Кушнаренко районы
Кушнаренко районы (рус. Кушнаренковский район) — Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район. Административ үҙәге — Кушнаренко ауылы. Районда 28 мең 607 кеше йәшәй.
Кушнаренко районы | |
Кушнаренко районы | |
Байраҡ[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 20 август 1930 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәк | Кушнаренко |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Сәғәт бүлкәте | YEKT һәм UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны | 27 491 кеше (2010)[1] |
Сиктәш | Благовар районы |
Майҙан | 1717,77 км² |
Почта индексы | 4522ХХ |
Рәсми сайт | kushnarenkovo.bashkortostan.ru |
Урындағы телефон коды | 34780 |
Кушнаренко районы Викимилектә |
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергә- Вәлиев Сәлих Шәйбәк улы (22.10.1912—12.10.1970) — Советтар Союзы Геройы (1943). Совет-фин һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар взводы командиры, кесе лейтенант. Иҫке Ғүмәр ауылынан.
- Вәлитов Нәжип Хәтмулла улы (15.02.1936—3.10.2008), ғалим-химик-технолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1978), профессор (1985). СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1981) һәм уйлап табыусыһы (1985). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), Халыҡтар Дуҫлығы (1986) ордендары кавалеры. Ҡарасайылға ауылынан.
- Ғилманов Рим Сабит улы (20.03.1939), мәғариф хеҙмәткәре, 1958–1995 йылдарҙа Яңы Ғүмәр ауыл мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы[2].
- Ғәлиәкбәров Зөфәр Дилмөхәмәт улы (10.11.1923—2012), педагог, Кушнаренко 1-се мәктәбенең элекке военругы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Ҡыҙыл Йондоҙ һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.
- Мөҙәрисов Миңлеғәли Закир улы (23.02.1947—24.03.2015), СССР биатлонсыһы, биатлон буйынса СССР һәм Рәсәй тренеры. 1995—2003 йылдарҙа Рәсәй Йәйге биатлон һәм ғәмәли күпбәйге федерацияһының тренерҙар советы рәйесе. Ғәмәли‑хәрби күпбәйгеләр буйынса РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1989) һәм бөтә Союз категориялы судья (1983), биатлон буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1971). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2006). Үгеҙ ауылынан.
- Садиҡова Әҡлимә Ғариф ҡыҙы [7.11.1908—18.06.1993), Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының 1933—1983 йылдарҙағы актёры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1972), Башҡорт АССР‑ының халыҡ (1955) артисы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955). Түбән Аҡбаш ауылынан.
- Сафиуллин Әбелхәйер Ҡасим улы (15.08.1943), театр режиссёры. 1991 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2003). Ҡаратәкә ауылынан[3].
- Солтанов Шәриф Хәбибулла улы (9.08.1913—10.05.1998), ауыл хужалығы эшмәкәре, 1957—1975 йылдарҙа Салауат исемендәге колхоз рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Райондың почётлы гражданы (1987). Ҡарасайылға ауылынан.
- Чайников Павел Семенович (5.07.1928—5.01.2017), Кушнаренко ауыл хужалығы техникумының элекке педагогы (1962—1998), Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы. Ахлыстин ауылынан.
Халыҡ һаны
үҙгәртергә1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
|
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года
- ↑ Национальный архив Республики Башкортостан. Календарь знаменательных и памятных дат Республики Башкортостан на 2019 год 2019 йыл 14 февраль архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 март 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Сафиуллин Әбелхәйер Ҡасим улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 12 август 2018)
- ↑ перепись населения СССР 1939 года
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
- ↑ перепись населения СССР 1959 года
- ↑ перепись населения СССР 1970 года
- ↑ перепись населения СССР 1979 года
- ↑ 9,0 9,1 9,2 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
- ↑ перепись населения СССР 1989 года
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года
- ↑ 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2017.
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Рәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
- ↑ Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Голубченко И. В., Кәбирова Г. Н. Кушнаренко районы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.