Ишемова Роза Ғакил ҡыҙы

Ишемова Роза Ғакил ҡыҙы (1 ғинуар 1939 йыл) — башҡорт ғалимы һәм педагог-методисы. Педагогия фәндәре кандидаты (1988). БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1986), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1980).

Ишемова Роза Ғакил ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 1939
Тыуған урыны Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим

Биографияһы үҙгәртергә

Роза Ғаҡил ҡыҙы Ишемова 1939 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Йомаш ауылында тыуған.

1963 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.

1964 йылдан алып Өфөнөң 91-се, 20-се урта мәктәптәре уҡытыусыһы.

1973—2003 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының Милли мәғариф проблемалары институтының Башҡортостан филиалындағы ғилми хеҙмәткәр.

Ғилми эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Фәнни тикшеренеүҙәре башҡорт мәктәптәрендә рус телен уҡытыу методикаһына арналған. Р. Ғ. Ишемова дәреслектәргә тауышлы ҡушымта (35 грампластинка) эшләй, улар башҡорт мәктәбе уҡыусыларының русса һөйләү кимәлен үҫтереүгә йүнәлтелгән. 40-тан ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән дәреслектәр һәм уҡытыу-методик әсбаптар авторы.

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Развитие русской речи учащихся IV класса башкирской школы с применением технических средств обучения. М., 1980;
  • Методика преподавания русского языка в 5-9 классах башкирской школы. Уфа, 1996 (авторҙ.)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1986)[1]
  • РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1980)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә