Баймырҙин Ғаяз Исламетдин улы
Баймырҙин Ғаяз Исламетдин улы (1 ғинуар 1913 йыл — 7 май 1948 йыл) — хәрби осоусы, гвардия майоры (1943), Советтар Союзы Геройы (1944), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
Баймырҙин Ғаяз Исламетдин улы | ||||||
![]() | ||||||
Тыуған ваҡыты | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе[1] Ғәлекәй ауылы | |||||
Үлгән ваҡыты | ||||||
Вафат урыны | ||||||
Хеҙмәт иткән урыны | ||||||
Хеҙмәт итеү йылдары |
1936—1948 | |||||
Хәрби звание | Майор | |||||
Хәрби алыш/һуғыш | ||||||
Наградалар һәм премиялар |
|
БиографияһыҮҙгәртергә
- Ғаяз Исламетдин улы Баймырҙин 1913 йылдың 1 ғинуарында Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Ғәлекәй ауылында[1] тыуған.
- 1936 йылдан алып Ҡыҙыл Армияла.
- 1942 йылдың июненән алып алыҫ араға осоусы авиацияла хеҙмәт итә.
- 1944 йылдың октябрендә 4-се гвардия корпусы 4-се гвардия авиация дивизияһы 13-сө гвардия авиация полкының эскадрилья командиры урынбаҫары булараҡ, Ғаяз Баймырҙин 220 хәрби осошта дошмандың хәрби-сәнәғәт объекттарын уңышлы бомбаға тотҡаны һәм партизан отрядтарына йөк ташығанда тырышлығы һәм батырлығы өсөн «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була.
- 1948 йылдың 7 майында Украинала авиаһәләкәттә һәләк була һәм Умань ҡалаһы янында ерләнә.
НаградаларыҮҙгәртергә
- Советтар Союзы Геройы (05.11.1944)[2][3];
- Ленин ордены (05.11.1944);
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (19.11.1943)[4];
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (14.04.1944)[5];
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (12.03.1943)[6].
ХәтерҮҙгәртергә
- Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Арғаяш ауылының 2-се урта мәктәбе Ғаяз Баймырҙин исемен йөрөтә, мәктәп бинаһына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған;
- Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы Ҡоншаҡ ауылы урта мәктәбе янында Ғаяз Баймырҙинға һәйкәл ҡуйылған;
- Ҡоншаҡ ауылындағы урамдарҙың береһенә Ғаяз Баймырҙин исеме бирелгән;
- Ғаяз Баймырҙин уҡыған Белорет металлургия техникумы музейында уға стенд асылған.
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ 1,0 1,1 Хәҙерге Силәбе өлкәһе Арғаяш районы
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
СығанаҡтарҮҙгәртергә
Баймырҙин Ғаяз Исламетдин улы. «Герои страны» сайты.
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
- Коваль Ю. Взлёт // Славные сыны Башкирии. Кн. 4. — Уфа, 1979.