡ һаны — яҡынса 733 млн кеше.
СиктәреҮҙгәртергә
Хәҙерге ваҡытта Европаның сиктәре:
- Төньяҡта — Төньяҡ Боҙло океан буйынса;
- Көнбайышта — Атлантик океан буйынса;
- Көньяҡта — Урта, Эгей, Мәрмәр, Ҡара, Азов диңгеҙҙәре буйынса;
- Көнсығышта — Уралдың көнсығыш яҡтары буйынса, Эмба йылғаһынан башлап Каспий диңгеҙенә тиклем, Кума һәм Маныч йылғалары буйлап Донға тиклем үтә.
Европаға шулай уҡ яҡында ятҡан утрауҙар керә.
Европа илдәреҮҙгәртергә
|
Европа территорияһындағы иң ҙур дәүләт — Рәсәй һәм иң бәләкәсе — Ватикан.