26 ғинуар
көнө
26 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 26-сы көнө. Йыл аҙағына тиклем 339 көн ҡала (кәбисә йылында 340).
26 ғинуар | |
![]() |
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1525: Бөйөк Мәскәү кенәзлеге ерҙәренең тәүге баҫма картаһы донъя күрә.
- 1788: Австралияның Сидней ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1918: Башҡорт хөкүмәте илдә юғары Совет власын таныу тураһында телеграмма ебәрә.
- 1918: Милләттәр буйынса халыҡ комиссариаты Ырымбурҙағы Каруанһарай бинаһын башҡорт халҡына тапшырыу тураһында ҡарар ҡабул итә.
- 1919: Башҡорт Хөкүмәте рәйесе итеп М. А. Ҡулаев һайлана. Башҡорт корпусы ойошторола, командиры — Ә. Ә. Вәлидов.
- 1934: Мәскәүҙә ВКП(б)-ның XVII съезы асыла.
- 1996: «Ватандаш» республика журналы нәшер ителә башлай.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Бабуркина Анна Прокопьевна (1930), мәғариф ветераны. 1951—1987 йылдарҙа Краснокама районы Николо-Берёзовка урта мәктәбенең география уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1978), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1967). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Петровский ауылынан.
- Мәхмүтов Шамил Әхмәт улы (1935—12.01.2020), юрист, суд органдары һәм адвакатура ветераны, йәмәғәтсе. 1965—1985 йылдарҙа республика судтары судьяһы, 1968 йылдан Башҡорт АССР-ы Юғары суды ағзаһы; 1985—2002 йылдарҙа Адвокаттарҙың Башҡортостан республика коллегияһы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Адвокаттар палатаһының беренсе президенты (2002—2009), Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (1993), Рәсәйҙең почётлы адвокаты (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Яңы Уҫман ауылынан.
- Тереғолов Филарит Шәриф улы (1945), ғалим-педагог. 1981 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1982—1984 йылдарҙа башланғыс белем факультеты, 1993—1999 йылдарҙа педагогика һәм психология факультеты, 2004—2006 йылдарҙа мәғарифтың етәксе хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү факультеты деканы, бер үк ваҡытта 1984—1985 йылдарҙа — педагогика, 1994—2004 йылдарҙа — педагогик теориялар һәм технологиялар кафедраһы мөдире. Педагогия фәндәре докторы (1993), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Шишмә ҡасабаһынан.
- Айытов Валерий Факил улы (1955), ғалим-педагог-методист. 1979 йылдан Бөрө дәүләт педагогия институты һәм Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1995 йылдан — сит телдәр кафедраһы мөдире. Педагогия фәндәре докторы (2007). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы Ҡыҙыл Шишмә ауылынан.
- Ғилман Ишкинин (1965—5.02.2011), шағир, журналист, «Шоңҡар» журналының элекке бүлек мөдире. 2002 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. «Илһам шишмәләре» төбәк-ара шиғриәт фестивале лауреаты (Бәләбәй, 2002).
- Тайганов Артём Сергеевич (1985), спортсы. 2008 йылғы Паралимпия уйындарында ҡатнашыусы, 2004 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2004). Күреү буйынса инвалидтар араһында 800 метрға йүгереүҙә донъя чемпионаттарының көмөш призёры (2006—2007), 1500 метрға йүгереүҙә — Европа чемпионатының бронза призёры (2009), күп тапҡыр Рәсәй чемпионы. Сығышы менән Нефтекама ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Дәүләтбирҙин Сәлихйән Хафиз улы (1927—16.09.2017), педагог, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1982).
- Можаев Борис Иванович (1937), энергетик, хужалыҡ эшмәкәре. 1969—2004 йылдарҙа Павловка ГЭС-ы директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған энергетигы (1989), СССР-ҙың почётлы энергетигы (1976), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1983), СССР-ҙың энергетика һәм электрофикация отличнигы (1987), Рәсәй Федерацияһының почётлы энергетигы (1994), Рәсәй Федерацияһы Берҙәм энергетика системаһының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1996). Нуриман районының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Ленинград өлкәһенең Тихвин ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Әхтәриева Айгөл Атлас ҡыҙы (1974), табип-ғалим, 2000 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2010), профессор. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2011). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы Мәсәғүт ауылынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1905: Аркадий Первенцев, СССР яҙыусыһы, драматург.
- 1918: Николае Чаушеску, Румынияның дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре.
- 1960: Леонид Парфёнов, СССР һәм Рәсәй журналисы, яҙыусы, режиссёр һәм актёр. Биш тапҡыр ТЭФИ премияһы лауреаты.
- 1965: Алексей Лысенков, СССР һәм Рәсәйҙең телетапшырыуҙар алып барыусыһы.