Буранғол (Әбйәлил районы)

Буранғол (рус. Бурангулово) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 773 кеше[2]. Почта индексы — 453628, ОКАТО коды — 80201816001.

Ауыл
Буранғол
рус. Бурангулово
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Әбйәлил районы

Ауыл биләмәһе

Буранғол ауыл Советы (Әбйәлил районы)

Координаталар

53°28′21″ с. ш. 58°20′58″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1757

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1757

Элекке исеме

Ҡуянсыҡ

Халҡы

773[1] кеше (2010)

Милли состав

башкҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453628

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 201 816 001

ОКТМО коды

80 601 416 101

ГКГН номеры

0524030

Буранғол (Рәсәй)
Буранғол
Буранғол
Буранғол (Әбйәлил районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Буранғол

Халыҡ һаны

үҙгәртергә
Халыҡ иҫәбе
2002[3]2009[3]2010[1]
742774773
Милли составы

2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, халыҡтың күпселеге — башҡорттар (100 %)[4].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 773 377 396 48,8 51,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 42 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Магнитогорск): 89 км

Урамдары

үҙгәртергә

Исемдәре:[5]

Тау урамы (рус. Горная (улица))

Кизил урамы (рус. Кизильская (улица))

Йәштәр урамы (рус.  Молодежная (улица))

Мостафа Сәлмәнов урамы (рус. Мустафы Сальманова (улица))

Йылға урамы (рус.  Речная (улица))

Салауат Юлаев урамы (рус. Салавата Юлаева (улица))

Совет урамы (рус. Советская (улица))

Төләк урамы рус. Теляка (улица)

Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))

Буранғол ауыл Советы үҙәге. Район үҙәгенән төньяҡ‑көнбайышта 42 саҡрым һәм Магнитогорск[6] тимер юл станцияһынан көнбайышта 89 саҡрым алыҫлыҡта Оло Ҡыҙыл йылғаһы буйында урынлашҡан.

Ауылға Нуғай даруғаһы Тамъян улусы башҡорттары аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һала. Документта 1757 йылға тиклем телгә алына. 1795 йылдағы V ревизияла ауыл телгә алынмай. 1816 йылда ревизия материалдарында ла теркәлмәгән. 1816 һәм 1834 йылдар араһында ҡабаттан барлыҡҡа килеүе фаразлана. Ауылдың икенсе исеме Ҡуянсыҡ тип аталған. 1866 йылда 59 йортта 321 кеше йәшәгән. Ауыл халҡы малсылыҡ, игенселек менәнн шөғөлләнгән. 1842 йылда 16 бот ужым һәм 432 бот яҙғы ашлыҡ сәселгән. Мәсет булған. 1814 йылдың мартында Нәзирбай Өмөтөв менән Мөхәмәт Азатов 14-се башҡорт полкы составында Парижды алыуҙа ҡатнаша, көмөш миҙал менән бүләкләнәләр. Халҡы: 1900 йылда — 493 кеше; 1920 йылда—601 кеше; 1939 йылда—637 кеше; 1959 йылда—548 кеше; 1989 йылда—650 кеше; 2002 йылда—742 кеше; 2010 йылда—773 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, дөйөм практика табибы бүлеге, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[7][8].

Тәбиғәт ҡомартҡылары

үҙгәртергә
  • Ауыл эргәһендәге Ҡараташ тауы[9] һәм йөҙйәшәр ҡарағас — тәбиғәт ҡомартҡыһы

Билдәле кешеләре

үҙгәртергә

Матбуғатта

үҙгәртергә
  • Шәһит Хамматов[10]

Видеояҙмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. 3,0 3,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
  5. Улицы
  6. Силәбе өлкәһе
  7. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 39. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  8. Башҡорт энциклопедияһы / Буранғол (Әбйәлил районы)
  9. Башҡорт энциклопедияһы / Ҡараташ (тау)
  10. Беҙҙең Хоттабыч

Һылтанмалар

үҙгәртергә