Шакиров Мөхлис Баҙыҡ улы
Шакиров Мөхлис Баҙыҡ улы (1 ғинуар 1924 йыл — ? октябрь 2019 йыл) — партия һәм ауыл хужалығы эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Дүртөйлө райком комитетының 2-се секретары (1961—1963 йй.), РСФСР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1983), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған агрономы (1976). Ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1944, 1945), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1967, 1970) һәм «Почёт Билдәһе» (1974) ордендары кавалеры.
Шакиров Мөхлис Баҙыҡ улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Башҡорт АССР-ы Рәсәй |
Тыуған көнө | 1 ғинуар 1924 |
Тыуған урыны | Мәкәш, Дәүләкән районы |
Вафат булған көнө | 2019 |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, агроном |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт аграр университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәМөхлис Баҙыҡ улы Шакиров 1924 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны[1] Мәкәш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһы күрше немецтәр йәшәгән утарҙағы хужалыҡтарҙа ялланып эшләгән була. Мөхлисте ун йәшенән үҙенә ярҙамсы итеп эшкә эйәртеп йөрөткән. Ул шулай кесе йәштән ер эшкәртеү, иген игеү, йәшелсә үҫтереүгә өйрәнеп үҫә. Мөхлис Баҙыҡ улының буласаҡ һөнәренә нигеҙ һалына. Колхохдар ойошторола башлағас, немецтәр, хужалыҡтарын ҡалдырып, күсеп китә, ә Мөхлистең атаһын «кулак» мөһөрө тағып, Мәскәү-Иҙел каналы төҙөлөшөнә һөргөнгә ебәрәләр.
1941 йылда Ленинградтағы фабрика-завод (ФЗО) мәктәбенә уҡырға инә, һуғыш башланғас, (ун һигеҙ йәше тулмау сәбәпле һуғышҡа алынмай) ауылға кире ҡайта. Ауылдаштары менән бергә ер эшкәртә, иген сәсә. Ун һигеҙ йәше тулғас, Чкалов ҡалаһына (хәҙерге Ырымбур ҡалаһына) пулемётсылар курсына уҡырға ебәрәләр. Уҡып бөткәс, пулемет расчеты сифатында Сталинград һуғышына ебәрелә. Украина, Белоруссия, Балтик буйы республикалары аша Польшаға һәм, ахырҙа, Германияға барып етә. Бер нисә тапҡыр ауыр яралана. 1946 йылда демоблизациялана.
Һуғыштан һуң урта белем алыу маҡсаты менән, Октябрьский ҡалаһына килеп төпләнә. Унда киске мәктәптә уҡыу менән бер рәттән, музыкаль лекторияға йөрөй
Чайковский, Моцарт, Вагнер, Бах, Бетховен, Мендельсон, Шуберт әҫәрҙәрен яратып тыңлай. Әммә шундай бөйөктәр араһынан күңеленә иң ятҡаны — Бетховен[2].
- 1948 йылдан Дәүләкән районы «Башаҡ» колхозының партком комитеты секретары булып эшләй.
- 1950—1952 йылдарҙа ДОСААФ-тың Октябрьский ҡала комитеты рәйесе.
- 1957 йылда Башҡорт ауыл хужалығы институтын ҡыҙыл диплом менән тамамлай һәм Дүртөйлө районындағы Һыуыҡҡул МТС-ның баш агрономы итеп тәғәйенләнә.
- 1958 йылда инспекция начальнигы.
- 1961—1963 йылдарҙа Дүртөйлө райком комитетының 2-се секретары.
- 1963—1964 йылдарҙа производство начальнигы.
- 1965—1985 йылдарҙа Дүртөйлө районының ауыл хужалығы идаралағы начальнигы.
1983 йылда тәүге тапҡыр Дүртөйлө районына «Игенселек культураһы юғары булған район» исеме бирелә. 2000 йылда Шакиров Мөхлис Баҙыҡ улы 77 йәшендә Мәскәүҙә, Ҡыҙыл майҙанда, Еңеү парадында ҡатнаша.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944, 1945 йй.)
- 2-се дәрәжә «Ватан һуғышы» ордены (1944 й)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974,1977) һәм «Почёт Билдәһе» (1974) ордендары кавалеры
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы (1976)
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1983)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы
- ↑ Марсель Ҡотлоғәлләмов. Ул ярһыған яҙҙар яҙ ине(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Шакиров Мөхлис Баҙыҡ улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 3 июнь 2022)