21 июль
көнө
21 июль — григориан стиле буйынса йылдың 202-се (кәбисә йылында 203-сө) көнө. Йыл аҙағына тиклем 163 көн ҡала.
21 июль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2022 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1743: Миәкә районының Боғҙан ауылына нигеҙ һалына.
- 1970: Мысырҙағы Асуан плотинаһын төҙөү тамамлана.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Мөхтәруллина Айгөл Рәйес ҡыҙы (1970), ғалим-тел белгесе. 1992 йылдан (өҙөклөктәр менән) Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2000—2002 һәм 2004—2007 йылдарҙа БДУ-ның Сибай институтында инглиз филологияһы кафедраһы мөдире; 2010—2013 йылдарҙа БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы; 2015 йылдан — БДУ-ның гуманитар факультеттарының сит телдәр кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (2006), профессор. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Сафин Миңләхмәт Сафа улы (1906—29.10.1981), Бөйөк Ватан һуғышы яуиры; 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән сержанты. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1945).
- Хәбибуллин Илдус Лотфрахман улы (1951), комсомол органдары һәм юғары мәктәп ветераны, ғалим-физик. 1973 йылдан Башҡорт дәүләт университетының ғилми хеҙмәткәре һәм уҡытыусыһы; 1979—1982 йылдарҙа — ВЛКСМ комитеты секретары. Физика-математика фәндәре докторы (2000), профессор (2003). Рәсәй Федерацияһы почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006), Рәсәй Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Суйынсы ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Вәлитов Ғәбиҙулла Нәби улы (1932—23.07.1986), хеҙмәт алдынғыыһы. 1958—1986 йылдарҙа «Салаватнефтеоргсинтез» йәмғиәтенең ремонтсы слесары, өлкән аппаратсыһы, Ленин ордены кавалеры (1971). Сығышы менән Ишембай районы Һайран ауылынан.
- Сәйҙуллина Мәмдүҙә Әхметдин ҡыҙы (1937—2013), Ҡариҙел район балалар китапханаһының 1970-1998 йылдарҙағы мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Бледных Василий Васильевич (1938—20.05.2017), ғалим-инженер‑механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1986—2008 йылдарҙа Силәбе ауыл хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу институтының ректоры. Рәсәй Ауыл хужалығы фәндәре академияһы академигы (2007), техник фәндәр докторы (1990), профессор. (1991). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1993) һәм почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1998). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1990) һәм Дуҫлыҡ (2008) ордендары кавалеры.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Хәбиров Ғамир Әхмәтғәле улы (1949), ғалим-агроном‑иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1993—2000 һәм 2002—2012 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетының кафедра мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы (2004), профессор (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шаран районы Ҡараҡашлы ауылынан.
- Хәбибуллин Алик Ғәлимйән улы (1954), ғалим—хоҡуҡ белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1989—2003 йылдарҙа Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтының кафедра начальнигы. Юридик фәндәр докторы (1997), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2001). Полиция генерал‑лейтенанты. (2011). Сығышы менән хәҙерге Калининград өлкәһенең Приморье ҡасабаһынан.
- Ниғмәтуллин Ирек Ғәзиз улы (1959), ғалим-иҡтисадсы, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2018 йылдан «Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы ҡала округының яһалма ҡоролмаларын йүнәтеү һәм ҡарап-тотоу буйынса махсуслашҡан идаралыҡ» муниципаль унитар предприятиеһының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 5-се һәм 6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе, Рәсәй Федерацияһы газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре. Салауат Юлаев ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Тажикстандың баш ҡалаһы Дүшәмбенән.
- Кокин Павел Владимирович (1974), спортсы. 1997—2004 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1997). Ярым марафонда Рәсәй чемпионы (2003), халыҡ‑ара марафонда еңеүсе (АҠШ, Кливленд ҡалаһы, 2000), Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Тирлән ауылынан.
- Самойлов Дмитрий Александрович (1989), спортсы. Уҡ атыу буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2007). Рәсәй беренселеге еңеүсеһе (2005), шәхси һәм команда зачётында Рәсәй беренселектәренең көмөш призёры (2 тапҡыр, 2006; 2007). Сығышы менән Бөрө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1899: Эрнест Хемингуэй, АҠШ яҙыусыһы, әҙәбиәт буйынса Нобель премияһының 1954 йылғы лауреты.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1972: Ғәтиәтуллин Шакир Йосоп улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1944).
- 1989: Кәлимуллин Барый Ғибәт улы, СССР архитекторы, педагог, йәмәғәт эшмәкәре.