Оглоблин Иван Васильевич
Оглоблин Иван Васильевич (1 ғинуар 1921 йыл — 13 декабрь 2011 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугире, Советтар Союзы Геройы.
Оглоблин Иван Васильевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 1 ғинуар 1921 |
Тыуған урыны | Тирлән ауылы, Тамьян-Ҡатай кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР |
Вафат булған көнө | 13 декабрь 2011 (90 йәш) |
Вафат булған урыны | Һарытау, Рәсәй |
Һөнәр төрө | офицер |
Хәрби звание | полковник[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәОглоблин Иван Васильевич 1921 йылдың 1 ғинуарында Тирлән ҡасабаһы (хәҙерге Башҡортостандың Белорет районы) эшсе ғаиләһендә тыуған.
Урыҫ. 1943 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы. Мәктәптең 7 синыфын тамамлаған. Белорет станцияһында, һуңынан Тирлән ҡалай-прокат заводының янғын һүндереү һағында эшләй.
1940 йылдың декабрендә Башҡорт АССР-ының Белорет хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Хәрби авиацияның пилоттар мәктәбен тамамлай. 1942 йылдың майынан хәрәкәт итеүсе армияла.
Төнгө бомбардировщиктарҙың 25-се гвардия авиацияһы полкының бүлек командиры (төнгө бомабардировщиктарҙың 2-се гвардия авиацияһы дивизияһы, 8-се һауа армияһы, 4-се Украина фронты) гвардия өлкән лейтенанты Иван Оглоблин 1943 йылдың декабренә разведкаға 503 хәрби осош яһай һәм дошман тылындағы хәрби объекттарҙы, техниканы, тере көстәрҙе бомбаға тота, шул иҫәптән — «У-2» самолетында көндөҙ метеорологик шарттар булмаһа ла 15 осош яһай.
Һуғыштан һуң ҡыйыу лётчик СССР хәрби һауа көстәрендә хеҙмәтен дауам итә. Ул 1956 йылда Хәрби-һауа академияһын тамамлай.
1967 йылдан полковник И.В. Оглоблин — запаста, ә һуңынан отставкаға китә. Житомир (Украина) ҡалаһы 6-сы һанлы һөнәри-техник училищела башланғыс хәрби әҙерлек уҡытыусыһы булып эшләй. 1998 йылдан һарытау ҡалаһында йәшәй, Һарытау өлкәһенең һуғыш һәм хәрби хеҙмәт ветерандары комитеты ағзаһы булып тора. .
2005 йылдың 9 майында совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең 60 йыллығына арналған Еңеү Парадында, Мәскәүҙә, Ҡыҙыл майҙанда, Һарытау өлкәһе вәкиле булып ҡатнаша.
2011 йылдың 13 декабрендә вафат була.
Батырлығы
үҙгәртергә«...Батыр һәм ҡыйыу лётчик. Көндөҙ ҙә һәм төндә лә техника менән идара итеүҙе бик яҡшы белә. ...Телеһә ниндәй метеорологик шарттарҙа оса.
Экипаж бомба һәм пулемёт уты менән ерҙә 5 самолетты, 7 танкты, 2 бронемашинаны, йөк һәм ғәскәр менән 33 автомашинаны, 19 тимер юл вагонын, 7 автоцистернаны, 1 баржаны, 3 фараны, 2 кисеүҙе, боеприпастар менән 8 складты һәм яғыулыҡ менән 4 складты, 13 артиллерия уты нөктәһен, 15 миномет, 5 пулемёт , 6 зенит-артиллерия һәм 10 зенит-пулемёт нөктәһен юҡ итә, тимер юлы полотноһын 17 урындан эштән сығара, дошмандың терәк пункттарында 63 бинаға зыян итә һәм 59 янғын тыуҙыра.
1942 йылдың июлендә көндөҙ Валуйки районындағы дошмандың ғәскәрҙәренә разведкаға ебәрелә. Самолет дошмандың көслө зенит һәм ҡорал-пулемёт уты аҫтына эләгә. Штурман-сержант Марченко һәләк була. Летчик батырҙарса разведка алып барыуын дауам итә, һәм заданиены үтәп, аэродромға пуля ярсыҡтары менән телгеләнгән самолетын алып килеп еткерә, командованиеға үҙ ваҡытында ҡиммәтле мәғлүмәттәр килтерә.
1942 йылдың ноябрендә, ауыр метеошарттар һәм дошмандың төрлө ҡоралдарҙан көслө утына ҡарамаҫтан Сталинградтағы үҙ частәренә боеприпастар һәм аҙыҡ-түлек ташыу буйынса йөкләмәһен үтәгәндә, 30-25 метр бейеклеккә тиклем түбәнәйә һәм йөктө аныҡ күрһәтелгән урынға ташлай. Төн буйына 8-10 осош яһай.
1943 йылдың 27-нән 28 сентябргә ҡараған төндә Никополь ҡалаһы эргәһендә хәрби задание үтәгәндә дошман зенит артиллерияһы тарафынан самолет бәреп төшөрөлә. Осоуҙы дауам итергә ярамай. Экипаж дошман тылында ергә ултырырға мәжбүр була. Летчик менән штурман өс тәүлек ҡамышлыҡта йәшеренәләр. 1 октябрҙә осраҡлы рәүештә урындағы халыҡ төркөмөнә барып сығалар, улар ҙа немецтарҙан ҡамышлыҡта йәшеренгән булалар, улар аша шул урындарҙа эш иткән ҙур булмаған партизан отряды менән бәйләнеш булдыралар. Был отрядта, разведка буйынса айырым заданиелар үтәп һәм дошман автотранспортын юҡ итеп, 1943 йылдың октябренә тиклем булалар. 25 октябрҙең төнөндә 17-се Һауа армияһы ебәргән самолет менән үҙ территорияһына күсереләләр.
30 октябрҙә кисендә, үҙе менән кәрәкле запас частар алып, беҙҙең ғәскәрҙәр тарафынан азат ителгән Балка районындағы мәжбүри ултырған самолеты эргәһенә оса. Дошман артиллерияһы уты аҫтында төнө буйы самолет тергеҙелә һәм 31 октябрҙә иртәнсәк самолет полк нигеҙләнгән аэродромға ҡыуып алып киленә».
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 13 апрелендәге указы менән командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн гвардия өлкән лейтенанты Оглоблин Иван Васильевичҡа Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 1307) тапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Хәтер
үҙгәртергәОглоблин Иван Васильевич — Белорет ҡалаһының почетлы гражданы (Башҡортостан).[1]
Белорет ҡалаһында И.В. Оглоблиндың бюсы ҡуйылған.
Бүләктәре
үҙгәртергә- Советтар Союзы Геройының «Алтын Йондоҙ» миҙалы (13.04.1944)[2].
- Ленин ордены (30.08.1942)[3].
- Ленин ордены (13.04.1944).
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (06.03.1943)[4].
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[5].
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены.
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы.
- Миҙалдар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Почетные граждане 2016 йыл 11 июль архивланған. на официальном сайте Белорецкого района Республики Башкортостан.
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 35, л. 116, 117).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682524, д. 990, л. 1, 12—14).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682527, д. 27, л. 5, 97, 98).
- ↑ Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Башкирская энциклопедия / Гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2008. — Т. 4: Л-Ою. — 672 с. — ISBN 978-5-88185-068-5.
Һылтанмалар
үҙгәртергәОглоблин Иван Васильевич . «Герои страны» сайты.