Дүшәмбеаҙнаның йәкшәмбе менән шишәмбе араһындағы беренсе көнө. Фарсы теленән мәғәнәһе — шәмбенән һуң икенсе көн.Халыҡ-ара ISO 8601 стандарттарына ярашлы, дүшәмбе аҙнаның беренсе көнө, ялдан һуң эш аҙнаһы башланған көн һанала. Мосолман календарында иһә ул аҙнаның өсөнсө көнө.

Дүшәмбе көнө атамаһы Ай (Йыһан есеме һәм илаһ) көнө булараҡ төрлө халыҡта төрлөсә атала

Башҡа телдәрҙә үҙгәртергә

Урыҫ телендә аҙна йәкшәмбе ("воскресенье") менән тамамлана, шуға күрә "понедельник" атамаһы аҙна тамамланғандан һуңғы көн мәғәнәһендә ҡулланыла.

Төрөк телендә pazartesi «баҙар көнөнән һуңғы көн» тигән мәғәнәлә. Уларҙа йәкшәмбе - баҙар көнө.

Боронғо йәһүдилек-христианлыҡта көндәр шәмбенән башланған, шуға күрә: Грек телендә Δευτέρα («икенсе көн (шәмбенән)»), Латин телендә feira segunda, Грузин телендә ორშაბათი (оршабати), тажик телендә душанбе, Башҡорт телендә һәм татар телендә дүшәмбе, әрмән телендә Երկուշաբթի (йеркушабти́), ивритта — «Йом бет».

Дүшәмбегә бәйле мәғлүмәттәр үҙгәртергә

1919 йылдың 3 сентябрендә Халыҡ комиссариаты Ҡарары менән «тамаша предприятиелары» хеҙмәткәрҙәренең ялы дүшәмбегә күсерелә [1].

Совет космонавтикаһында дүшәмбе башта ябай эш көнө һаналған, әммә 1960 - 1965 йылдар киҫемендә дүшәмбелә 11 осороу авария менән тамамланыуға бәйле 1965 йылдан «юғарынан ҡушыу буйынса» был көн космонавтар өсөн ял тип иғлан ителгән.

Исламда дүшәмбе ураҙа тотоу өсөн ҡулай һанала, сөнки был көндә Мөхәммәт Пәйғәмбәр ураҙа тота торған булған [2]


Башҡорт исемдәрендә - "дүшәмбе" үҙгәртергә

Башҡорт халҡында баланың ниндәй көндә донъяға килеүенә ҡарап ҡушылған исемдәр булған. Шулар араһында дүшәмбе лә бар - Дүсәмбай, Дүсәмбикә [3]

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 1-се том. - Мәскәү, 1993.
  • Иранский календарь [2]
  • Понедельник [3]
  • Т. Кусимова, С. Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2010. - 229 бит

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Большая советская энциклопедия (первое издание), — М: АО «Советская энциклопедия», 1929, С. 206
  2. Понедельник [1]
  3. Т. Кусимова, С. Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2010. - 229 бит


Аҙна көндәре
Дүшәмбе | Шишәмбе | Шаршамбы | Кесаҙна | Йома | Шәмбе | Йәкшәмбе