Әғәҙуллина Лиза Ҡыям ҡыҙы
Әғәҙуллина Лиза Ҡыям ҡыҙы (1 ғинуар 1942) — башҡорт совет һәм Рәсәй педагогы; Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һәм халыҡ уҡытыусыһы[1][2], Рәсәй Федерацияһы дөйөм белем биреү мәктәбенең маҡтаулы хеҙмәткәре[3], Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы» (2008).
Әғәҙуллина Лиза Ҡыям ҡыҙы | |
Эшмәкәрлек төрө: |
педагог |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Ире: |
Фәнил Ғабдулла улы Әғәҙуллин |
Награда һәм премиялары: |
БиографияһыҮҙгәртергә
Лиза Ҡыям ҡыҙы Әғәҙуллина 1942 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ҡыйғы районы Түбәнге Ҡыйғы ауылында тыуған. 1959—1961 йылдарҙа шул уҡ райондың Арыҫлан һәм Абзай урта мәктәптәрендә өлкән пионервожатый булып эшләй[3].
1966 йылдан, Бөрө педагогия институтын тамамлап, «химия һәм биология уҡытыусыһы» дипломын ҡулына алғас, Малаяҙҙа (Салауат районы, 1966—1968), Түбәнге Ҡыйғыла (1968—1970; бер үк ваҡытта — синыфтан тыш эштәрҙе ойоштороусы) уҡыта. 1970—1971 йылдарҙа Ҡыйғы районы мәғариф бүлегенең методика кабинеты мөдире була[3].
1971 йылдан Өфөлә йәшәй һәм эшләй: 27-се мәктәп уҡытыусыһы, 1996 йылдан — Октябрь районының айырым фәндәрҙе тәрәнәйтеп өйрәтеүсе 42-се мәктәптең химия уҡытыусыһы[3]. Бер үк ваҡытта 1996 йылдан алып Республика башҡорт-төрөк лицейында (2003 йылдан — Республика Башҡорт лицей-интернаты)химия буйынса олимпиада дәрестәре алып бара[4].
ҒаиләһеҮҙгәртергә
Тормош иптәше — Фәнил Ғабдулла улы Әғәҙуллин.
Ҡыҙы (табип), улы (Өфө дәүләт авиация техник университетында уҡыта)[4].
Бүләктәре һәм ҡаҙаныштарыҮҙгәртергә
- «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн. Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан» юбилей миҙалы (1970)
- БДБ илдәре Химик белем биреү буйынса ассоциацияһының «Мәктәптәрҙең химия олимпиадаларын үҫтереүгә индергән өлөшө һәм юғары педагогик оҫталығы өсөн» дипломы (1998)
- «Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы» (2002)
- «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» (2004)
- «Рәсәй Федерацияһы дөйөм белем биреү мәктәбенең маҡтаулы хеҙмәткәре» (2004)
- «Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы» (2008)
- «Рәсәй Федерацияһының халыҡ уҡытыусыһы» (2016)[3].
Уның тураһындаҮҙгәртергә
- Нәбиева Ғ. Өфө педагогы Рәсәй Президентына Мәскәүҙә Уҡытыусыға һәйкәл ҡуйырға тәҡдим итте[5].
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
- Шерстобитова А. Лизин хлеб // Республика Башкортостан : газета. — 2007. — № 111.
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ Путин вручил госнаграды Александру Маслякову и Василию Ливанову. «РИА Новости» сайты, 2017, 26 ғинуар (рус.) (Тикшерелгән 26 ғинуар 2017)
- ↑ Владимир Путин вручил награду учительнице из Уфы. , 2017, 26 ғинуар (рус.) (Тикшерелгән 26 ғинуар 2017)
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Зал национальной трудовой славы
- ↑ 4,0 4,1 А.Шерстобитова, 2007
- ↑ Педагог из Уфы предложила Президенту России поставить в Москве памятник Учителю. , 2017, 26 ғинуар (рус.) (Тикшерелгән 26 ғинуар 2017)
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Агадуллина Лиза Киямовна. Зал национальной трудовой славы. 8 ноябрь 2016 тикшерелгән.