Трактор
Трактор (ингл. tractor «тягач») — үҙйөрөшлө (сылбырлы йәки тәгәрмәсле) машина. Тағылма, аҫмалы йәки стационар машиналар (ҡорамалдар) менән бергә ауыл хужалығы, юл төҙөлөшө, ер ҡаҙыу, транспорт һәм башҡа эштәрҙе башҡара[1]. Ябайлаштырып әйткәндә, трактор тип һабандарҙы, башҡа ауыл хужалығы машиналарын һәм йөктәрҙе тартыу өсөн ҡулланылған машиналарҙы атайҙар[2]. Мәҫәлән, бульдозер бысағы менән йыһазландырылған сәнәғәт тракторы — бульдозер.
Трактор | |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Tractors by view[d] |
---|---|
Трактор Викимилектә |
Трактор түбән тиҙлек һәм ҙур тартыу көсө менән айырылып тора.
Рәсәйҙә ниндәй ҙә булһа трактор төрҙәре менән идара итеүгә уҡыу үткәндән һуң һәм Дәүләт техник күҙәтеү хеҙмәтенән тракторсы (тракторист-машинист) таныҡлығы алғандан һуң ғына рөхсәт ителә[3].
Һүҙҙең килеп сығышы
үҙгәртергә«Трактор» һүҙе инглиз һүҙе trackтан килеп сыҡҡан (трак — сылбырҙың төп элементы), «эҙ»[4][5], Был үҙ сиратында латин телендәге trahere һүҙенә барып тоташа, «тартыу», «һөйрәү» тигәнде аңлата[6][7]. Трактор менән идара итеүсе кеше, двигателдең ҡеүәтенә, төрөнә, тәғәйенләнешенә, өҫтәмә ҡорамалдарға ҡарап, тракторсы, машинист, водитель-механик, механизатор тип атала.
Тарихы
үҙгәртергәУйлап табыу
үҙгәртергәУатт үҙ ваҡытында ауыл хужалығы ҡорамалдарын һөйрәү өсөн стационар пар машинаһын файҙаланырға тәҡдим итә.
Тракторҙарға оҡшаш тәүге мащиналар XIX быуатта барлыҡҡа килә һәм пар ярҙамында хәрәкәт итә[2]. 1850 йылда уҡ инглиз уйлап табыусыһы Уильям Говард һөрөү өсөн локомобиль ҡуллана. XIX быуаттың икенсе яртыһында Бөйөк Британия баҫыуҙарында ике меңгә яҡын ошондай машина эшләй.
Пар тракторҙары ауырлығы арҡаһында һабандарҙы туранан-тура тартыуға яраҡһыҙ була. Һөрөү тракторҙа урынлашҡан сығыр ярҙамында башҡарылған. Һөрөүҙе баҫыуҙың төрлө ситтәренә ҡуйылған ике пар тракторы башҡарған. Улар, әйләнешле корпуслы һабанды яландың бер һәм икенсе яғына тартып, баҫыу ситенән күсеп барған[2].
1892 йылда АҠШ-тың Айова штатындағы Клейтон округынан Джон Фролич нефть продукттары менән эшләүсе беренсе трактор уйлап таба, патентлай һәм төҙөй.
Донъялағы тәүге сылбырлы тәгәрмәсле пар тракторы тип 1832 йылда инглиз Джон Гиткоттың (сәнәғәт туҡыу станогының уйлап табыусыһы) уйлап сығарған яйланмаһын һәм 1837 йылда инглиз һаҙлыҡтарын һөрөү һәм киптереү өсөн тәғәйенләнгән машинаны атарға була. 1858 йылда американлы У. П. Миллер сылбырлы трактор уйлап таба һәм төҙөй, уның менән 1858 йылда Мэрисвилл (Калифорния) ҡалаһының ауыл хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнаша һәм уйлап табыу өсөн тәүге премия ала. Гиткоттың асышы ла, Миллерҙың тракторы ла артабан үҫеш алмай. 1901 йылда Альвина Орландо Ломбардтың тәүге сылбырлы тәгәрмәсле машинаһы (Lombard Steam Log Hauler[en]) практик яҡтан таныла.
Рәсәйҙә «күсемле юллы, йәғни сылбырлы тәгәрмәсле экипаж»ға тәүге ғаризаны 1837 йылда рус крәҫтиәне, һуңынан рус армияһының штабс-капитаны Дмитрий Загряжский бирә. Үҙенең асышын ошолай тасуирлай: «Һәр ябай тәгәрмәс тирәләй тимер сылбыр уратыла. Алты мөйөшлө тәгәрмәстәрҙең ян-яҡтары сылбыр быуындарына тиң; сылбырҙар тәгәрмәсе һәр саҡ шыма һәм ҡаты өҫкө йөҙ булып, ниндәйҙер дәрәжәлә тимер юлды алмаштыра» (1837 йылдың мартында бирелгән өҫтөнлөктән)[8].
1896 йылда Чарльз В. Харт менән Чарльз Парр ике цилиндрлы бензин двигателе эшләй. 1903 йылда уларҙың фирмаһы 15 трактор төҙөй. Уларҙың алты тонналыҡ #3 — АҠШ-тың эске яныулы двигатель ҡуйылған иң боронғо тракторы. Ул Колумбия округының Вашингтон ҡалаһында Смитсон Америка тарихы милли музейында һаҡлана. Ике цилиндрлы бензин двигателенең ҡабыҙыу системаһы ышанысһыҙ була һәм ул тоташтырыу сылбырында 30 ат көсө һәм тартыу ҡоролмаһында 18 ат көсө ҡеүәте биргән[9].
Дэн Элборндың 1902 йылда төҙөлгән өс тәгәрмәсле «Ivel» тракторы тәүгеләрҙән булып яраҡлы тип табыла. Ошондай 500 самаһы еңел һәм ҡеүәтле машина төҙөлә.
1912 йылда «Hanomag» немец фирмаһы һәм «Холт-Парр» фирмаһы сылбырлы тракторҙар сығара башлай. Был машина һүҙҙең тулы мәғәнәһендә сылбырлы булмай, сөнки металл таҫмалар артҡы терәк тәгәрмәстәргә генә кейҙерелә, ә алда ҡәҙимге тәгәрмәстәр ҡалдырылған. 1913 йылда Киевта үткән Бөтә Рәсәй күргәҙмәһендә «Холт» ҡуйыла, рус эксперттары уның етешһеҙлектәрен билдәләй. «Холт» фирмаһы рус инженерҙарының күрһәтмәләрен иҫәпкә ала һәм 1914—1915 йылдарҙа тракторҙы тулыһынса сылбырлы тәгәрмәсле йөрөшкә үҙгәртә.
Блинов тракторы тураһында легенда
үҙгәртергәРәсәйҙә тәүге сылбырлы пар тракторын Һарытау губернаһы Волский өйәҙе Никольское ауылында тыуған крәҫтиән Фёдор Абрамович Блинов төҙөгән тигән фараз бар.
Документтарға ярашлы, 1879 йылда ул «юл буйлап һәм ауыл-ара юлдарҙа йөк ташыу өсөн сикһеҙ рельслы вагон»ға патент («өҫтөнлөк») ала. Тиҙҙән ат тартыуы файҙаланылған сылбырлы арба төҙөй. Шулай уҡ Блинов 1896 йылда Түбәнге Новгород күргәҙмәһендә «Ауыл-ара юлдар өсөн сикһеҙ рельслы паровоз» доклады менән сығыш яһай.
Яҙыусы Лев Давыдов (ысын фамилияһы Ломберг) раҫлауынса, тракторҙың үҙйөрөшлө прототибын төҙөүҙе Блинов 1888 йылда тамамлай. Ҙур булмаған әҙер пар машинаһы әлегә тиклем булмай, ә Федор Абрамович үҙе уны табаҡлы тимерҙән һәм Балаково янында янған пароход торбаларынан төҙөй. Һуңынан ул шундай уҡ икенсе машинаны ла эшләй. Улар икеһе лә минутына ҡырҡлап әйләнеш яһай. Һәр береһе айырым идара ителә. Тракторҙың тиҙлеге үгеҙҙең хәрәкәт тиҙлегенә тап килә — сәғәтенә өс саҡрым. Шулай итеп, ҡулайламаны һәр береһенең ҡеүәте 10 — 12 ат көсөнә тиң ике пар машинаһы (һәр яҡҡа берешәр) хәрәкәткә килтерә. Ф. А. Блинов уны 1889 йылда Һарытауҙа һәм 1897 йылда Түбәнге Новгород йәрминкәһендә күрһәтә. Барыһына ҡарамаҫтан, был трактор бер ҡасан да сәнәғәттә лә, ауыл хужалығында ла билдәлелек яулай алмай һәм Рәсәй тракторҙары прототибы кимәленән үтмәй[10].
Блинов тарафынан трактор төҙөү тураһында фекерҙәр киң таралыуға ҡарамаҫтан, архивтарҙа ла, башҡа бер ҡайҙа ла бының тураһында бер генә документаль дәлил дә юҡ. Бары тик уның егеүле вагон төҙөүе тураһында дәлилдәр генә бар. Лев Давыдов баҫмалары баҫылып сыҡҡанға тиклем Блиновтың үҙйөрөшлө ҡоролма төҙөүе тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ (тулыраҡ мәғлүмәтте ҡарағыҙ: Блинов, Фёдор Абрамович)[11].
Файҙаланыуға тапшырыу
үҙгәртергә1917 йылда Америка Ҡушма Штаттарында Форд заводтарында «Fordson» тракторҙары күпләп етештерелә башлай.
1918 йылдан башлап В. И. Лениндың күрһәтмәһе буйынса тракторҙар етештереүгә әҙерлек алып барыла. 1919 йылда Мамин Я. В. «Гном» тракторын эшләй, ҡеүәте — 11,8 кВт. Тракторҙар етештереү шул тиклем мөһим булған, шуға күрә 1921 йылдың 1 апрелендә Халыҡ Комиссарҙары Советының ауыл хужалығы машиналары эшләүҙе дәүләт кимәлендәге ғәҙәттән тыш мөһим эш тип таныу тураһында Декреты баҫыла. 1922 йылда Е. Д. Львов конструкцияһындағы «Коломенец-1» тракторҙары сығарыла башлай. 1922—1923 йылдарҙа инженер Л. А. Унгер етәкселегендә «Запорожец» тракторы булдырыла. 1923 йылда Токмаҡтың «Красный прогресс» заводында СССР-ҙағы тәүге тракторҙары етештерелә[12].
1924 йылда СССР-ҙа бер юлы өс трактор моделе сығарыла башлай: «Коммунар» (Харьков паровоздар эшләү заводы, «Карлик» һәм «Фордзон-Путиловец» (Красный Путиловец). 1930 йылда Сталинград һәм Харьков, ә 1933 йылда — Силәбе трактор заводтарына нигеҙ һалына. 1934 йылдан алып Ленинградта кәрәсин двигателе һәм металл тәгәрмәстәре булған «Универсал» тракторы (Американың «International Harverer» компанияһының Farmall F-20 тракторының күсермәһе) сығарыла башлай. «Универсал» — сит илдәргә сығарылған тәүге трактор.
Революцияға тиклемге етештереү базаһы һаҡланып ҡалыуға (трактор эшләү өсөн яраҡлы биш завод) һәм үҙ эшләнмәләре булыуға ҡарамаҫтан (тракторҙар «Гном», «Коломенец-1», «Карлик», «Запорожец», «Коммунар») булыуына ҡарамаҫтан, совет сәнәғәте ауыл хужалығына етерлек һанда трактор ҙа, юғары сифатлы продукция ла бирә алмай. 1924-25 йылдарҙа 1120 трактор сығарыу планлаштырыла, әммә был план үтәлмәй. 1924—1925 йылдарҙа 1 120 трактор сығарыу планлаштырылһа ла, был план үтәлмәй. 1925—1926 йылдарҙа бөтә типтағы 1 800 трактор сығарыу планлаштырыла (сит илдән 14 950 машина һатып алып); ысынында иһә, 900-ҙән аҙыраҡ трактор етештерелә, уларҙың күбеһе «бер нисә аҙна йәки ай эшләгәндән һуң боҙола»[13]. Шуға ҡарамаҫтан, ошо рәүешле илдә тракторҙар төҙөүгә нигеҙ һалына һәм трактор төҙөүселәрҙең тәүге кадрҙары әҙерләнде. Илдең артабанғы үҫеше махсуслаштырылған эре трактор заводтары төҙөүҙе талап итә. Иген, ағас, нефть һәм нефть продукттары һатыуҙан алынған валютаны ҡулланып, Америка һәм Европа инженерҙары һәм бер нисә йөҙ сит ил компанияларының ҡорамалдар менән тәьмин итеүе ярҙамында түбәндәгеләр төҙөлә: 1930 йылда Сталинград тракторҙар заводы (СТЗ-15/30 тракторҙары сығара), 1931 йылда Харьков трактор заводы (СТЗ тракторҙарына оҡшаш ХТЗ тракторҙары етештерә), 1933 йылда Силәбе трактор заводы, сылбырлы тәгәрмәсле С-60 тракторы (Caterpillar Sixty) сығара. Һуғышҡа тиклемге ун йыл эсендә ватан сәнәғәте ауыл хужалығы өсөн 700 мең самаһы трактор етештерә. Был донъяла етештерелгәндең 40 процентын тәшкил итә.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында — Алтайҙа, һуғыштан һуңғы йылдарҙа Минскиҙа, Владимирҙа, Липецкиҙа, Кишинёвта, Ташкентта, Павлодарҙа трактор заводтары төҙөлә.
Тракторҙың ҡоролошо
үҙгәртергәТракторҙың төп элементтары: двигатель, тапшырыу, шасси, идара итеү механизмдары, эш һәм ярҙамсы ҡорамалдар. Ниндәй төр булыуға ҡарамаҫтан, заманса тракторҙарҙың көс ҡулайламаһы булып дизель двигателе тора (элек шулай уҡ бензин, кәрәсин, газ генераторҙары, эске яныулы нефть двигателдәре файҙаланыла). Тәгәрмәсле тракторҙарҙың руль ҡоролмаһы автомобилдекенә оҡшаш. Сылбырлы тәгәрмәсле тракторҙарҙы бороу өсөн сылбырлы тәгәрмәстәрҙең бер яғын фрикцион менән тотҡарлайҙар.
Эш ҡорамалдары: тракторҙар гидравлик аҫмалы система менән нығытыла, ул уны аҫмалы һәм ярым аҫмалы машина менән тоташтырыу һәм был машиналарҙың эше менән идара итеү өсөн хеҙмәт итә. Гидравлик система ике төп өлөштән тора: япма ҡоролмаһынан һәм гидравлик системанан. Шулай уҡ күп кенә тракторҙарҙа ҡеүәтте һайлап алыу валы бар. Ул күсмә йәки стационар тракторҙар менән агрегатлаусы[14] эшсе органдарҙы хәрәкәткә килтереү өсөн тәғәйенләнә.
Башҡа транспорт сараларынан айырмаһы
үҙгәртергәХәрәкәт тибы буйынса тракторҙар
үҙгәртергәТәгәрмәсле трактор
үҙгәртергәСылбырлы трактор
үҙгәртергәТракторҙарҙы платформаның көс конструкцияһы тибы буйынса классификациялау
үҙгәртергәТракторҙарҙың тәғәйенләнеше буйынса классификацияһы
үҙгәртергәАуыл хужалығы тракторы
үҙгәртергәСәнәғәт тракторы
үҙгәртергәАғас тарттыра торған трактор
үҙгәртергәАрмия тракторы
үҙгәртергәСәнғәттә
үҙгәртергә- Чебоксарҙа трактор тарихы ғилми-техник музейы[15].
- «Тракторсылар» (Трактористы) фильмы (1939).
Спортта
үҙгәртергә- Силәбенең Трактор хоккей клубы
- Трактор Сази футбол клубы. Тәбриз (Иран)
- Ташкенттың Трактор футбол клубы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Трактор, статья из Большой советской энциклопедии. — М.: Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Крестьянская энциклопедия, 1928
- ↑ Правила допуска к управлению самоходными машинами и выдачи удостоверений тракториста-машиниста (тракториста), Постановление Правительства Российской Федерации от 12.07.1999 № 796 (ред. от 06.05.2011).
- ↑ Толковый словарь иностранных слов Л. П. Крысина. — М.: Русский язык, 1998.
- ↑ Малый академический словарь. — М.: Институт русского языка Академии наук СССР. Евгеньева А. П.. 1957—1984.
- ↑ Houghton Mifflin (инг.)баш. The American Heritage Dictionary of the English Language (инг.). — 4th. — Boston and New York: Houghton Mifflin (инг.)баш., 2000. — P. 1829. — ISBN 978-0-395-82517-4. Архивированная копия . Дата обращения: 13 июль 2017. Архивировано 12 ғинуар 2012 года. 2012 йыл 12 ғинуар архивланған.
- ↑ Merriam-Webster Unabridged (MWU). (Online subscription-based reference service of Merriam-Webster, based on Webster’s Third New International Dictionary, Unabridged. Merriam-Webster, 2002.) Headword tractor. Accessed 2007-09-22.
- ↑ Давыдов, 1949, с. 27
- ↑ Hart Parr #3 Tractor : [англ.] : [арх. 6 декабрь 2013] // National Museum of American History.
- ↑ Давыдов, 1949, с. 21−22
- ↑ Скоренко, 2017, с. 499—502
- ↑ Удод И. С. Токмак — родина отечественного тракторостроения // Мелитопольский краеведческий журнал. — 2013. — № 1. — С. 87—92.
- ↑ Sutton--Western-Technology-1917-1930.
- ↑ Система агрегатирования . Система агрегатирования в промышленности (2007).
- ↑ НУК «Научно-технический музей истории трактора» . trackmuseum.ru. Дата обращения: 8 сентябрь 2016.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Крестьянская сельскохозяйственная энциклопедия, т. 7 / гл, ред. проф. П. Я. Гуров. — М.—Л.: ГИЗ, 1928. — 1218 с.
- Гребнев В. П., Поливаев О. И., Ворохобин А. В. Тракторы и автомобили. Теория и эксплуатационные свойства. — М.: КНОРУС, 2011. — 264 с. — ISBN 978-5-406-00135-6.
- Давыдов Лев Давыдович. Родина трактора: стенограмма публичной лекции, прочитанной в Центральном лектории Общества в Москве / Всесоюзное общество по распространению политических и научных знаний. — Правда, 1949. — 30 с.
- Скоренко Т. Изобретено в России. История русской изобретательской мысли от Петра I до Николая II. — М.: Альпина нон-фикшн, 2017. — 533 с. — ISBN 978-5-91671-786-0.