Вольфсбург
Вольфсбург (нем. Wolfsburg [ˈvɔlfsbʊʁk], т.-нем. Wulfsborg) — Германияның Түбәнге Саксония федераль ерендәге ҡалаһы. Был ҡалала Фольксваген концернының штаб-фатиры урынлашҡан. Брауншвейг һәм Зальцгиттер ҡалалары менән бергә Вольфсург Түбәнге Саксония еренең иң юғары кимәлдәге үҙәге булып һанала. Бынан тыш, Вольфсбург ҡалаһы Ганновер-Брауншвейг-Геттинген-Вольфсбург агломерацияһының бер өлөшө булып тора.
Тарих
үҙгәртергәВольфсбург — Германияла ХХ быуаттың беренсе яртыһында нигеҙләнгән ҡалаһы. 1938 йылдың 1 июленән алып 1945 йылдың 25 майына тиклем Вольфсбург Штадт дес КоФ-Вагенс Фаллерслебен[13][14] тип аталған һәм «Фольксваген» заводы хеҙмәткәрҙәре йәшәү өсөн тәғәйенләнгән урын булырға тейеш булған, бында автомобилдең «Ҡуңыҙ (Жук)» моделе сығарылған.
Халыҡ
үҙгәртергәВольфсбург Түбәнге Саксония ерендәге халыҡ һаны буйынса, Ганновер, Брауншвейг, Оснабрюк, Ольденбург һәм Геттингендан ҡала, алтынсы урынды биләй. 1972 йылда халыҡ һаны 100 000 ашыу кеше була, шул арҡала Вольфсбург Германияның иң эре ҡалалары иҫәбенә инә.
|
Географияһы
үҙгәртергәВольфсбург ҡалаһы Аллер йылғаһының иҫке үҙәнендәге Урта Германия каналынан көньяҡта тора. Ҡала территорияһы Көнсығыш Брауншвейг уйһыу тигеҙлегенән, төньяҡта — Форсфельдер-Вердер (нем.)баш., көнбайышта — һаҙлыҡлы урынға Барнбрух (нем.)баш., ә көнсығышта — Дрёмлинг (нем.)баш. менән сиктәш.
Яҡындағы иң ҙур ҡалаһы булып көньяҡ-көнбайышта 26 км алыҫлыҡтағы Брауншвейг, көньяҡ-көнсығышта 64 км алыҫлыҡтағы Магдебург һәм көнбайышта 74 км алыҫлыҡтағы Ганновер ҡалалары тора.
Иҡтисад
үҙгәртергәҠалала Volkswagen үҙәк заводы урынлашҡан[15].
Иҫтәлекле урындары
үҙгәртергә- Автомузей Volkswagen
- Музей Autostadt
- Phæno —фәнни үҙәк һәм музей
Галереяһы
үҙгәртергә-
Карта яҡынса 16 быуат картаһында Волфсбург замогы
-
Яҡынса 1654 йылда Вольфсбург һарайы. Гравюра
-
Вольфсбург замогы (көньяҡ-көнбайыш яғы)
-
Нойхаус замогы
-
Һарай яны урамындағы иҫке замок
-
Беренсе ҡатлы күп фатирлы йорт төҙөү стадияһында. Гетештрасса
-
Ҡала үҙәгендәге өс ҡатлы торлаҡ йорт.
-
Урта Германия каналы янындағы «Фольксваген» заводы
Спорт
үҙгәртергәҠалала «ФК Вольфсбург» футбол клубы һәм «Гризли Адамс Вольфсбург» хоккей клубы төпләнгән.
Вольфсбургта Фольксваген-Арена футбол стадионы бар.
Туғанлашҡан ҡалалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ISIL- und Sigeladressen mit Koordinaten ausgestattet — Берлинская государственная библиотека, 2016.
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ http://www.mayorsforpeace.org/english/membercity/map/europe.html
- ↑ https://www.nst.de/%C3%9Cber-uns/Mitglieder/index.php?ModID=9&object=tx%7c2606.2&FID=2606.251.1&NavID=2606.10&La=1
- ↑ Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2023 (нем.) — DESTATIS, 2024.
- ↑ 6,00 6,01 6,02 6,03 6,04 6,05 6,06 6,07 6,08 6,09 6,10 6,11 https://www.wolfsburg.de/~/media/wolfsburg/statistik_daten_fakten/statistik_daten_und_fakten/bevoelkerungsbericht/stadtwolfsburg_statistik_bevoelkerungsbericht2020.pdf?la=de-DE
- ↑ 7,0 7,1 https://www.wolfsburg.de/leben/stadtportraitstadtgeschichte/staedtepartnerschaften
- ↑ http://en.changchun.gov.cn/yhcs3/wefsb/ycgk11/
- ↑ http://www.wb.dl.gov.cn/index.php/home/index/news_list/id/890/column_id/2.html
- ↑ https://www.destatis.de/DE/ZahlenFakten/LaenderRegionen/Regionales/Gemeindeverzeichnis/Administrativ/Aktuell/05Staedte.html
- ↑ Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2018 (4. Quartal) — Federal Statistical Office.
- ↑ https://www.wolfsburg.de/~/media/wolfsburg/statistik_daten_fakten/statistik_daten_und_fakten/bevoelkerungsbericht/stadtwolfsburg_statistik_bevoelkerungsbericht2020.pdf?la=de-DEq15825103
- ↑ Stadt KdF des-Wagens — Walter Krämer, und Trenkler Götz Krämer Denis: der neue Das Irrtümer Lexikon populären. Frankfurt am Main, Eichborn, 1998. 365 S.
- ↑ Chronik der Stadt 2009 йыл 2 сентябрь архивланған., www.wolfsburg.de
- ↑ Volkswagen автомобиле эшләй кеүек. Фоторепортаж 2019 йыл 3 апрель архивланған.