Мөхәмәҙиева Гөлназ Мират ҡыҙы

"Нур" татар театры актёры

Мөхәмәҙиева Гөлназ Мират ҡыҙы (1 ғинуар 1971 йыл) — театр актёры. 1993 йылдан Өфө «Нур» татар дәүләт театрының әйҙәүсе актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2006)[1]

Мөхәмәҙиева Гөлназ Мират ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1971
Тыуған урыны Ҡуштирәк, Баҡалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө актёр
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Гөлназ Мират ҡыҙы Мөхәмәҙиева 1971 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Баҡалы районындағы Ҡуштирәк ауылында тыуған.

1993 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. «Нур» теарты асылған көндәрҙән, 1993 йылдан бирле, ошо коллективта ижад итә. Шул уҡ 1993 йылда йәш актрисаға тәүге уңыш — Ҡазан ҡалаһында К.Тинчурин иҫтәлегенә арналған төрки телле театрҙар фестивалендә танылыу яулай.

Хеҙмәт юлы

үҙгәртергә

Әзербайжан композиторы Ғөзәйер Һажибәковтың «Аршын мал алған» музыкаль комедияһында Телли ролен уңышлы башҡарғаны өсөн, ул фестивалдең «II планлы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһы лауреаты исеменә лайыҡ була.

Гөлназ Мират ҡыҙы Ҡазан һәм Өфө ҡалаларында үткән Һылыуҡай конкурстарында еңде. «Актёр йыры-94» республика конкурсы һәм «Дуҫлыҡ моңо-2000» башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар фестивале дипломанты, «Туған тел» V Республика конкурсының Гран-при эйәһе.

«Башҡортостандың йәш йондоҙҙары — 2003» Республика премияһы лауреаты. Йәш быуынды тәрбиәләүҙә һәм башҡорт, татар мәҙәниәтен үҫтереүҙә даими ихласлыҡ һәм әүҙем ҡатнашҡаны өсөн, Башҡортостан Республикаһы Йәштәр эштәре идаралығының почёт грамоталары менән билдәләнде[2].

Мөхәмәҙиева Гөлназдың ижади мөмкинлектәре сикһеҙ. Ул төрлө йылдарҙа «Роксана» радиоһы, «Ҡурай» һәм «Матур ТВ» телеканалдарының алып барыусыһы булды. «Нур» театры коллективында Театр эшмәкәрҙәре союзының вәкәләтле ағзаһы булып тора. Уның һәләтле ойоштороусы булыуы арҡаһында, нурҙар союз тормошонда әүҙем ҡтнашалар һәм театр-ара фестивалдәрҙә призлы урындар яулай.

Гөлназ Мират ҡыҙының эштәре араһында «Фирүзә муйынсаҡ» ҡыҫҡа метражлы фильмында һәм тулы метражлы нәфис фильм һәм Башҡортостан Республикаһының тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Бабич», «Беренсе республика» фильмдарында кино ролдәрен уйнаны. Актрисаның һуңғы еңеүҙәренең береһе тип Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Йөрәк һүҙе» проектын атарға була.

Гөлназ Мират ҡыҙының күп ҡырлы таланты, юғары оҫталығы, арымай-талмай намыҫлы хеҙмәт итеүе, үҙ һөнәренә булған һөйөүе уның юғары баһаларының, уңышының нигеҙе. Гөлназ Мират ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Ғәзиз Әлмөхәмәтов призына республика йәш йырсылар конкурсы лауреаты, «Miss&Mister Гармония» номинацияһында «Байык-шоу» дипломант «Байык-шоу» дипломанты[3].

Репертуары

үҙгәртергә

Мөхәмәҙиева Гөлназ Мират ҡыҙы 28 йыл дауамындағы ижад ғүмерендә 68 роль уйнаған[4].

Әлеге ваҡытта уйнаған спектаклдәре:

  • Сажиҙә — «Кейәүкәй» Хәбибулла Ибраһимов
  • Катрина — «Гөргөри кейәүҙәре» Туфан Миңнуллин
  • Хәҙисә — «Алты кәләш һәм бер ир» Туфан Миңнуллин
  • Нәфисә — «Отошло тормош!» Әхмәт Фәйзи
  • Сәғиҙә — «Ул ҡайтты» Әнғәм Атнабаев
  • Пани Пони — «„Фантазия“ операцияһы» А. Богачёв, Д. Уткин
  • Чарли — «Ауыл эте Аҡбай» Туфан Миңнуллин
  • Сәрүәрҙең әхирәте — «Башмағым» Т. Ғиззәт, Ж. Фәйзи
  • Әсә — «Юл тарихы R.Y.G» О. Кинйәғолов
  • Ҡар бөртөгө — «Ысын Ҡыш бабаймы?!» М. Ғимранов
  • Ҡурсаҡ Братс — «Ысын Ҡыш бабаймы?!» М. Ғимранов
  • Нәфисә — «Хыялдар тормошҡа ашҡан ер» И. Зәйниев
  • Өләсәй — «Леопольд Бесәйҙең тыуған көнө» А. Хайт

Түбәндәге спектаклдәрҙә уйнаны:

  • Маруся — «Зөләйха» Ғаяз Исхаҡи
  • Вазифа — «Әсәй-ҡыҙҙар» Туфан Миңнуллин
  • Зөлфиә — «Оятһыҙ һеңлем» А. Иҙелбаев
  • Хыял-ҡыҙ — «Көршәксе серҙәре» Әсхәр Кәшфуллин
  • Гөлйыһан — «Банкрот» Ғәлиәскәр Камал
  • Мәрфуға — «Банкрот» Ғәлиәскәр Камал
  • Мартина — «Остоҡмо?!» Ив Жамиак
  • Зилә — «Ҡотлайым! Һин атай булдың!» Рәлиф Кинйәбаев
  • Йондоҙ — «Нурзада һәм Нурһылыу» И. Әлмөхәмәтов
  • Бибигөл — «Ҡыр ҡаҙҙары» Рафаэль Сафин
  • Телли — «Аршын мал алған» Ғөзәйер Һажибәков
  • Мария — «Фонтан слез» С. Латипов, Х. Фәтихова
  • Хәмиҙә — «Яңғыҙ ҡатын» Туфан Миңнуллин
  • Бесәй — «Урман әкиәте» Сәйфи Ҡудаш
  • Мәғруфа — «Өсөнсө әтәскә тиклем» Ғ. Камал, М. Фәйзи
  • Ҡарсәсәк — «Былтырҙың мажаралары» Ғ. Тукай әҫәре буйынса
  • Коринкина — «Ғәйепһеҙҙән ғәйепле» А. Островский
  • Гөлнур — «Хәтәр сер» Рәлиф Кинйәбаев
  • Күрше ҡатын — «Пуля» Д. Сәлихов
  • Наилә — «Бисура» М. Ғиләжев
  • Жанинна — «Ҡыҙыҡ хәл» К. Гольдони
  • Ғәлиәбаныу — «Ғәлиәбаныу» М. Фәйзи
  • Миләүшә — «Дәртле ғишыҡ» М. Әмир
  • Феридә — «Йырсы ҡошсоҡ» Р. Н. Гюнтекин
  • Мәүиә — «Аҙашҡан» М. Фәйзи
  • Сәйлән — «Ас күҙеңде бында мин!» Г. Ҡәйүмова
  • Ҡунаҡ ҡатын — «Башмағым» Хәбибулла Ибраһимов
  • Рәмзиә — «Вслед за счастьем» Х. Вәхит
  • Гөлсәсәк, Даша — «Төнгө мәрәкә» А. Ибраһимов
  • Гөлсәхрә — «Аршын мал алған» Ғөзәйер Һажибәков
  • Арлекин, Гвардеец — «Тимер йөрәкле Тутти» А. Әхмәтов
  • Женя — «Ҡайғының таҙа һыуы» В. Гуркин
  • Дания — «Сәхнә артында, йәки татарса Дель арте» Аманулла
  • Зөләйха — «Шишмә» Нәжиб Асанбаев[5]

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2006)
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2021)[6]

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә