22 ғинуар
көнө
22 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 22-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 343 көн ҡала (кәбисә йылында 344).
22 ғинуар | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | 31 | |||||
2023 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Попкорн көнө.
- Бөйөк Британия: Ҡоштар көнө.
- Польша: Олатайҙар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: ПВО ғәскәрҙәре авиацияһы көнө.
- Тажикстан: Таможня хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғалар
Үҙгәртергә
Был көндө тыуғандар
Үҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр Үҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар Үҙгәртергә
- Максимов Геннадий Семёнович (1895—24.11.1968), ғалим-дерматовенеролог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәтсе. 1953—1967 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының тире һәм венерология ауырыуҙары кафедраһы мөдире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, күсмә ялан госпитале начальнигы. 1953—1967 йылдарҙа Башҡортостан дерматовенерологтары йәмғиәте рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1949), профессор (1954). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1957). Ленин ордены кавалеры (1953). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы Миәҙек ауылынан.
- Гайслер Зоя Павловна (1930), биҙәү-ҡулланма сәнғәте рәссамы. 1963—1992 йылдарҙа «“Ағиҙел” башҡорт сәнғәт әйберҙәре кәсептәре» производство берекмәһе рәссамы. 1980 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1977).
- Илфаҡ Смаҡов (1940—27.05.1993), йырсы (лирик баритон). РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1989), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1985) артисы. Бөтә Рәсәй эстрада артистары конкурсы дипломанты (Мәскәү, 1961).
- Абрамчук Владимир Павлович (1945—19.04.2019), хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1981 йылдан 30-сы төҙөлөш идаралығының баш инженеры, 1988 йылдан — начальнигы. 1996 йылдан Межгорье ҡала Советы депутаты, 2009—2016 йылдарҙа ҡала Советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының беренсе—өсөнсө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1994). СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1989). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1989), Почёт (2000) һәм «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2015) ордендары кавалеры.
- Коваленко Анатолий Николаевич (1950), хужалыҡ эшмәкәре. 1983 йылдан Стәрлетамаҡ районының «Чайка» хужалығы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының (2000) һәм Башҡортостан Республикаһының (1994) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2005), Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданы (2004). Сығышы менән ошо райондың Дергачевка ауылынан.
- Йәнекәев Фәрит Усман улы (1960), ғалим-инженер-физик. 2004 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2012 йылдан — хисаплау техникаһы һәм инженерлыҡ кибернетикаһы кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (2000). Сығышы менән хәҙерге Ҡырғыҙ Республикаһының Ош өлкәһе Өзгөн ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар Үҙгәртергә
- Калегина Мария Васильевна, хеҙмәт ветераны, китапханасы. 1957—1992 йылдарҙа Ҡалтасы районы Калегин ауыл китапханаһы мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Емсин Владимир Викторович (1951), хеҙмәт ветераны, инженер-химик. «Газпром Нефтехим Салауат» берекмәһенең элекке технологы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы.
- Паутова Елена Осиповна (1986), спортсы, еңел атлет. 1500 метрға йүгереү буйынса 2004 һәм 2012 йылдарҙағы йәйге Паралимпия уйындары чемпионы, күп тапҡыр донъя һәм Рәсәй чемпионы. Рәсәйҙең спорт мастеры һәм еңел атлетика буйынса атҡаҙанған спорт мастеры. Почёт (2012), Дуҫлыҡ (2006), 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы (2009) һәм Салауат Юлаев ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Краснодар крайының Адлер ҡалаһынан, 2001 йылдан Өфөлә йәшәй.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар Үҙгәртергә
- Батҡаев Абдулрәшит Яхъя улы (1937—7.03.2007), педагог. 1958 йылдан Салауат ҡалаһының 26-сы һөнәри-техник училищеһы уҡытыусыһы, мастеры; 1975 йылдан — 36-сы, 1986 йылдан — 8-се, 2005—2007 йылдарҙа — 142-се һөнәри училище директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1993), Рәсәй Федерацияһының һөнәри-техник белем биреү отличнигы (1993). Сығышы менән Дәүләкән ҡалаһынан.
- Родионов Евгений Михайлович (1947), хеҙмәт ветераны, рәссам. Бәләбәй халыҡ сәнғәте музейының беренсе директоры. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Сәғетдинова Хәлиҙә Фәйзулла ҡыҙы (1947), юғары мәктәп ветераны, йәмәғәтсе. 1973—2016 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, химия факультеты деканының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары. Химия фәндәре кандидаты, доцент. Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
- Скоробогатова Милана Марат ҡыҙы (1967), педагог, дәүләт хеҙмәткәре, спортсы. 2011—2021 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында бала хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил. Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш (2018—2023) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Өҫтәлмә белем биреү педагогтарының Бөтә Рәсәй конкурсы (1988) һәм «Иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәр» Бөтә Рәсәй конкурсы (2009) еңеүсеһе. Спорт гимнастикаһы буйынса спорт мастеры. Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар Үҙгәртергә
- Кугушев Вячеслав Александрович (1863—30.08.1944), кенәз, революция эшмәкәре, 1898—1902 йылдарҙа Өфө губернаһы земство управаһы рәйесе, Башҡортостандада һәм Волга буйында 1921—1923 йылдарҙағы аслыҡтан интегеүселәргә ярҙам ойоштороусы.
- Әхмәтшин Борис Ғайса улы (1938), ғалим-фольклорсы. 1967 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. 1960 йылдан Башҡортостан буйлап фольклор этнографик экспедицияларҙа ҡатнашыусы, шул иҫәптән 2011 һәм 2015 йылдарҙа экспедиция етәксеһе. Филология фәндәре докторы (1998), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001), В. П. Бирюков исемендәге Урал премияһы лауреаты (1997).
- Протопопов Владимир Васильевич (1948), инженер, йәмәғәтсе. 1993—1998 йылдарҙа Нефтекама автомобиль заводының генераль директоры. Рәсәй Федерацияһының 2-се саҡырылыш (1998—1999) Дәүләт думаһы һәм Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры.
- Рәшитова Мөслимә Ғәйниәхмәт ҡыҙы (1953), педагог. 2010—2018 йылдарҙа Ауырғазы районы Талбазы лицейы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар Үҙгәртергә
- Зеленцов Анатолий Александрович (1854—1918), тау инженеры, Рәсәй империяһының дәүләт эшмәкәре. 1877—1878 йылдарҙағы рус‑төрөк һуғышында ҡатнашыусы. 1876 йылда Санкт‑Петербург тау институтын тамамлағандан һуң Уралда эшләй. 1903—1905 йылдарҙа Өфө тау округының бөтә заводтарында һигеҙ сәғәтлек эш көнө индерә, үҫмерҙәр хеҙмәтен файҙаланыуҙы сикләй. 1909—1912 йылдарҙа Өфө губернаһынан Дәүләт советы ағзаһы. Сығышы менән Ырымбур губернаһының Бөрө өйәҙенән.
- Болелый Владимир Антонович (1924), нефтсе, хужалыҡ эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1953—1992 йылдарҙа «Башнефть» производство берекмәһенең Бәләбәй быраулау контораһы директоры һәм Бәләбәй быраулау эштәре идаралығы начальнигы. РСФСР нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1985), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1974), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1974). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1959), ике «Почёт Билдәһе» (1966, 1971), Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары кавалеры. Бәләбәй ҡалаһының почётлы гражданы (1989). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Константиноградовка ауылынан.
- Ситдыҡов Гена Әхмәт улы (1934—20.07.1998), ғалим-тау инженеры. 1972—1994 йылдарҙа «Геофизика» ғилми‑производство фирмаһының сектор һәм лаборатория мөдире, баш ғилми хеҙметкәр. Техник фәндәр докторы (1985), профессор (1993). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1980) һәм атҡаҙанған нефтсеһе (1982).
- Юлбарисов Эрнст Мирсаяф улы (1939), ғалим-геолог, дәүләт һәм нефть сәнәғәте эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1992—1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Геология һәм ер аҫтын файҙаланыу буйынса дәүләт комитеты рәйесенең 1-се урынбаҫары. Геология-минералогия фәндәре кандидаты (1976), техник фәндәр докторы (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1995), Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (1997) һәм почётлы ер аҫтын тикшереүсеһе (2009), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1987).
- Кондрашёва Наталья Константиновна (1954), ғалим-химик‑технолог. 1976—2012 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. 2012 йылдан «Таулы» Милли минерал-сеймал университетында, 2014 йылдан — кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (1997), профессор. (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (2002). Сығышы менән хәҙерге Волгоград өлкәһенең Весёлое ауылынан.
- Насиров Фәрит Сәғит улы (1954), ғалим-математик, 1976 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Физика‑математика фәндәре докторы (2002), профессор (2010).
- Мөхәмәтйәнов Ирек Зирәк улы (1959), ғалим-математик, 1981 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, 2006—2010 йылдарҙа кафедра мөдире. Физика‑математика фәндәре докторы (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы Иҫке Ҡорос ауылынан.
Дөйөм исемлек Үҙгәртергә
- 1898: Сергей Эйзенштейн, СССР-ҙың театр һәм кино режиссёры, рәссам, сценарист, сәнғәт теоретигы, педагог.
- 1921: Кшиштоф Камиль Бачинский, Польша шағиры.
- 1935: Валентина Талызина, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1985).