15 сентябрь
көнө
15 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 258-се көнө (кәбисә йылында 259-сы). Йыл аҙағына тиклем 107 көн ҡала.
15 сентябрь | |
![]() |
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | |||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Демократия көнө.
- Әзербайжан: Белем көнө.
- Беларусь: Китапханалар көнө.
- Гватемала: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Гондурас: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Коста-Рика: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Никарагуа: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Сальвадор: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Рәсәй: Дағстан халыҡтарының берҙәмлек көнө.
Рәсми булмаған
- Рәсәй: Санитар-эпидемиология хеҙмәте көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1784: Винченцо Лунарди Англияла беренсе булып һауа шарында осош яһай.
- 1812: Наполеон ғәскәре Мәскәүҙә Кремлде баҫып ала.
- 1917: «Форбс» журналының беренсе һаны баҫылып сыға.
- 1928: Англия микробиологы Александр Флеминг тәжрибә һөҙөмтәһендә беренсе тапҡыр пенициллин сығара.
- 1930: Беренсе халыҡ-ара бридж чемпионаты.
- 1965: 1975 йылдан Салауат районы үҙәге Малаяҙ ауылында урынлашҡан Салауат Юлаев музейы Әлкә мәктәбендә крайҙы өйрәнеү мөйөшө булараҡ эш башлай[1].
- 1997: Google.com домены теркәлеү үтә.
- 2000: Сиднейҙа XXVII Олимпия уйындары асыла.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Куприянов Иван Дмитриевич (1910—20.03.1962), нефть сәнәғәте алдынғыһы. 1933 йылдан «Ишембайнефть» тресы быраулаусыһы, быраулау мастеры, 1943—1962 йылдарҙа «Туймазанефть» нефть промыслаһы идаралығы һәм «Туймазабурнефть» тресының быраулау мастеры. Сталин премияһы лауреаты (1950). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948). СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1947). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Быуа районы Тимбай ауылынан.
- Кәтибә Кинйәбулатова (1920—17.06.2012), шағир, матбуғат эшмәкәре. 1967—1975 йылдарҙа «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире. 1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980). Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премия лауреаты (2011). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1991), Силәбе өлкәһе Арғаяш районының почётлы гражданы.
- Мирхазов Ғилемхан Ғилемйән улы (1925—2.11.1973), бейеүҙәр ҡуйыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1941—1943 һәм 1945—1948 йылдарҙа Борай колхоз совхоз театры актёры, 1949—1973 йылдарҙа Борайҙағы 2-се урта мәктәп уҡытыусыһы. Район мәҙәниәт йортоноң «Дуҫлыҡ» бейеү ансамблен ойоштороусы һәм 1950—1965 йылдарҙа уның етәксеһе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1965) һәм халыҡ мәғарифы отличнигы (1973). Республика йәштәр фестивале (Өфө, 1957), Бөтә Рәсәй ауыл үҙешмәкәр сәнғәт смотры (Мәскәү, 1967) лауреаты. 3-сө дәрәжә Дан ордены кавалеры (1946). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Шишмә-Борай ауылынан.
- Гәрәев Рафаил Закир улы (1930—11.01.2010), төҙөлөш өлкәһе алдынғыһы. 1949—1996 йылдарҙа 3-сө төҙөлөш идаралығы һәм 21-се төҙөлөш тресының 95-се механикалаштырылған күсмә колоннаһы эшсеһе, шул иҫәптән 1950 йылдан — ташсылар бригадиры. РСФСР-ҙың (1981) һәм Башҡорт АССР-ының 1967) атҡаҙанған төҙөүсеһе, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).
- Ғафурова Зөһрә Мофазал ҡыҙы (1940), ғалим-паразитолог, хеҙмәт ветераны. 1968—2001 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1994 йылдан медицина биологияһы һәм генетика кафедраһы мөдире, 2004 йылдан — Рәсәй Дипломдан һуң белем биреү медицина академияһы, 2005—2010 йылдарҙа Рәсәй сауҙа-иҡтисад университеты (икеһе лә — Мәскәү) уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1997), профессор (1997). Ғалим Мөхтәр Сәғитовтың һеңлеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылынан.
- Шәрәфуллина Ғәлимә Фауариз ҡыҙы (1940), педагогик хеҙмәт ветераны, фольклорсы. Бөрйән һәм Әбйәлил райондары мәктәптәренең элекке уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Булатов Хоҙат Сәлимйән улы (1906—2.01.1982), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 16‑сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының орудие командиры, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Буянов Иван Фёдорович (1926—21.06.1976), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1951—1971 йылдарҙа Күгәрсен районы хужалыҡтары комбайнсыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ищенко Иван Митрофанович (1912—17.01.1979), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, автоматсылар ротаһының отделение командиры, сержант. 1945 йылдан хаҡлы ялға сыҡҡансы Өфө предприятиеларында автомеханик булып эшләй. Советтар Союзы Геройы (1944). Сығышы менән Украинаның Кировоград өлкәһе Новоукраинка районының Новоподымка ауылынан.
- Сәлмәнов Рафиҡ Вафа улы (1917—04.07.2003), башҡорт композиторы. 1961 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың (1989) һәм Башҡорт АССР-ының (1983) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
- Басиров Зилфәт Рәүеф улы (1927—19.11.2000), скульптор, Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (2000). 1968 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).
- Йәнгәрәев Дәүләткирәй Сәлим улы (1927—20.05.1999), хеҙмәт алдынғыһы. 1956—1987 йылдарҙа Белорет урман сәнәғәте хужалығының Үҙәнбаш урман пункты йөк ташыусыһы, артабан бригадиры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Белорет районының почётлы гражданы (2000).
- Рәхмәтуллин Дәүләтбай Абдрахман улы (1937), ҡурайсы, йырсы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1974).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Зөбәй Үтәғолов (1913—15.01.1943), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсы, гвардия ҡыҙылармеецы. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).
- Ибраһим Ғиззәтуллин (1918—13.05.1992), прозаик, Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды, 1965 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. III дәрәжә Дан (1943), I дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1985) ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988) һәм Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1968). Республикала ғына түгел, элекке Советтар Союзында ла «Башҡорт Корчагины» исеме аҫтында киң билдәлелек алған шәхес.
- Ахунйәнов Таһир Исмәғил улы, әҙәби псевдонимы Таһир Таһиров (1923—25.11.2013), партия һәм йәмәғәт эшмәкәре, журналист, ғалим һәм яҙыусы. 1967—1987 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты секретары. Башҡорт АССР-ының 6—11‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Тарих фәндәре кандидаты (1961). 1943 йылдан КПСС, 1957 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1984 йылдан — Яҙыусылар союздары ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Фәтих Кәрим (1998), Мәжит Ғафури (2005) исемендәге әҙәби премиялар лауреаты. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1976, 1986), Халыҡтар дуҫлығы (1980) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры.
- Ишмулла Дилмөхәмәтов (1928—19.10.1984), актёр, ҡурайсы, йырсы һәм композитор. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1975), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1973) артисы.
- Злыдников Дмитрий Афанасьевич (1928—11.03.1998), ауыл хужалығы алдынғыһы, 1962—1983 йылдарҙа Әлшәй районы «Ленин васыяты» колхозының 2-се комплекслы бригадаһы бригадиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Әлшәй районының почётлы гражданы.
- Берг Генрих Артурович (1933), ғалим-инженер-технолог. Техник фәндәр кандидаты (1966). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1981), СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1993), Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтехимигы (2001), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1983).
- Булат Йосопов (1973), кинорежиссёр. Рәсәй Федерацияһының Кинематографсылар союзы һәм Кинорежиссёрҙар гильдияһы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1996).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Мәҡсүд Сөндөклө (1904—23.10.1981), шағир. 1937 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1975).
- Курнаев Сергей Фёдорович (1909—22.07.1992), ғалим-геоботаник, урмансы. 1935—1944 йылдарҙа Өфөләге Башҡортостан тупраҡ‑ботаника бюроһы хеҙмәткәре, Башҡортостан ауыл хужалығы институты уҡытыусыһы. «Башҡорт АССР‑ының үҫемлектәр донъяһы картаһы»ның беренсе баҫма (1941) авторы. Биология фәндәре кандидаты (1980). Сығышы менән хәҙерге Мәскәү өлкәһе Павлов Посад ҡалаһынан.
- Ромашкин Иван Данилович (1909—26.09.1998), 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Гвардия танк бригадаһының мотоуҡсылар батальоны командиры. Гвардия майоры (1956). Советтар Союзы Геройы (1945).
- Абдуллин Мансур Иҙиәт улы (1919—8.06.1996), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, педагог. Еңел артиллерия полкының орудие командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1943). Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1980), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1970).
- Пантелькин Анатолий Александрович (1919—14.03.1945), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, авиация полкының эскадрилья командиры, майор. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).
- Афридонов Миҙхәт Вафа улы (1924—20.07.2000), СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1958 йылдан КПСС-тың Октябрьский ҡала комитеты секретары, беренсе секретары, 1970—1980 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының сауҙа министры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының VI—IX саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1980). Ике 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1966, 1985) һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1966, 1971) кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Төркмәнстандың Киң Арал ауылынан.
- Киняшов Михаил Александрович (1924—2.06.1995), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкының миномет расчеты командиры, гвардия кесе сержанты. Дан орденының тулы кавалеры. Благовещен ҡалаһының почётлы гражданы.
- Лосев Михаил Николаевич (1929), хеҙмәт ветераны. 1948 йылдан «Башнефтезаводстрой» тресының, 1968—1989 йылдарҙа — Өфө проект‑төҙөлөш берекмәһенең тимер-бетон конструкциялар монтажсыһы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1974). СССР‑ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1975). Ленин (1971) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовещен районы Дмитриевка ауылынан.
- Ризуанов Наил Мәсәлим улы (1929—6.04.2012), ғалим-тау инженеры, нефть сәнәғәте эшмәкәре. 1972—1995 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең генераль директор урынбаҫары, артабан 2002 йылғаса — генераль директорҙың кәңәшсеһе. Техник фәндәр кандидаты (1983). Рәсәй Федерацияһы нефть һәм газ сәнәғәтенең (1993) һәм Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1972), Рәсәй Федерацияһы яғыулыҡ‑энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (1999). Октябрь Революцияһы (1986) һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976, 1981) ордены кавалеры.
- Саяпов Искәндәр Әғзәм улы (1934—8.07.2008), сценограф, рәссам. 1985—1997 йылдарҙа Туймазы татар дәүләт драма театрының баш рәссамы. 1980 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1994). Халыҡ театрҙарының зона смотры (Өфө, 1973), Бөтә Рәсәй СССР художество вуздары студенттарының диплом эштәре күргәҙмәһе (Ленинград, 1978) лауреаты.
- Хәсәнов Зекерйән Әхтәм улы (1934—2016), хеҙмәт алдынғыһы. 1970—1980 йылдарҙа Салауат районы «Һарғамыш» совхозының тракторсы-машинисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы. Ленин ордены кавалеры (1972). Салауат районының почётлы гражданы (2015).
- Сәғәҙиев Наил Һаҙый улы (1939), хеҙмәт ветераны. 1955–2001 йылдарҙа Баймаҡ районы «Йылайыр» совхоз-техникумы хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы (1989). III дәрәжә Хеҙмәт Даны (1976) һәм «Почёт Билдәһе» (1974) ордендары кавалеры.
- Аверьянов Вячеслав Юрьевич (1959), хәрби хеҙмәткәр, I класлы лётчик-һынаусы. Капитан (1985). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2001). Рәсәйҙең атҡаҙанған лётчик-һынаусыһы (2006). Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының почётлы гражданы (2015).
- Мифтахов Альберт Ленар улы (1959—11.09.2014), йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре, ғалим-философ. 2012—2014 йылдарҙа «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе. 2014 йылдың ғинуар—сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары. Философия фәндәре кандидаты (1987). Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры.
- Руденко Олег Анатольевич (1959), хужалыҡ эшмәкәре. 2006-2010 йылдарҙа Нефтекама ҡала хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү тармағының атҡаҙанған хеҙмәткәре. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры. Сығышы менән Сибай ҡалаһынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1857: Уильям Тафт, АҠШ-тың 27-се президенты.
- 1881: Этторе Бугатти, Италияның автомобиль инженеры.
- 1887: Кәрим Тинчурин, татар драматургияһы классигы, артист һәм режиссёр.
- 1890: Агата Кристи, Англия яҙыусыһы.
- 1899: Кириков Сергей Васильевич, зоогеограф, эколог.
- 1923: Михаил Танич, СССР һәм Рәсәй шағиры, популяр йыр текстары («Текстильный городок», «Чёрный кот», «Как тебе служится», «Идет солдат по городу», «Погода в доме» һәм башҡалар) авторы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2000) һәм халыҡ артисы (2003).
- 1925: Кирилл Лавров, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1975), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1985).
- 1926: Жан-Пьер Серр, Франция математигы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1700: Андре Ленотр, Франция архитекторы.
- 1859: Исамбард Кингдом Брюнель, Англия инженеры.
- 1965: Степан Злобин, СССР яҙыусыһы, «Салауат Юлаев» романы авторы.
- 1978: Вилли Мессершмитт, Германия авиаконструкторы.