Кирайдт Рудольф Иванович

Кирайдт Рудольф Иванович (1 ғинуар 1939 йыл, Опочка, Псков өлкәһе13 апрель 2020 йыл, Өфө, Башҡортостан Республикаһы) — архитектор[1][2][3], рәссам[4][5][6], педагог, 1974 йылдан Башҡортостан Республикаһы Архитекторҙар союзы ағзаһы, 1981 йылдан БАССР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе, 1996 йылдан Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған архитекторы.

Кирайдт Рудольф Иванович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 ғинуар 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Опочка[d], Тверь өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 13 апрель 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (81 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө архитектор, рәссам, уҡытыусы
Эш урыны ӨДНТУ
Уҡыу йорто Мәскәү архитектура институты (дәүләт академияһы)
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
«Ләлә-Тюльпан» мәсете

Биографияһы үҙгәртергә

1939 йылдың 1 ғинуарында Псков өлкәһенең Опочка ҡалаһында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда бөтә ғаилә Өфөгә эвакуациялана. 1968 йылда Мәскәү архитектура институтын тамамлай. Борис Григорьевич Бархидың уҡыусыһы.

1961 йылдан «Башкиргражданпроект» институтында эшләй башлай, шулай уҡ бер үк ваҡытта 1977—1984 йылдарҙа — Өфө нефть институты уҡытыусыһы, 1988 йылдан — «Альтернатива», 1989 йылдан — «Коду» проект ойошмаларында эшләй. 1992 йылда «КИРСС» проекты оҫтаханаһына нигеҙ һалыусы һәм директоры[7] ә 1999 йылдан — директор урынбаҫары, һәм бер үк ваҡытта, 2004 йылдан — архитектор-реставратор.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт төҙөлөшө комитетының Почет грамотаһы, «Башҡортостан Республикаһының архитектураһында ҡаҙаныштары өсөн» Архитекторҙар союзының миҙалы менән бүләкләнә.

Мираҫы үҙгәртергә

Башҡортостанда 200-ҙән ашыу торлаҡ һәм йәмәғәт биналары проекттары, реконструкциялау һәм реставрациялау авторы.

Өфөлә, 1976 йылда, 35-се урта мәктәп бинаһы, 1980 йылда — Өфө авиация техникумының яңы бинаһы, 1981 йылда — Черниковканың Төньяҡ биҫтәһендә (Вологда урамы, 23) 12-ҡатлы «түңәрәк» торлаҡ йорто (индивидуаль проект буйынса) проекттарын[8], 1982 йылда — Телеүҙәк биҫтәһендә 12 ҡатлы йорттар, 1991 йылда Яңауыл биҫтәһендә терраса тибында беренсе торлаҡ йорттар проекттарын эшләй.

1989-1998 йылда Черниковкала «Ләлә-Тюльпан» мәсет бинаһы проектының авторҙашы. 2002 йылда, ҡыҙы Анна менән берлектә, «Ассы» дауалау‑һауыҡтырыу шифаханаһы корпус проектын эшләй. 2003 йылда Воскресение Христова соборын проектлай[9], ул 1932 йылда юҡ ителгән Өфөнөң Воскресенский соборы образында төҙөлә, әммә уның теүәл реконструкцияһы түгел.

1980-1985 йылдарҙа реставрация һәм реконструкциялау проекттары авторы — Александр сиркәүе урынында Профсоюздар һарайы (Киров урамы, 1; хәҙер — архитектура ҡомартҡыһы[10]) Рудоль Авсахов менән берлектә [11], Килем мәсетен һәм Килем һарайын[12] «Президент-Отель» ҡунаҡханаһы, Стәрлетамаҡ ҡала Мәҙәниәт һарайы, Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театры фасады.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Донгузов К. А. Союз архитекторов Республики Башкортостан: традиции и современность. — Уфа. — 1998.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. КИРАЙДТ Рудольф Иванович.bashenc.online.Дата обращения: 27 января 2021.
  2. Архитекторы.bashenc.online.Дата обращения: 27 января 2021.
  3. Энциклопедия Башкирии → КИРАЙДТ Рудольф Иванович.ufa-gid.com.Дата обращения: 27 января 2021.
  4. В Стерлитамаке открылась выставка заслуженного архитектора России.srgazeta.ru.Дата обращения: 27 января 2021.
  5. Super User.Свет его души – художник Рудольф Кирайдт.~ Живопись ~ Фотография ~ Дизайн ~.Дата обращения: 27 января 2021.
  6. В Стерлитамаке открылась выставка заслуженного архитектора России - Культурный мир Башкортостана.kulturarb.ru.Дата обращения: 27 января 2021.
  7. KIRSS - История. Дата обращения: 27 ғинуар 2021.
  8. Уфа, Вологодская улица, 23 – Индивидуальные проекты кирпичных жилых домов.domofoto.ru.Дата обращения: 27 января 2021.
  9. Уфа|Собор Воскресения Христова (новый).sobory.ru.Дата обращения: 27 января 2021.
  10. О регистрации объекта культурного наследия регионального значения «Дом союзов», конец 30-х годов XX в. (Республика Башкортостан) в едином государственном реестре объектов культурного наследия (памятников истории и культуры) народов Российской Федерации. 2021 йыл 7 февраль архивланған.
  11. Дом профсоюзов (“Горелый завод”) - Уфа от А до Я.
  12. Управление по государственной охране объектов культурного наследия Республики Башкортостан. 2020 йыл 29 ноябрь архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә