Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы — Башҡортостан Республикаһында булдырылған һәм бүләкләнеүселәрҙең Башҡортостан Республикаһының мәҙәни үҫешенә индергән ҙур өлөшө һәм уның күп милләтле халҡы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн бирелгән маҡтаулы исем. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы исеменә лайыҡлы булғандарға күкрәктең уң яғына тағыла торған билдә тапшырыла.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы | |
Нигеҙләү датаһы | 18 апрель 1996 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Награда тапшырыусы | Башҡортостан Республикаһы Башлығы |
Юғарыраҡ дәрәжә | Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы |
Лауреаттар категорияһы | Категория:Башҡортостандың атҡаҙанған артистары |
Ни өсөн бирелә
үҙгәртергә«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» маҡтаулы исеме юғары художестволы образдар, спектаклдәр, кинофильмдар, концерт, эстрада, цирк программаларын, музыкаль, телевизион һәм радиоәҫәрҙәрен ижад итеп, сағыу образдар тыуҙырған, юғары оҫталыҡҡа эйә булған артистарға, режиссерҙарға, балетмейстерҙарға, дирижерҙарға, хормейстерҙарға, музыкаль башҡарыусыларға һәм башҡа сәнғәт әһелдәренә бирелә.
«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» маҡтаулы исеменә тәҡдим итеү һәм ҡаралған тәртиптәге бүләкләү ҡағыҙҙары Башҡортостан Республикаһы Башлығына тикшереү һәм ҡул ҡуйыу өсөн индерелә.
«Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» исеменә лайыҡ булыусыға был маҡтаулы исемдең бирелеүе тураһында Башҡортостан Республикаһының Грамотаһы һәм «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән күкрәк билдәһе тапшырыла.
«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» исеменең билдәһе күкрәктең уң яғына тағыла.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артистары
үҙгәртергә- Фәтхетдинов Салауат Зәки улы[1]
- Абдразаҡов Илдар Әмир улы
- Әхмәтшина Айгөл Ғайса ҡыҙы
- Биктимирова Лилиә Рафаил ҡыҙы
- Маликова Гүзәл Хәсән ҡыҙы
- Ғәлимов Айҙар Ғәни улы
- Ғафаров Фидан Сафа улы
- Кәримова Әлфиә Закуан ҡыҙы
- Нәзиуллин Артур Искәндәр улы
- Назырова Зәйнәб Зариф ҡыҙы
- Штеренбах Владимир Шапсович
- Фәттәхова Вәсилә Разиф ҡыҙы[2]
- Ғиззәтуллин Рөстәм Хәниф улы
- Юлъяҡшин Радик Мөхәрләм улы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Неофициальный сайт Салавата Фатхетдинова — Биография(недоступная ссылка)
- ↑ Указ Главы Республики Башкортостан от 20 августа 2015 года № УГ-192 «О присвоении почетных званий Республики Башкортостан».