Судан
Суда́н (ғәр. السودان), тулы исеме — Судан Республикаһы (ғәр. جمهورية السودان (Джумхурийат ас-Судан)) — Төньяк-көнсығыш Африкала урынлашҡан Африка дәүләте. Төньяҡтан Мысыр, төньяк-көнбайыштан Ливия, көнбайыштан Чад, көньяк-көнбайышта Үҙәк Африка Республикаһы һәм Конго Демократик Республикаһы, көньяҡтан һәм көньяҡ-көнсығыштан Уганда һәм Кения, көнсығыштан Эритрея һәм Эфиопия менән сиктәш. Төньяк-көнсығыш яҡтан ярҙары Ҡыҙыл диңгеҙ һыуҙары менән йыуыла.
| |||||
Девиз: «Беҙҙең еңеү (an-Nasru la-naa)» | |||||
Гимн: «Беҙ - Аллаһ ғәскәре, беҙ - тыуған ил ғәскәре (Nahnu jundu l-Laahi, jundu l-watan)» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 1 ғинуар 1956 ( Бөйөк Британиянан һәм Египет) | ||||
Рәсми тел | ғәрәп | ||||
Баш ҡала | Хартум | ||||
Эре ҡала | Омдурман | ||||
Идара итеү төрө | Республика | ||||
Президент | Омар Хәсән әл-Башир | ||||
Дәүләт дине | ислам (Суннизм) | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө |
16 1,886,068 км² 0 | ||||
Халыҡ • Һаны (2008) • Халыҡ тығыҙлығы |
30,894,000 чел. (38) 16,4 чел./км² | ||||
КПҮИ (2007) | ▼ 0,531 (150 урын) | ||||
Валюта | Судан фунты (SDP) | ||||
Интернет-домен | .sd | ||||
Код ISO | SD | ||||
МОК коды | SUD | ||||
Телефон коды | +249 | ||||
Сәғәт бүлкәте | +3 |
Баш ҡалаһы — Хартум ҡалаһы.
Тарихы
үҙгәртергәБоронғо һәм урта быуаттарҙа
үҙгәртергәСудан территорияһында таш быуаттың Хартум мәҙәниәте ҡомартҡылары табылған. Беҙҙең эраға тиклем 4-3 мең йыллыҡта, Судандың төньяғында шул ваҡыттағы Мысыр мәҙәниәтенә яҡын мәҙәниәт барлыҡҡа килә. Элек хәҙерге Судандың биләмәһенең күп өлөшөндә (Нубия исеме аҫтында билдәле) боронғо мысырлылар туғандаш семит-хамит һәм кушит ҡәбиләләре ултырған. Беҙҙең эраға тиклем 2-се мең йыллыҡта бында көньяҡтан негроидтар күсеп килгән. Хәҙерге заман биләмәһендә хәҙерге нилоттарҙың ата-бабалары йәшәгән. Урындағы халыҡ боронғо Мысыр менән сауҙа иткән һәм уның яғынан сапҡынсылар тарафынан талауға дусар булған. Беҙҙең эраға тиклем 2 мең йыллыҡтың башында бында Керм дәүләте барлыҡҡа килә, һуңыраҡ ул Куш батшалығы менән алмашына[1].
Беҙҙең эраның IV быуат башында биләмәнең ҙур өлөшө Аҡсум батшалығына инә. Артабан бер нисә быуат дауамында төбәктә бер нисә бойондороҡһоҙ короллек барлыҡҡа килә. Уларҙың иң ҡеүәтлеһе христиан дәүләте Мукурра була, ул б. э. т. VI быуатта нигеҙләнә, XIV быуатта мысыр мәмлүктәре баҫып алғансы 900-гә яҡын йыл йәшәй. Башҡа дәүләт, Алоа, 1500 йылдар тирәһендә фундж халҡы тарафынан баҫып алына[1].
XVI—XVIII быуаттарҙа хәҙерге Судан биләмәһендә үҫешкән ауыл хужалығы, һөнәрҙәр һәм сауҙаһы менән бойондороҡһоҙ дәүләттәр йәшәгән. Уларҙың иң мөһиме — Сеннар һәм Дарфур солтанлығы булған[1]. Әммә XVIII быуат урталарына улар айырым феодаль кенәзлектәргә һәм күсмә ҡәбиләләргә тарҡала.
XIX быуат
үҙгәртергә1819—1822. йылдарҙа Мысыр Судандың территорияһының күп өлөшөн баҫып ала[1]. Юғары Порт фарманына ярашлы 1841 йылда был «Мысыр Суданы» тип аталған административ берәмектәр менән идара итеү Мысырҙың вице-короленә тапшырыла, шулай итеп, Судан Ғосман империяһы составыан инә, әммә ғәмәлдә Мысыр биләмәһе була.
XIX быуаттың икенсе яртыһында Суданда Бөйөк Британияның йоғонтоһо көсәйә[1]. Ҡаты эксплуатациялау һәм милли иҙеү дини-реакцион юнәлеш менән көслө халыҡ хәрәкәтенә килтерә. Дини лидер Мөхәммәт ибн Абдалла, 1881 йылда үҙен «Мәхди» (мессияһы) тип иғлан итә һәм көнбайыш һәм үҙәк Судандың ҡәбиләләләрен ғосманлыларға ҡаршы берләштерергә тырыша. Ихтилал 1885 йылда Хартумды алыу һәм илдән европа, төрөк һәм мысыр чиновниктарын ҡыуыу менән тамамлана. Мәхмәт Әмин-паша (Эдуард Шнитцер1840—1892 й.) — Судан өлкәһенең губернаторы һәм Африкала рус тикшеренеүсеһе Василий Юнкер (1840—1892 й.) Генри Мортон Стенли етәкселеге аҫтындағы экспедиция ярҙамында төбәкте ташлап китә. Ихтилал юлбашсыһы тиҙҙән вафат була, әммә ул ойошторған Абдаллаһ ибн әл-Сәид етәкселегендәге иҙеүсе дәүләт тағы ла тиҫтә йылдар тора ала, тик 1898 йылда ғына ихтилал инглиз-мысыр ғәскәрҙәре тарафынан баҫтырыла[1].
1899 йылдың 19 ғинуарында Бөйөк Британия һәм Мысыр Суданда берлектәге идара итеү буйынса килешеүгә ҡул ҡуя. Инглиз чиновниктары юғары звено була, ә уртансыһы — мысырлылар. Ғәмәлдә Судан Бөйөк Британияның колонияһына әүерелә[1].
XX быуат
үҙгәртергәБеренсе донъя һуғышы тамамланғас, Бөйөк Британия колониаторҙары Суданды мамыҡ етештереү иленә үҙгәртеүгә йүнәлеш ала[1]. Суданда милли буржуазия формалаша башлай.
Британия хакимиәте үҙенең власын нығытыу өсөн, традицион диндә булған һәм христиан динен тотҡан көньяҡ судан халҡының исламға һәм ғәрәпкә ҡаршы рухын дәртләндерә[1].
1921 йылда 9-сы судан батальоны офицеры, динка ҡәбиләһенән ҡол улы Әли Абд әл-Латиф беренсе сәйәси ойошма —"Берләшкән ҡәбиләләрҙең Судан йәмғиәтен" булдыра, ул бойондороҡһоҙлоҡ биреү талап итә. Ул суданлыларҙы ҡораллы ихтилалға саҡырған манифест сығара.
Икенсе донъя һуғышы барышында, 1940 йылдың июнендә, Абиссиния биләмәһендә һуғышҡан италия армияһы, Судандың өлөшөн биләй, әммә 1941 йылда уҡ итальяндар китергә мәжбүр була, ә Судан Африкала британ ҡораллы көстәренең мөһим базаһы була. Урындағы халыҡтан йыйылған хәрби частәр Эритрея, Мысыр, Ливия, Туниста хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша[1].
Һуғышта ҡатнашыу Судан өсөн ыңғай һөҙөмтә бирә — милли сәнәғәт үҫешә, милли, сәйәси тормош активлаша, сәйәси партиялар, профсоюздар барлыҡҡа килә, үҙаллылыҡҡа ынтылыштар көсәйә[1].
1951 йылдың 15 октябрендә Мысыр парламенты 1936 йылғы инлиз-мысыр договорын һәм 1899 йылдағы инглиз-мысыр килешеүен өҙөү тураһында законды раҫлай, Мысыр короле Фәруҡ Мысырҙың һәм Судандың короле булып иғлан ителә.
Мысыр 1952 йылғы Июль революцияһынан һуң судан халҡының үҙбилдәләнешкә булған хоҡуғын таный[1]. 1953 йылдың ноябрендә Судан парламентына һайлауҙар үтә, 1954 йылда үҙидараның күсеш осоро хөкүмәте төҙөлә. 1955 йылдың август айында Судан парламенты кондоминиум эшмәкәрлеген туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул итә, һәм шул уҡ йылда инглиз һәм мысыр ғәскәрҙәре Судандан сығарыла.
1956 йылдың 1 ғинуарынан Судан бойондороҡһоҙ дәүләт тип иғлан ителә[1].
XXI быуат
үҙгәртергәКолониаль осорҙа Судандәң сиктәре яһалма үткәрелә һәм этноконфессиональ айырмалар иҫәпкә алынмай, был өҙлөкһөҙ тиерлек граждандар һуғышына килтерә. 2011 йылда низағтар менән өҙгөләнгән ил ике өлөшкә бүленә, улар араһында мөнәсәбәттәр территориаль һәм иғтисади бәхәстәр арҡаһында ҡораллы конфликттарға тиклем бик көсөргәнешле ҡала.
2003-2004 йылдарҙа Көньяҡ баш күтәреүселәр менән хөкүмәт араһында тыныс һөйләшеүҙәр һиҙелерлек һөҙөмтә бирә, әммә ҡайһы бер көньяҡ райондарҙа ҡораллы бәрелештәр дауам итә. 2005 йылдың ғинуарында яҡтар Көньяҡ Судан автономия менән 6 йыл дауамында ҡуллана ала тип килешә, шунан һуң ошо биләмәнең бойондороҡһоҙлоғо тураһында мәсьәлә референдумға сығарыла, ә нефть сығарыуҙан булған килемдәр был осор дауамында хөкүмәт һәм баш күтәреүселәр араһында тигеҙ бүленә. 2005 йылдың июль айында баш күтәреүселәрҙең элекке лидеры Джон Гаранг Судандың вице-президент вазифаһына инә[2]. Парламентта һәм хөкүмәттә урындар Төньяҡ һәм Көньяҡ вәкилдәре араһында ла, етәксе партиялар, шулай уҡ оппозиция араһында ла бүленә.
2011 йылда референдумдан һуң бойондороҡһоҙ дәүләт булып киткән Көньяҡ Судандан тыш, үҙәк властарҙың исламлаштырыу һәм ғәрәпләштереү буйынса сәйәсәте илдең тарихи һәм этник үҙенсәлектәренә эйә булған төбәктәрҙә — Дарфур, Кордофан, Беджала баш күтәреүселәр һәм сепаратизм хәрәкәтен тыуҙыра. Дарфурҙа ҡаршылыҡ күрһәтеү күләмле һуғыштарға һәм үлтерештәргә тиклем барып етә, ә көнсығышта 2006 йылға тиклем сәйәси-ҡораллы ҡаршылыҡ күрһәтеүҙе «Беджа халҡының Көнсығыш фронты» күрһәтә.
2010 йылдың 11-15 апрелендә Суданда дөйөм һайлауҙар үтә. Һайлауҙар һөҙөмтәһе буйынса хакимлыҡ итеүсе Милли конгресс партияһы һәм президент Ғүмәр Бәшир власын һаҡлап ҡала.
2011 йылдың 9-16 ғинуарында Судандың көньяғында бойондороҡһоҙ дәүләт төҙөү мәсьәләләре буйынса референдум үтә[3][4], уның алдағы һөҙөмтәләре 30 ғинуарҙа халыҡҡа иғлан ителә. Референдум һөҙөмтәләре буйынса Көньяҡ Судандың күпселек халҡы бойондороҡһоҙлоҡ өсөн тауыш бирә[5]. 9 июлдә Көньяҡ Судан үҙаллылыҡ иғлан итә. 11 июлдә Беррләшкән Милләттәр Ойошмаһының Хәүефһеҙлек Советы Суданда тыныслыҡ урынлаштырыу миссияһын тамамлау буйынса ҡарар ҡабул итә.
2011 йылдың майында, Көньяҡ Судан айырылғанға ҡәҙәр авгусҡа тиклем уның менән Көньяҡ Кордофандың бәхәсле зонаһында ҡораллы конфликт башлана һам дауам итә.
2012 йылдың март—апрель айҙарында Көньяҡ Судан һәм Судан араһында ҡораллы конфликт Хеглигта була.
Географияһы
үҙгәртергәСудан территорияның ҙур өлөшөн плато (300-1000 метр бейеклектә) биләй, уны көньяҡтан төньяҡҡа Аҡ һәм Зәңгәр Нил ҡушылдығынан барлыҡҡа килгән Нил йылғаһының үҙәне киҫеп үтә. Ҡушылдыҡ районында илдең башҡалаһы, Хартум урынлашҡан. Бөтә йылғалар ҙа Нил бассейнына ҡарай.
Илдең төньяғында — Ливия һәм Нубий сүллеге, ул үҫемлектәрҙән мәхрүм тиерлек (ул сүллектәрҙә бар: иген һәм ҡоро үлән, һирәк ағастар, ярымсүл һәм оазистар). Илдең үҙәгендә һәм көньяғында — саванна һәм һирәк урман. Көнсығыш һәм көнбайышта — тауҙар.
Көньяҡта климат субэкваториаль, төньяҡта — эҫе сүллек климат. Төп экологик проблемалары — тупраҡ эрозияһы һәм сүлләнеү. Территорияның яҡынса 10 процентын урмандар биләй.
Хайуандарҙан һаҡланып ҡалғандары: антилопа орикс, ғәзәлдәр, жирафтар, фил, леопард, арыҫлан, бегемот, страус, туғаҙаҡ, марабу, цесарка, ҡош-секретары, питондар, крокодилдар, ике төрлө һулаусы протоптерус, күп ҡанатлы балыҡ, нил алабуғаһы, юлбарыҫ балығы, термиттар, цеце себене һ.б[1].
Этник һәм тарихи үҙенсәлектәргә һәм айырымалыҡтарға эйә булған илдең эре төбәктәре булып Дарфур, Кордофан, Сеннар, Беджа тора.
Административ бүленеше
үҙгәртергәАдминистратив яҡтан Судан 18 провинцияға бүленә, улар ҡайһы берҙә штат тип тә атала:
- Аҡ Нил
- Көнсығыш Дарфур
- Гедареф
- Зәңгәр Нил
- Көнбайыш Дарфур
- Көнбайыш Кордофан (2013 йылда тергеҙелә)
- Кассал
- Ҡыҙыл диңгеҙ
- Нил
- Төньяҡ провинция
- Төньяҡ Дарфур
- Төньяҡ Кордофан
- Сеннар
- Үҙәк Дарфур
- Хартум
- Әл-Ғәзир («Утрау»)
- Көньяҡ Дарфур
- Көньяҡ Кордофан
Халҡы
үҙгәртергә2015 йылдың июль айы баһаһы буйынса Судан халҡы 40 234 882 тәшкил итә[6]; 2010 йылдың июленә — 30,89 млн кеше (Көньяҡ Суданды иҫәпләмәйенсә). Йыллыҡ үҫеш 2,15 % кимәлендә. Тыуымдың дөйөм коэффициенты — ҡатын-ҡыҙға 4,4 самаһы тыуым тура килә. Сабыйҙар үлеме — 1000 балаға 78. Ир-аттың уртаса ғүмер оҙайлығы 54,2 йәш, ҡатын-ҡыҙҙарҙың 56,7 йәш тәшкил итә. Ҡала халҡы һаны — 43 процент. Грамоталылыҡ ирҙәр араһында 71 процент, ҡатын-ҡыҙҙар араһында 50 % тәшкил итә (2003 йылғы баһа буйынса). Халыҡтың 70 процентын ғәрәптәр[7], беджалар (кушиттар) — 6 %, башҡа халыҡ 3 % тәшкил итә. Иң таралған телдәр — ғәрәп, нилот, нубий, беджа телдәре. Ғәрәп һәм инглиз телдәре рәсми телдәр булып тора. Төньяҡ Судан халҡының күпселеге сөнниселәр мәғәнәһендәге ислам динен тота (95 процент), христианлыҡ — 1 %, аборигендар культы — 4 %.
Дәүләт ҡоролошо
үҙгәртергәРеспублика. 2005 йылдан ваҡытлыса конституция эшләй. Хөкүмәт һәм дәүләт башлығы — президент.
Ике палаталы парламент — провинция советы (провинцияларҙың идара органдары тарафынан 50 урын 6-йыллыҡ срокҡа һайлана) һәм Милли ассамблея (450 урын 2005 йылда президент тарафынан тәғәйенләнә — 360 урын тултырыла: 355 урын президент партияһы Милли конгресстан һәм 5 партияһыҙ).
2010 йылдың 11-15 апрелендә президент һәм парламент һайлауҙары үтә. Президент һайлауҙарында еңеүсе тип Ғүмәр Хәсән әл-Бәшир (68,24 %) иғлан ителә. Парламент һайлауҙары йомғаҡтары буйынса иң күп тауыш йыйған партия Судандың Милли конгрессы.
Судандың ҡораллы көстәре
үҙгәртергәДәүләттең азатлығын, бойондороҡһоҙлоғон һәм территориаль бөтөнлөгөн һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән Судан Республикаһының хәрби ойошмаһы ҡоро ер ғәскәрҙәре, хәрби-диңгеҙ көстәре, һауа көстәре һәм халыҡ оборонаһы көстәренән тора.
Иҡтисады
үҙгәртергәИлдә ауыл хужалығы, шулай уҡ нефть табыу төп килем килтерә[8]. 1999 йылда Хеглигтан (Көньяҡ Кордофан) һәм Юнитинан (Көньяҡ Судан) Порт-Хартумға нефть үткәргес торбалар үтә[8]. Сәнәғәт насар үҫешкән.
2008 йылдың икенсе яртыһына тиклем Судан иҡтисады тиҙ үҫешә (2006 һәм 2007 йылдарҙа эске тулайым продукт үҫеше 10 процент) — был нефть сығарыу (нефткә хаҡтар юғары була) һәм сит ил инвестициялары арҡаһында. Судан 1999 йыл аҙағынан нефть экспортлай башлай.
Ауыл хужалығы Судан иҡтисадының мөһим секторы булып ҡала — 80 % тиерлек эшсе эшләй, был тулайым продукттың өстән бер өлөшө тиерлек.
Эске тулайым продукт 2009 йылда йән башына — 2,3 мең доллар. (донъяла 181-се урын). Фәҡирлек кимәле — 40 % халҡы (2004 йыл). Эшһеҙлек кимәле — 18,7 процент (2002 йылда). Инфляция — 14,3 % (2008 йыл).
Сәнәғәт — нефть сығарыу һәм эшкәртеү, мамыҡ, туҡымалар эшкәртеү, ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү, аяҡ кейемдәре етештереү, автомобилдәр йыйыу.
Ауыл хужалығы — мамыҡ, арахис, сорго, тары, бойҙай, гуммиарабик, шәкәр ҡамышы, кассава (тапиока), манго, папайя, банан, татлы картуф; һарыҡ, һыйыр, кәзә үрсетеү; балыҡсылыҡ.
Тышҡы сауҙаһы
үҙгәртергәЭкспорт — 11,7 миллиард доллар. (2008 йылда) — нефть һәм нефть продукттары; мамыҡ, мал, арахис, гуммиарабик, шәкәр.
Төп һатып алыусылар — Ҡытай 48 %, Япония 32,2 %, Индонезия 5,3 %, Рәсәй 7,8 %.
Импорт — 8,2 миллиард доллар. (2008 йылда) — аҙыҡ-түлек, сәнәғәт тауарҙары, транспорт саралары, дарыуҙар һәм химпродукция.
Төп һатып алыусылар — Ҡытай 20,3 %, Сәғүд Ғәрәбстаны 8,5 %, Берләшкән Ғәрәп Әмирлеге 6,3 %, Мысыр 5,6 %, Һиндостан 5,1 %, Италия 4,1 %.
Африка, Кариб бассейны һәм Тымыҡ Океан илдәренең Халыҡ-ара ойошмаһәна инә.
Тышҡы бурысы — 36,3 миллиард доллар. (2009 йыл аҙағына).
2007 йылдың ғинуарынан Суданда яңы валюта индерелә— судан фунты (судан динар урынына — 100 динар = 1 фунт).
Транспорты
үҙгәртергәАвтомобиль юлдарының ҙур өлөшө ҡаты япмаға эйә булмауы менә хас, шуның өсөн ямғырҙар миҙгелендә үтеп булмай. Асфальт автомобиль юлдарының оҙонлоғо — 4,6 мең км. Традицион транспорт төрҙәре үҫешкән— артмаҡлы йөк ташыу, йөк ташыусылар ярҙамында ташыу. Нил йылғаһында судоходство 3,7 мең км. оҙонлоғонда башҡарыла. Авиаташыуҙар — Хартумдағы халыҡ-ара аэропорты аша башҡарыла.
Тимер юл селтәре оҙонлоғо — 4,7 мең км (ҡара: Судандың тимер юл транспорты).
Иң ҙур диңгеҙ порты — Порт-Судан.
Дарфурҙағы конфликт
үҙгәртергәДарфур регионында төрлө халыҡ вәкилдәре йәшәй, уларҙы ике төркөмгә берләштерергә була — ҡара тәнле африканлылар һәм ғәрәп ҡәбиләләре. Ике төркөм дә ислам динен тота, әммә, күп быуаттар дауамында ике этник төркөм араһында мөнәсәбәттәр даими көсөргәнеш менән айырылып торған һәм ҡораллы бәрелештәргә килтергән. XX быуатҡа тиклем Дарфур ҡолдар һатыу үҙәге булып тора, өҫтәүенә, ҡара тәнле һәм ғәрәп ҡол һатыусылары ҡолдарҙы эләктереп алыу өсөн баҫып алыуҙа һәм артабан Африка яры буйҙарында һатып ебәреү өсөн бер-береһе менән ярыша. Этник төркөмдәр сикләнгән ер һәм һыу ресурстары өсөн дә низағлаша. XX быуат аҙағында ғәрәп-күскенселәре урынлашҡан йәшәүгә яраҡлы элекке ерҙәр сүлгә әйләнә һәм улар көньяҡҡа күсеп ултыра, был төркөмдәрҙең этник-ара мөнәсәбәттәренең киҫкеләшеүенә килтерә.
Хәҙерге заман конфликттарының төп сәбәбе — Хартум һәм Көньяҡ баш күтәреүселәренең нефть сығарыу килемдәрен бүлеү тураһында килешеүе тора. Дарфурҙың ҡара тәнле халҡы килешеүҙә уларҙың иҡтисади мәнфәғәте иҫәпкә алынмай тип һанай.
2003 йылда Судан хөкүмәтенә ҡаршы ике хәрбиләштергән төркөм сығыш яһай: «Дарфурҙы азат итеү фронты», һуңынан ул Судан азатлыҡ хәрәкәте тип үҙгәртелә (SLM/СО), һәм «Ғәҙеллек һәм тигеҙлек өсөн хәрәкәт» (JEM). Судан азатлыҡ хәрәкәтенең төп халҡы фур, загава һәм масалиттарҙан тора[9].
Баш күтәреүселәргә ҡаршы көрәш һылтауы менән, Судан хөкүмәте урындағы ғәрәп телле күскенселәрҙән ойошторолған «Джанджавид» ополчениеһын эшләтә башлай, уның һалдаттары африка граждандары халҡына ҡаршы даими яза биреүсе рейдтар үткәрә. «Джанджавид» отрядтарына регуляр армия ярҙам итә, мәҫәлән, Судандың хәрби-һауа көстәре самолеттарын һәм вертолеттарын ҡулланып, тыныс халыҡты бомбаға тотоу тураһында факттар билдәле.
Урындағы негроид халҡының ғәрәп ҡораллы отрядтары тарафынан геноциды арҡаһында Дарфур 2003 йылдан гуманитар катастрофа торошонда һәм ғәҙәттән тыш хәлдә була.
2010 йылдың июлендә төбәктең киләсәге тураһында референдум үтергә тейеш була. Килгән кешеләр Дарфур өс айырым провинциянан торһонмо әллә Дарфур үҙенең конституцияһы һәм хөкүмәте менән бер автономиялы төбәк тәшкил итһенме тигән һорауға яуап бирергә тейеш була.
Күрше дәүләттәр менән биләмәләр буйынса бәхәсе
үҙгәртергәХалаиб өсмөйөшө
үҙгәртергәМысыр һәм Судан араһында «Халаиб өсмөйөшөнөң» сығышы буйынса бәхәс бара. 1899 йылда Бөйөк Британия һәм Мысыр Суданды үҙҙәренең кондоминиумы тип иғлан итә. Илдең төньяҡ сиге 22-се параллель буйынса раҫлана, Халаиб ҡалаһы формаль рәүештә Мысырға күсә. 1902 йылда Англия бер яҡлы тәртиптә сикте үҙгәртә, «өсмөйөштө» Суданға тапшыра. 1955 йылдың 12 ноябрендә Судан бойондороҡһоҙлоҡ ала. 1958 йылда Мысыр Халаиб районын баҫып ала. Һуңынан «өсмөйөш» Суданға файҙаланыуға бирелә. 1992 йылда Судан «өсмөйөштөң» яр буйҙарын канада нефть компанияһы International Petroleum Corporation концессияһына биреп, Мысырҙың киҫкен ризаһыҙлығын тыуҙыра. 1993—1994 йылдарҙа Мысыр һәм Судан сигендәге ҡораллы бәрелештәр була. 1995 йылда Мысыр төбәккә ғәскәрҙәрен юнәлтә һәм Халаиб ҡалаһынан тыш бөтә бәхәсле ерҙәрҙе үҙ контроле аҫтына ала. 2002 йылдың авгусында Судандың президенты Ғүмәр әл-Бәшир Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына бәхәсле ерҙәрҙе ҡайтанан ҡарау буйынса мөрәжәғәтнәмә ебәреүе тураһында матбуғатҡа хәбәр итә, сөнки «Халаиб өсмөйөшө» Судан территорияһы була[10][11].
Абьей районы
үҙгәртергә2004 йылда Бөтөнөһөн эсенә алған тыныслыҡ килешеүе сиктәрендә (шуның менән Суданда Икенсе граждандар һуғышы тамамлана) Абьей конфликтын көйләү буйынса протоколға ярашлы районға «махсус административ статус» бирелә[12]. Абьей районының административ үҙәге булып Абьей ҡалаһы тора. Территорияһына Көньяҡ Судан дәғүә итә, әммә Төньяҡ хөкүмәт контролдә тота.
Ҡафия-Кинг районы
үҙгәртергә1956 йылдың ғинуары мәғлүмәттәре буйынса, был территориялар Бахр-әл-Ғәзәл өлөшө була[13], 1960 йылда ғына Дарфур составына тапшырыла. 1956 йылдың 1 ғинуарына сиктәрҙә Судан Республикаһы хөкүмәте 2011 йылдың 9 (8) июлендә яңы Көньяҡ Судан дәүләтен таный[14]. Шул уҡ ваҡытта, найваш килешеүенә ярашлы, һүҙ ул ваҡыттағы административ сиктәр тураһында бармай, ә Төньяҡ һәм Көньяҡ араһын сикләүсе һыҙыҡтар тураһында бара. Билдәле булыуынса, был сикләүсе һыҙыҡ кәм тигәндә бер урында (Абьей районында) төньяҡ һәм көньяҡ провинциялар араһында 1956 йылғы сиктәр менән тап килмәй. Ниндәй административ сик (1956 йәки 1960) үҙенең көнбайыш өлөшөндә сикләүсе һыҙыҡҡа тап килгәне билдәһеҙ: АҠШ 1956 йылғы сикте таный (ЦРУ картаһында ҡаралған биләмә Көньяҡ Судандың өлөшө булараҡ билдәләнә)[15]). Рәсәй генә шул фактты таный: провинцияларҙың сиктәре илдең бүленеү ваҡытына күп өлөштә 1956 йылғы сикләүсе һыҙыҡтарға тап килә, шул уҡ ваҡытта Рәсәй сит ил эштәре министрлығының һәм Росреестрҙың сикләүсе һыҙыҡтарҙың теүәл үтеүе тураһында мәғлүмәттәре юҡ һәм булған сиктәрҙе һөйләшеүҙәр тамамланыуға тиклем ваҡытлыса тип ҡарай[16].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Густерин П. В. Города Арабского Востока. — М.: Восток—Запад, 2007. — 352 с. — (Энциклопедический справочник). — 2000 экз. — ISBN 978-5-478-00729-4.
- Густерин П. В. Санайская группа сотрудничества: результаты и перспективы // Дипломатическая служба. 2009, № 2.
- Густерин П. Раз Судан, два Судан // Трибуна. — 2014, № 10515 (11 июня 2014 г.). — C. 5.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Судан на BBC: краткая справка
- Политические перспективы Судана
- Карта — Судан
- Административная карта Судана
- Деятельность МККК в Судане 2009 йыл 5 июнь архивланған.
- Материалы по новейшей истории Судана(недоступная ссылка)
- Густерин П. [http://arabinform.com/publ/mezhsudanskij_konflikt_i_interesy_zarubezhnykh_stran/113-1-0-1185
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 1,12 1,13 Судан (государство) // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Лидер суданских повстанцев стал вице-президентом — «Лента.ру»
- ↑ Референдум
- ↑ Референдум о независимости Южного Судана состоялся — «РИА Новости».
- ↑ Президент Судана признал результаты референдума о независимости Южного Судана «Газета.ру», 7 февраля 2011
- ↑ Оценка (прогноз) Департамента по экономическим и социальным вопросам ООН на 1 июля 2015 года: Total Population — Both Sexes. De facto population in a country, area or region as of 1 July of the year indicated. Figures are presented in thousands. (Medium fertility, 2015—2100).xls // Population Division Download Files
- ↑ Africa :: Sudan 2019 йыл 5 февраль архивланған.
- ↑ 8,0 8,1 http://www.histant.ru/sites/default/files/inafran/Rassohin_disser.pdf С. 22
- ↑ BBC Staff (24 February 2009) «Who are Sudan’s Darfur rebels?» BBC News
- ↑ Юрченко В. П. «О ситуации в районе Красного моря»
- ↑ Ъ-Власть. «Географические страницы»
- ↑ «Protocol on the resolution of Abyei conflict», Government of the Republic of Sudan and the Sudan People’s Liberation Movement/Army, 26 May 2004 (hosted by reliefweb.int)
- ↑ Страница XII — карта административного деления Судана по состоянию на 1 января 1956 года 2012 йыл 15 апрель архивланған.
- ↑ Южный Судан провозгласил свою независимость 2011 йыл 19 август архивланған.
- ↑ Официальный сайт ЦРУ. Карта Республики Южный Судан 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Росреестр — О границе между Суданом и Южным Суданом
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.