3 ғинуар
көнө
3 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 3-сө көнө. Йыл аҙағына тиклем 362 көн ҡала (кәбисә йылында 363).
3 ғинуар | |
![]() |
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2021 йыл |
Байрамдар
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1870: Нью-Йорк ҡалаһындағы Бруклин күперен төҙөү башлана.
- 1959: Аляска АҠШ-тың 49-сы штаты итеп иғлан ителә.
- 1961: АҠШ Куба менән дипломатик бәйләнештәрен өҙә.
- 1977: Американың «Apple» фирмаһы үҙенең беренсе компьютерын эшләп сығара.
- 1993: Мәскәүҙә Рәсәй һәм АҠШ араһында стратегик һөжүм итеү ҡоралдарын артабан ҡыҫҡартыу һәм сикләү тураһында килешеү төҙөлә.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Горчаковский Павел Леонидович (1920—4.06.2008), ғалим-геоботаник. Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (1994), СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1990), биология фәндәре докторы (1953), профессор (1954). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1981). Урал һәм уға яҡын биләмәләр флораһы һәм үҫемлектәр донъяһының формалашыу этаптарын өйрәнеүсе, Башҡортостан территорияһында ботаник-географик районлаштырыу үткәреүсе. В. Н. Сукачёв исемендәге премия лауреаты (2001). Почёт ордены кавалеры (1999). Сығышы менән Красноярск ҡалаһынан.
- Скрипиль Валентин Иванович (1920—3.07.1998), тау инженеры. 1949—1986 йылдарҙа «Башкиргеология» беремәһенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1965 йылдан — геология бүлеге начальнигы, 1977—1986 йылдарҙа —геологик фонд бүлеге начальнигы. Ленин премияһы лауреаты (1961). Сығышы менән Краснодар ҡалаһынан.
- Миңлеғәзимов Мәғсүм Ғәббәс улы (1925—25.10.1982), ғалим-инженер механик. 1972—1982 йылдарҙа Өфө нефть институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1979 йылдан — нефть промыслаһы механикаһы кафедраһы мөдире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Техник фәндәр докторы (1977), профессор. (1980). Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Мәтәүтамак ауылынан.
- Рәмиев Мәзит Кәлимулла улы (1930—11.06.1999), ғалим-инженер технолог. 1961 йылдан хәҙерге Энергоресурстарҙы транспортлау проблемалары институтының (ИПТЭР – Институт проблем транспорта энергоресурсов) яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1972 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1978 йылдан — лаборатория мөдире, 1987 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр. Техник фәндәр кандидаты (1980). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1985), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1980), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1982). СССР Министрҙар Советы (1983) һәм И. М. Губкин исемендәге (1983) премиялар лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Ергән ауылынан.
- Заруцкий Дмитрий Степанович (1945), хужалыҡ эшмәкәре. 1988—2005 йылдарҙа «Башкирэнерго» йәмғиәте филиалы — Яңы Салауат ТЭЦ-ы директоры. Рәсәй Федерацияһының почётлы энергетигы (1993), Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ энергетикаһы министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Түбәнге Аҡбирҙе ауылынан.
- Хәбибуллин Исмәғил Тәлғәт улы (1955), ғалим-математик. 1977 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2002—2006 йылдарҙа дифференциаль тигеҙләмәләр кафедаһы мөдире, бер үк ваҡытта 1992 йылдан — Математика институтында өлкән, 1996 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр. Физика-математика фәндәре докторы (1996), профессор (1999). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Сатый ауылынан.
- Кәримов Салауат Ғайса улы (1960), яҙыусы, журналист, тәржемәсе һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2007 йылдан «Башҡортостан уҡытыусыhы» журналының баш мөхәррире, бер үк ваҡытта 2008—2016 йылдарҙа М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2003), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2014).
- Фирҙәт Ғәлиев (1965), театр актёры, радио һәм телетапшырыуҙар алып барыусы. 2004 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокампанияһының «Даирә» ижади берекмәһе комментаторы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2006) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты (1996).
- Кәбирова Миләүшә Фәүзи ҡыҙы (1970), ғалим-стоматолог, Башҡорт дәүләт медицина университетының стоматология факультеты деканы. Медицина фәндәре докторы (2011), профессор (2012). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Торналы ауылынан.
- Кокорин Виталий Васильевич (1975), спортсы. Велосипед спорты буйынса Рәсәйҙең халыҡ ара класлы спорт мастеры (1993). «Ағиҙел» олимпия әҙерлеге үҙәге тәрбиәләнеүсеһе. Шәхси ярышта Рәсәй чемпионы (1994—1995), команда ярышында Рәсәй кубогын яулаусы (1995). Үҫмерҙәр араһында СССР чемпионы (1991). Сығышы менән Силәбе ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Йомағолов Харис Йомағол улы (1891—2.11.1937), партия һәм дәүләт, Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Бөтә башҡорт ҡоролтайҙарында ҡатнашыусы. 1917 йылдың июленән Башҡорт мәркәз шураһы ағзаһы. 1919 йылдың майынан — Башревком рәйесе, бер үк ваҡытта сентябрь—ноябрҙә РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты секретары. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Һөнәрғолов Тимерхан Сәлимйән улы (1931—5.01.1976), ғалим-патологоанатом, юғары мәктәп эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1955 йылдан Башҡортостан дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1963 йылдан педиатрия факультеты деканы; 1965 йылдан — патологик анатомия кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1968 йылға тиклем уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор. 1965 йылдан Башҡортостан патологоанатомдары йәмғиәте рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1968), профессор (1969). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Шишмә ауылынан.
- Плеханова Надежда Андреевна (1936), педагогик хеҙмәт ветераны. 1977–1991 йылдарҙа Күмертау ҡалаһының 13-сө мәктәбе (хәҙер Советтар Союзы Геройы Н. Т. Антошкин исемендәге 1-се гимназия) директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы, Башҡортостан уҡытыусыларының VIII съезы делегаты.
- Ғәләүетдинова Наилә Ғизетдин ҡыҙы (1946), Башҡортостан радиоһы һәм телевидение дикторы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2020), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Тирәкле ауылынан.
- Лотфуллин Миҙхәт Ҡәүи улы (1946), хеҙмәт ветераны, Кушнаренко районы Свердлов исемендәге колхоздың элекке механизаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Алтынбаева Зөһрә Нариман ҡыҙы (1951), журналист, шағир. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2000). Башҡортостан Республикаһының Журналистар (1986) һәм Яҙыусылар (2006) союздары ағзаһы.
- Дәүләтшин Марат Булат улы (1951), хеҙмәт ветераны, ғалим-инженер-төҙөүсе. Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ төҙөлөшө фондының элекке генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш (1999—2003 йылдар) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Техник фәндәр кандидаты. Рәсәйҙең почётлы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, хәрби төҙөлөш отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Ҡырғыҙ-Миәкә ауылынан.
- Харисов Фәрис Фәхрәз улы (1956), ғалим-педагог, дәүләт һәм юғары мәктәп эшмәкәре. 1997 йылдан Татарстан Республикаһының мәғариф министры; 2004 йылдан Мәскәү асыҡ университеты проректоры, 2006 йылдан — Федераль мәғарифты үҫтереү институты директоры, 2009 йылдан — «Здоровьесберегающее образование» журналының баш мөхәррире. Рәсәй Мәғариф академияһының мөхбир ағзаһы (2001), педагогия фәндәре докторы (1999), профессор (2001). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2004) һәм почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Истәк ауылынан.
- Фәрхетдинова Ләйлә Морат ҡыҙы (1961), ғалим-терапевт. 1986—1994 йылдарҙа Өфө Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, 1999 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университетының өҫтәлмә һөнәри белем биреү институты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2008), профессор (2016). Ғалим-геолог академик Морат Камалетдиновтың ҡыҙы. Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Баһауетдинов Йәһүҙә Ғилметдин улы (1922—20.03.2000), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1950—1985 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Благовар районының «Октябрь» колхозы бригадиры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Юзиев Илдар Ғәфүр улы (1933—21.12.2004), шағир һәм драматург. Татарстандың халыҡ шағиры. Популяр йырҙар авторы.
- Ғазина Мәрйәм Фәхрәзи ҡыҙы (1938), ветеран-педагог, 1960—1997 йылдарҙа Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбе уҡытыусыһы, Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Михайлов Михаил Ларионович (1829—2.08.1865), урыҫ яҙыусыһы, тәржемәсе, публицист. 1856—1857 йылдарҙа Диңгеҙ министрлығы ҡушыуына ярашлы Ырымбур губернаһына экспедиция яһай, башҡорттарҙың фольклоры һәм этнографияһы буйынса материалдар йыя. 1860-сы йылдарҙағы революцион хәрәкәттә әүҙем ҡатнашыусы. 1861 йылда дәүләткә ҡаршы прокламациялар төҙөп таратҡаны өсөн ҡулға алына һәм алты йылға каторга эштәренә хөкөм ителә, ғүмерлеккә Себергә һөргөнгә ебәрелә. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Уйылданов Ибраһим Ҡаһарман улы (1909—1974), ауыл хужалығы эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Баймаҡ районы Карл Маркс исемендәге колхоздың элекке рәйесе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Ярат ауылынан.
- Әхмәҙиев Әнүәр Хәким улы (1914—24.12.1996), халыҡ бейеүҙәрен башҡарыусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
- Абелев Элья Хононович (1919—10.10.1985), спортсы, тренер, йәмәғәтсе. 1945—1979 йылдарҙа «Динамо» ДСО-һының Башҡортостан өлкә советы тренеры, өлкән тренеры, бер үк ваҡытта 1945—1959 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Спорт гимнастикаһы федерацияһы рәйесе һәм йыйылма командаһының баш тренеры. Спорт гимнастикаһы буйынса РСФСР‑ҙың атҡаҙанған тренеры (1968), республика категорияһындағы судья (1960). Сығышы менән хәҙерге Белоруссияның Бобруйск ҡалаһынан.
- Андресон Борис Арнольдович (1939—3.05.2004), ғалим-тау инженеры. 1973—2004 йылдарҙа БашНИПИнефть институтының ғилми хеҙмәткәре. Техник фәндәр докторы (1999). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рационализаторы (1985). Сығышы менән хәҙерге Краснодар крайының Тбилисский станицаһынан.
- Ғәлиев Әсғәт Тәлғәт улы (1949), партия, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1991—1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Түләүле хеҙмәттәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе, 1999—2000 йылдарҙа Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы. Башҡортостандың хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре. Салауат ҡалаһының почётлы гражданы.
- Сөләймәнов Рим Солтан улы (1949), ғалим-нефтсе, хужалыҡ эшмәкәре. 1986—2012 йылдарҙа «Газпром добыча Уренгой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең генераль директоры. Рәсәйҙең Тау академияһы академигы. Техник фәндәр кандидаты (1993). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1992), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1998), СССР‑ҙың газ сәнәғәте (1984) һәм Рәсәйҙең яғыулыҡ‑энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (1998). СССР-ҙың Дәүләт (1987), Ленин комсомолы премиялары (1981) лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1979), 4‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (1999) һәм Рәсәйҙең Дуҫлыҡ ордены (1996) ордендары кавалеры.
- Марсель Сәлимов (1949), Башҡортостандың сатирик һәм юмористик шағиры һәм яҙыусыһы, журналист һәм тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре. 1988 йылдан СССР-ҙың Яҙыусылар, 1976 йылдан — Журналистар союздары ағзаһы. 1980—2010 йылдарҙа «Һәнәк» журналының баш мөхәррире, 1996—2006 йылдарҙа Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе. «Алеко» Халыҡ‑ара конкурсы лауреаты (Болгария, 1996), Эрнест Хемингуэй исемендәге (2017), мәҙәниәт, әҙәбиәт һәм фән өлкәһендәге Евразия халыҡ-ара премияһы (2018) һәм Владимир Набоков исемендәге халыҡ-ара әҙәби премия (2018) лауреаты. Шулай уҡ Рәсәй Журналистар союзы премияһы (1996), Шәһит Хоҙайбирҙин (1998), Сергей Михалков (2010), Николай Гоголь (2015) исемендәге әҙәби премиялар, «Рәсәйҙең алтын ҡауырыйы» (2016) премияһы лауреаты. Рәсәйҙең Дуҫлыҡ ордены (1999) кавалеры.
- Ураҙбаев Булат Насир улы (1949—29.09.2011), тележурналист, Башҡортостан телерадиокомпанияһы телевидение студияһының элекке комментаторы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Кәүсәриә Шафиҡова (1949—4.05.2017), башҡорт шағиры, йырҙар авторы. 1999 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ғәли Соҡорой исемендәге премия лауреаты, Яңауыл районының почётлы гражданы.
- Фәтихова Лилиә Ғәрифулла ҡыҙы (3.1.1954), эстрада артисы. 1975—2014 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһының нәфис һүҙ оҫтаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012).
- Ғәниев Әкрәм Мөхәмәт улы (1959), дәүләт эшмәкәре, Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы етәксеһе (2005). Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1906: Анна Мэй Вонг, Ҡытайҙың «Голливуд йондоҙо» булып танылған беренсе кино актрисаһы.
- 1906: Алексей Григорьевич Стаханов, Советтар Союзында «стахановсылар хәрәкәте»н башлаған алдынғы шахтер.
- 1925: Ғабдулла Ғәрифуллин, Татарстандың Бөйөк Ватан һуғышы яугире, Советтар Союзы Геройы (1946).
- 1925: Григорий Мкртычан, СССР хоккейсыһы һәм тренеры, Олимпия чемпион (1956).
- 1936: Николай Рубцов, СССР шағиры.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1501: Алишер Навои, Урта Азия шағиры, суфыйсылыҡ фәлсәфәһе ғалимы.
- 1923: Ярослав Гашек, Чехияның сатирик яҙыусыһы.
- 2008: Александр Абдулов (1953), СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1991).