Васильевка (Ишембай районы)

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Ишембай районындағы ауыл

Васильевка (рус. Васильевка; элекке атамаһы Егәнбаш) — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 729 кеше булған[3]. Петровск ауыл Советы составына инә. Ишембай районының иң ҙур сыуаш ауылы. ОКАТО коды — 80231855009.

Васильевка
Васильевка
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Петровский ауыл советы (Ишембай районы)
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 729 кеше (2010)[1],
760 кеше (2002)[2],
791 кеше (2009)[2]
Почта индексы 453231
Рәсми сайт ishimbaimr.ru
Карта

Риүәйәттәр буйынса, ауылға XIX быуат башында, Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә, купчий ҡағыҙы буйынса Өфө өйәҙенең Ҡамышлы ауылы күскенселәре тарафынан нигеҙ һалынған. Ҡамышлы ауылы сыуаштары ауылдың исемен Егәнбаш тип атайҙар. Һуңыраҡ ауыл кешеләренең береһенең исеме менән аталған. 1865 йылда 51 йортта 303 кеше йәшәгән. Халҡы малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән[4].


Ауыл бөгөн

үҙгәртергә

Ауылда урта мәктәп бар, сыуаш теле предмет булараҡ уҡытыла. Шулай уҡ фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар, милли һәүәҫкәр сәнғәт коллективы эшләй[5].


Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 746
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 926
1959 йыл 15 ғинуар 764
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 758
2002 йыл 9 октябрь 760
2010 йыл 14 октябрь 729 363 366 49,8 50,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса ауылдағы халыҡтың 97%-ын сыуаштар тәшкил итә[6].

Географик урыны

үҙгәртергә

Ауыл Ҡарасәй йылғаһы (Егән ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Алыҫлығы:[7]

Урамдары

үҙгәртергә

Урам исеме[8]:

  • В. Жуков урамы (рус. улица В. Жукова)
  • Блюхер урамы (рус. улица Блюхера)
  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
  • Үҙәк урамы (рус. улица Центральная)
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодёжная)
  • Баҡса урамы (рус. улица Садовая)
  • Көньяҡ урамы (рус. улица Южная)

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Видеофильмдарҙа

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. http://www.webcitation.org/6Rxi3K6iw
  2. 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  3. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  4. Васильевка (Ишембай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Васильевка (Ишембай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  7. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  8. «Налог Белешмәһе» системаһында Васильевка (Ишембай районы) ауылы
  9. Национальная библиотека Чувашской Республики. Официальный сайт. Портал «Культурное наследие Чувашии». Деятели культуры и искусства: Артисты и музыканты: Григорьев Захар Иванович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 февраль 2021)
  10. БУ «Национальная библиотека Чувашской Республики» Минкультуры Чувашии. Официальный сайт. Отечественные исследователи чувашского языка. Виноградов Юрий Михайлович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 февраль 2021)
  11. Афанасьева Лира Аркадьевна