1 июнь
көнө
1 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 152-се (кәбисә йылында 153-сө) көнө. Йыл аҙағына тиклем 213 көн ҡала.
1 июнь | |
![]() |
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | ||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1755: Туймазы районыың Түбәнге Бишенде ауылына нигеҙ һалына.
- 1918: Башҡорт Хөкүмәте үҙенең «Башҡорт хөкүмәтенең халыҡҡа мөрәжәғәтендә» Совет власына ҡаршы көрәшергә саҡыра һәм милли ғәскәргә мобилизация иғлан итә.
- 1930: Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты эш башлай.
- 1935: Англияла водитель танытмалары алыу өсөн имтихан тапшырыу һәм автомобиль номерҙары индерелә.
- 1935: Самолёт-амфибия «S-43» беренсе осош яһай.
- 1950: «Decca Records» фирмаһы донъялағы тәүге минутына 33 әйләнешле грампастика сығара.
- 1950: Дуглас А2D-1 «Скайшарк» самолёты беренсе осош яһай.
- 1955: Ми-6 вертолётының эскиз проекты раҫлана.
- 1960: Шереметьево аэропортынан тәүге халыҡ-ара рейс яһала.
- 1979: Көньяҡ Урал тәбиғәт ҡурсаулығы ойошторола.
- 1995: Өфөлә 1-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы асыла, уның эшендә 610 делегат ҡатнаша.
- 1998: Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн», «Халыҡтар дуҫлығы», «Салауат Юлаев» ордендарын булдырыу тураһында ҡарарҙар ҡабул итә.
- 1999: Удмурт телендә «Ошмес» республика гәзите сыға башлай.
- 2007: Дүртөйлө, Бөрө, Благовещен, Илеш, Нуриман һәм Краснокама райондары территорияһында көслө ҡойон була.
- 2007: Истанбулда өс көнлөк һабантуй байрамы асыла.
- 2012: Башҡортостан Республикаһы һәм Сыуаш Республикаһы араһында «Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеү»гә ҡул ҡуйыла.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Лозбень Иван Феофанович (1905—1.04.1976), ғалим-инженер-технолог, хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. 1949 йылдан Стәрлетамаҡ сода-цемент комбинаты директоры, 1958—1963 йылдарҙа Башҡортостан Халыҡ Хужалығы Советы Рәйесе урынбаҫары. Техник фәндәр кандидаты (1935). Ленин (1949), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Почёт Билдәһе» (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән Рәсәй империяһының Седлец губернаһы Сбереже ауылынан (хәҙер Польша биләмәләре).
- Платонов Алексей Трофимович (1920—26.03.2012), рәссам. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1955 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы.Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1969). II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
- Мәһәҙиев Дәүләткирәй Дәүләтбай улы (1925—24.02.2004), журналист, тәржемәсе. 1969—1985 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» (хәҙер «Башҡортостан») гәзитенең бүлек мөдире, 1993—1994 йылдарҙа «Заман—Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1965 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Ҡөрьәнде (1993, «Ҡөрьән Кәрим») башҡорт телендә баҫмаға әҙерләүселәрҙең береһе. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994).
- Беляев Михаил Андреевич (1930—6.12.1989), ғалим-тау инженер-технологы, хужалыҡ эшмәкәре. 1974—1989 йылдарҙа Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты директоры. Техник фәндәр кандидаты (1981). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған металлургы (1987), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1987), СССР Төҫлө металлургия министрлығының иң яҡшы уйлап табыусыһы (1986). Ике тапҡыр СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1983, 1988). Ленин (1986), Октябрь Революцияһы (1981), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Сығышы менән Владикавказ ҡалаһынан.
- Драцкий Николай Григорьевич (1930—19.05.1982), нефть сәнәғәте алдынғыһы. 1950 йылдан «Баулынефть», 1953 йылдан — «Татбурнефть» тресының, 1961—1972 йылдарҙа һәм 1975 йылдан — «Татнефть» берекмәһе Әлмәт быраулау эштәре идаралығының быраулау мастеры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Фёдоровка районы Гавриловка ауылынан.
- Маковский Анатолий Илларионович (1945—2009), хужалыҡ эшмәкәре. 1979—2009 йылдарҙа Бөрө ҡалаһы электр селтәрҙәре предприятиеһы директоры. Башҡортостандың атҡаҙанған энергетигы, Салауат Юлаев ордены кавалеры.
- Хәйбрахманов Фәрит Ғөбәй улы (1950), педагог, муниципаль хеҙмәткәр. 1971—1988 йылдарҙа Әлшәй районы мәктәптәре директоры, 1988—1995 йылдарҙа район мәғариф бүлеге мөдире, 1995—2004 йылдарҙа район хакимиәте башлығы урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы. Сығышы менән ошо райондың Үрге Әүрез ауылынан.
- Ямалетдинова Лилиә Фаат ҡыҙы (1965), ғалим-инженер-гидротехник, Иҡтисадсы-менеджер. 1990 йылдан (өҙөклөк менән) Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1995—1996 йылдарҙа тәбиғәтте һаҡлау факультеты деканы, 2002 йылдың февраленән төҙөлөш һәм архитектура кафедраһы мөдире; 2002 йылдың авгусынан Петербург тимер юл университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2000). Сығышы менән Ҡазан ҡалаһынан.
- Коловёртнов Геннадий Юрьевич (1970), ғалим-инженер-электрик. 1997 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2002—2015 йылдарҙа ғилми-тикшеренеү лабораторияһы етәксеһе. Техник фәндәр докторы (2005). «Газпром» йәмғиәте премияһы лауреаты (1999). Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Жамбыл ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Миһранов Рәйес Һаҙый улы (1926—1970), партия һәм дәүләт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1954—1960 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары, 1963—1967 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары.
- Хәйбуллин Мөхәмәт Миңлеғәлим улы (1956), ғалим-агроном, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2013).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Степанов Константин Иванович (1922—13.03.1999), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, танк командиры, капитан. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Тимербулатов Вил Мамил улы (1952), ғалим-хирург, юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1994—2011 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры. Башҡортостан Республикаһының 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Медицина фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы (2005), Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы (2009), медицина фәндәре докторы (1989), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999), һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2004) һәм атҡаҙанған табибы (2005), шулай уҡ Башҡортостандың (1991), Ингуш Республикаһының (2009) атҡаҙанған табибы. Дуҫлыҡ, «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2012) һәм Салауат Юлаев (2007) ордендары кавалеры.
- Шакиров Вәрис Мулланур улы (1957), Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһы табип-терапевы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Грушина Лира Рим ҡыҙы (1967), спортсы һәм тренер, 2009 йылдан Өфө ҡалаһындағы Фехтование буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе директоры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған тренеры (2006) һәм СССР-ҙың спорт мастеры (1984), Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы (2002).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Мордвинцев Геннадий Васильевич (1938), тархсы-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты, профессор. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Ҡандра ауылынан.
- Кинйәғолов Барый Исмай улы (1948—25.06.2018), хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, хоҡуҡ белгесе. Юридик фәндәр докторы (2004). Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1996), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1981). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Йәнбәк ауылынан.
- Хәсәнов Рәмил Сәфәрғәли улы (1958), педагог, ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбай ауылынан.
- Салауат Хәмиҙуллин (1968), тарихсы-ғалим, журналист, тарих фәндәре кандидаты (2016). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт (2012) һәм журналистика өлкәһендәге Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (2000) премиялар лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре (2009).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Хөсәйенов Әбүбәкер Дәүләтҡол улы (1859— 10.1937), Башҡорт милли хəрəкəте, дин һәм йәмәғәт эшмәкәре, мәғрифәтсе.
- Восканов Рубен Айрапетович (1894—25.10.1938), СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1923—1924 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының яуаплы (1) секретары. Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Серебрянников Александр Георгиевич (1904—8.07.1943), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (27.08.1943, үлгәндән һуң).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1780: Карл фон Клаузевиц, Германия хәрби эшмәкәре, теоретик.
- 1910: Александр Долуханян, СССР композиторы, Әрмән ССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1958).
- 1920: Давид Самойлов (төп фамилияһы Кауфман), СССР шағиры, тәржемәсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1988).
- 1925: Александр Шенгардт, СССР һәм Рәсәй авиаконструкторы, Ту-154 самолётының баш конструкторы. Рәсәйҙең атҡаҙанған конструкторы (1997), Ленин премияһы лауреаты (1958).
- 1926: Мэрилин Монро, АҠШ кино актёры, йырсы.
- 1930: Евгений Птичкин, композитор, йөҙҙән артыҡ йыр авторы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1978) һәм халыҡ артисы (1988).
- 1935: Перси Адлон, Германия сценарисы, кинорежиссёр һәм продюсер.
- 1959: Надежда Кадышева, йырсы, Рәсәйҙең халыҡ артисы (1999).