Өфө дәүләт авиация техник университеты
Өфө дәүләт авиация техник университеты — Башҡортостан Республикаһының һәм Өфө ҡалаһының иң ҙур юғары уҡыу йорттарының береһе, үҫешкән фән һәм мәҙәниәт үҙәге. Университ уҡыу-уҡытыу барышына заманса яңы ысулдар индереү йүнәлешендә алдынғы урындарҙа тора. 1982 йылда Ленин ордены менән наградланған[1].
Өфө дәүләт авиация техник университеты (УГАТУ) | |
Халыҡ-ара исеме |
Ufa State Aviation Technical University |
---|---|
Элекке исеме |
Өфө авиация институты (1941—1992) |
Асылған йылы | |
Президент |
Кусимов Салауат Таһир улы |
Ректор |
Новиков Сергей Владимирович (09.2019) |
Урынлашыуы |
Өфө, Киров районы |
Юридик адресы |
450077, Өфө ҡалаһы, Карл Маркс урамы, 12 |
Сайт | |
Наградалары |
Ҡаҙаныштары
үҙгәртергә- 2017 йылдың ғинуарында Башҡортостандың дүрт юғары уҡыу йорто иҫәбендә Өфө дәүләт авиация техник университеты студент берләшмәләре эшмәкәрлеген үҫтереү программаларын һайлап алыу конкурсында еңеүсе булды[2].
- Өфө дәүләт авиация техник университеты Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы үткәргән ғилми проекттар һайлап алыу конкурсы еңеүселәре иҫәбенә инде. 2017 йылда вуз алты проектын ғәмәлгә ашырыу өсөн ярҙам аласаҡ. Улар иҫәбендә: компьютер моделләү ысулдары менән супрамолекулаларҙың физик-химик үҙенсәлектәрен һәм күләмле наноструктуралы материалдарҙы өйрәнеү һәм фаразлау; гибридлы көс ҡулайламалары булған автономлы объекттар өсөн перспективалы электр механикаһы үҙгәрткестәрен тикшереү, әҙерләү һәм индереү; бүленгән дифференциаль алым нигеҙендә төрлө составлы нефть-газ ятҡылыҡтары коллекторҙарында фильтр аша үтеү процесын математик һәм компьютер моделләү; шыйыҡ һәм газ хәлендәге углеводородтарҙы сығарыу, ташыу, эшкәртеү һәм ҡулланыу процестарын көсәйтеү өсөн илебеҙҙәге нефть-химия сеймалынан реагенттар, реактивтар һәм материалдар эшләүҙең ғилми нигеҙҙәрен уйлап табыу; үтә ваҡ ярмалы мартенлы ҡорос төҙөлөшө һәм үҙенсәлектәре; газ турбиналы двигатель деталдәре өсөн юғары талығыу сифаттары хас булған үтә ваҡ ярмалы титан иретмәләре[3].
- 2016 йылда Өфө дәүләт авиация техник университеты Рәсәйҙең иң яҡшы 60-тан ашыу вузы исемлегенә инде[4].
Университеттың ҡыҫҡаса тарихы
үҙгәртергәБыл юғары уҡыу йорто, авиция институты булараҡ, Ярославль өлкәһенең Рыбинск ҡалаһында 1932 йылда асыла.
Бөйөк Ватан һуғышы башланыу сәбәпле, 1941 йылдың көҙөндә ул Өфөгә күсерелә һәм, алдағы йылдан яңы исем алып, «Серго Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институты» тип атала башлай.
1992 йылда институт «техник университет» статусы ала, уның бөгөнгө исеме — Өфө дәүләт авиация техник университеты.
2010 йылда университет «Рәсәйҙең милли тикшеренеү университеты» статусын алыу өсөн конкурста ҡатнашты, ләкин уңышҡа өлгәшә алманы.
Мәғлүмәт
үҙгәртергәӨфө дәүләт авиация техник университетында бөгөн ете факультет эшләй, белгестәр 61 йүнәлеш буйынса әҙерләнә, студенттар һаны 20 меңдән ашыу.
Университеттың ректорҙары
- 1932—1933 — Фрейман С. А.
- 1933—1935 — Душинов Н. И.
- 1935—1936 — Гординский З. Г.
- 1936—1939 — Гогосов Владимир Антонович
- 1939—1942 — Емелин Иван Павлович
- 1942—1944 — Гусаров Александр Филиппович
- 1944—1961 — Емелин Иван Павлович
- 1961—1992 — Мәүлитов Рыфат Рәхмәтулла улы
- 1992—2003 — Күсимов Салауат Таһир улы
- 2003—2014 — Ғөзәйеров Морат Баҡый улы
- 2014—2015 — Дегтярёв Александр Николаевич ( вазифа башҡарыусы)
- 2015—08.2019 — Криони Николай Константинович[5]
- 09.2019 — Новиков Сергей Владимирович[6]
Авиация университеты бинаһы
үҙгәртергәУниверситеттын төп бинаһы 1950 йылда архитектор Кәлимуллин Барый Ғибәт улы проекты буйынса Башҡорт АССР-ының «Советтар йорто» булараҡ төҙөлә һәм 1958 йылда ул ул ваҡыттағы авиация институты ҡарамағына бирелә.
Вузды тамамлаған билдәле шәхестәр
үҙгәртергәСәйәсмәндәр
үҙгәртергә- Зайцев Михаил Алексеевич (1938—2010) — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе (1995—1999).
Фән эшмәкәрҙәре
үҙгәртергәХимия
үҙгәртергәМатематика
үҙгәртергәБилдәле уҡытыусылар
үҙгәртергә- Лавров Сергей Андреевич (6.11.1935, Ҡаҙаҡ АССР-ы Жана Семей ҡасабаһы), конструктор. Техник фәндәр кандидаты (1974). БАССР ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1977). Ҡазан авиация институтын тамамлағандан һуң (1959) ӨПЭПБ ла эшләй: өлкән инженер конструктор, 1960 йылдан — баш конструктор урынбаҫары, 1964 йылдан — баш конструктор, 1991 йылдан — тәжрибә КБ-һы етәксеһе., 1994 йылдан — техник конструкторлыҡ бүлеге начальнигы. 1996 йылдан ӨДИСА ла, бер үк ваҡытта 2005—12 йылдарҙа ӨДАТУ ла уҡыта. Сергей Лавров етәкселегендә хисаплау техникаһының (цифрлы хисаплау машиналары), электр бритваларының, шул иҫәптән донъялағы тәүге «Ағиҙел 1К» космик бритваһының төрлө модификациялары эшләнә һәм етештереүгә индерелә. 30-ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1969).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 30 июня 1982 г. № 7436-Х
- ↑ Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары Рәсәй Мәғариф министрлығының студент берләшмәләрен үҫтереүгә гранттар отто. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 25 ғинуар (Тикшерелеү көнө: 26 ғинуар 2017)
- ↑ Өфөнөң юғары уҡыу йорттары ғилми проекттар һайлап алыу конкурсында еңде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 12 ғинуар (Тикшерелеү көнө: 12 ғинуар 2017)
- ↑ Башҡортостандың ике университеты илдең иң яҡшы вуздары исемлегенә инде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 10 ноябрь (Тикшерелеү көнө: 10 ноябрь 2016)
- ↑ С ректором Уфимского авиационного технического университета не продлили трудовой договор. ИА «Башинформ», 22 августа 2019 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 август 2019)
- ↑ В Уфимском государственном авиационном техническом университете представили нового ректора. ИА «Башинформ», 4 сентября 2019 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 сентябрь 2019)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Гордимся прошлым, строим будущее. УГАТУ 85 лет / сост. М. А. Филимонов; Уфимск. гос. авиац. техн. ун-т. - Уфа : РИК УГАТУ, 2017. - 379 с. ISBN 978-5-4221-1028-5 (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ғөзәйеров М. Б. Авиация техник университеты // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- УГАТУ сайты
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.