27 апрель
көнө
27 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 117-се (кәбисә йылында 118-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 248 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Шау-шыуҙан һаҡланыу көнө.
- Һуҡырҙарҙы йөрөтөүсе эттәр көнө.
- Тапирҙар көнө.
- АҠШ: Морзе азбукаһы көнө.
- Австрия: Икенсе Республика көнө.
- Израиль: Йом Ха-Зикарон.
- Иран: Хәүефһеҙ транспорт көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Парламентаризм көнө.
- Словения: Милли ҡаршылыҡ көнө.
- Сьерра-Леоне: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Того: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Финляндия: Ветерандар көнө.
- КАР: Азатлыҡ көнө.
Төбәк байрамдары
- Саха Республикаһы: Республика көнө.
- Ер: Секретарҙар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Вахта менән эшләүселәр көнө.
- Милли гвардия ғәскәрҙәренең Махсус частары көнө.
- 1906: Рәсәй империяһы беренсе Дәүләт думаһының тәүге ултырышы үтә.
- 1922: Яҡут Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы ойошторола.
тулы исемлек
- 1925: СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы «Ҡала биләмәләрендә граждандарҙы теркәү тураһында» тигән ҡарар ҡабул итә.
- 1960: Михаил Шолоховтың «Күтәрелгән сиҙәм» романы буйынса төшөрөлгән фильмдың тәүге ике серияһы СССР экрандарына сыға.
- 1961: Тыныслыҡ фондарының халыҡ-ара ассоциацияһы ойошторола.
- 1965: АҠШ-та бер тапҡыр ҡулланыла торған «Памперс»ҡа патент алына.
- 1982: Өфөлә синтетик спирт заводының Мәҙәниәт һарайы асыла (хәҙер Өфө ҡала мәҙәниәт һарайы).
- 2005: Францияның «Airbus» A380 пассажир самолёты беренсе осош яһай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ғиззәтуллин Сафуан Ғәлләметдин улы (1930—30.03.1999), ғалим-агроном. 1963—1994 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1978—1993 йылдарҙа агрохимия һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау кафедраһы мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1965), профессор (1991). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1987). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Ташлы ауылынан.
- Фәритов Айрат Тәбрис улы (1965), ғалим-механик-коррозионист. 1987 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Энергресурстарҙы транспортлау проблемалары институты хеҙмәткәре, 2002 йылдан — бүлек начальнигы; 2016 йылдан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты, бер үк ваҡытта Өфөләге «Акрус—М» ғилми производство фирмаһы хеҙмәткәре. Техник фәндәр кандидаты (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2010). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2005) һәм И. М. Губкин исемендәге премияһы (2008) лауреаты. Сығышы менән Бөрө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Копытова Ефросинья Васильевна (1931), педагогик хеҙмәт ветераны. 1951 йылдан Балаҡатай районы Ҡарлыхан урта мәктәбенең, 1962—1983 йылдарҙа Нөгөш һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Башҡортостан уҡытыусыларының VI һәм VII съездары делегаты. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1974), Халыҡ мәғарифы отличнигы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971). Сығышы менән Нөгөш ауылынан.
- Хәзиев Фәнғәт Хаммат улы (1936), ғалим-тупраҡ белгесе, агрохимик, агроэколог. 1963 йылдан СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Биология институты хеҙмәткәре, 1969 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1977 йылдан — тупраҡ ғилеме лабораторияһы мөдире, 2002 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр; бер үк ваҡытта 1984—1992 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Биология фәндәре бүлексәһе директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары, 1995—2002 йылдарҙа экология бүлеге мөдире, 1995—2006 йылдарҙа академик-секретарь. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), биология фәндәре докторы (1983), профессор (1989), Рәсәй Федерацияһының (1997) һәм Башҡорт АССР-ының (1985) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2001), В. Р. Вильямс исемендәге премия (1983) лауреаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2016).
тулы исемлек
- Сәхәбиева Зөһрә Ҡотдос ҡыҙы (1951), йырсы, Ҡазан консерваторияһы уҡытыусыһы, 1993-1996 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Татар АССР-ының халыҡ артисы (1984). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Туҡай районы Сәлих-Туҡай ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Мөхәрәмов Миҙхәт Кәрим улы (1922—7.03.1993), ғалим-тарихсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1951 йылдан СССР Фәндәр академияһы Ҡазан филиалының Тел, әҙәбиәт һәм тарих ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, 1963—1982 йылдарҙа — институт директоры. Тарих фәндәре докторы (1964), профессор (1967). РСФСР-ҙың (1982) һәм Татар АССР-ының (1972) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Ергән ауылынан.
- Исрафилова Фәниә Абдулла ҡыҙы (1947), хеҙмәт ветераны. 1968 йылдан Әбйәлил үҙәк район китапханаһы китапханасыһы, 1977 йылдан — бүлек мөдире; 1994—2006 йылдарҙа үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының директор урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992). Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Пласт ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Шакиров Фәрит Шәмсимөхәмәт улы (1947—17.06.2020), нефтсе. 1965—2002 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы һәм мастеры. Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1997). 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Ҡыҙыл Йондоҙ ауылынан.
- Купцова Ғәлиә Закир ҡыҙы (1952), педагог, күп бала әсәһе. 1970 йылдан Хәйбулла районы мәктәптәре уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1976—2009 йылдарҙа Первомайский урта мәктәбе уҡытыусыһы, директорҙың уҡыу эштәре буйынса урынбаҫары. СССР-ҙың 2-се дәрәжә «Әсәлек миҙалы» менән бүләкләнеүсе (1987), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1986). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Түбәнге Ләмәҙ ауылынан.
- Лотфуллин Рәмил Йәүит улы (1952), ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп ветераны. 1974 йылдан Өфө авиация институты уҡытыусыһы; 1980 йылдан «Тантал» махсус конструкторлыҡ-технология бюроһы, 1986 йылдан — Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институты хеҙмәткәре, 1989 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2005 йылдан — институт директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары, 2007 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр, 2008 йылдан — лаборатория мөдире; бер үк ваҡытта 2002 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2001). Сығышы менән хәҙерге Хабаровск крайының Днепровский ҡасабаһынан.
- Фәүхиев Фәхәл Карам улы (1952), нефть сәнәғәте ветераны. 2-се һәм 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары кавалеры, Рәсәйҙең Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре. «Миллиард тонна Башҡортостан нефте» билдәһе эйәһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Асауҙыбаш ауылынан.
- Минғазов Рәмил Сәғит улы (1957—12.09.2016), ғалим-хирург. 1985 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре кандидаты (1998), доцент (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Монасипов Салауат Тайып улы (1933—2.12.2001), педагог, мәғариф һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1956 йылдан Баймаҡ районы хәҙерге Урғаҙа мәктәбе уҡытыусыһы; 1960 йылдан КПСС район комитеты пропагандисы, пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире, 1963 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы; 1965 йылдан Өфө ҡала мәктәптәре директоры, 1989—2001 йылдарҙа ҡала мәғариф бүлеге методисы, белгесе. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1989), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1972), Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1989). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән Баймаҡ ҡалаһынан.
- Сәйетова Гөлшат Абдулла ҡыҙы (1953), педагог. 1989 йылдан Өфө ҡалаһының 119-сы урта мәктәбе, 2000—2011 йылдарҙа 144-се башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы Әҙел ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ваһапова Хәлимә Мөжәүир ҡыҙы (1914—1988), хирург-табип, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, хәрби госпиталдең хирургия бүлеге начальнигы, медицина хеҙмәтенең гвардия капитаны. 1946—1958 йылдарҙа Учалы район үҙәк дауаханаһының баш табибы. Башҡорт АССР‑ының 2-се саҡырылыш (1947—1951) Юғары Советы депутаты. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Ахун ауылынан.
- Мархасин Илья Львович (1919—21.04.1988), физик-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1952 йылдан Өфө нефть сәнәғәте ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, 1968 йылдан — Өфө нефть институты уҡытыусыһы, физика кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1966), профессор (1968). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған нефтсеһе (1967), СССР‑ҙың юғары мәктәп (1979) һәм нефть сәнәғәте (1980) отличнигы. И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (1971). 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
тулы исемлек
- Клявлин Марс Сәлих улы (1949), инженер‑технолог-ғалим. 1972 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1994), профессор (2000). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1999). Бөтә Союз уйлап табыусылар һәм рационализаторҙар йәмғиәте премияһы лауреаты (1978).
- Ғүмәров Миңлеғәли Ишмөхәмәт улы (1954), табип-ғалим. 1978 йылдан Баймаҡ ҡалаһы поликлиникаһының балалар хирургы, 1985 йылдан ҡала үҙәк дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире, 2007—2017 йылдарҙа — баш табибы. Медицина фәндәре кандидаты (2003). Рәсәйҙең (2012) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Байым ауылынан.
- Зарипова Резида Фидай ҡыҙы (1974), театр артисы. 1993 йылдан Өфө «Нур» татар дәүләт театры актрисаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2023). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районы Һөйөндөк ауылынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1765: Николай Тучков (1765), Рәсәй империяһының хәрби эшмәкәре, 1812 йылғы Ватан һуғышы геройы.
- 1791: Сэмюэл Морзе, электромагнит тулҡындарын яҙыусы телеграф ("Морзе аппараты"н) уйлап табыусы.
тулы исемлек
- 1820: Герберт Спенсер, Британия философы, социолог.
- 1840: Эдвард Уимпер, Британия сәйәхәтсеһе, альпинист һәм рәссам.
- 1855: Леонид Бельский, Рәсәй империяһы шағиры, тәржемәсе һәм әҙәбиәт белгесе.
- 1865: Владимир Богораз, Рәсәй империяһы һәм СССР этнографы, лингвист һәм яҙыусы.
- 1910: Виктор Маслов, СССР футболсыһы, тренер.
- 1915: Артур Димитерс, Латвия ССР-ы актёры, режиссёр.
- 1935: Тео Ангелопулос, Греция кинорежиссёры, сценарист һәм продюсер.
- 1936: Фазле Хәсән Абед, Бангладештың социаль хеҙмәткәре.
- 1940: Хәлим Йәләлов, СССР-ҙың театр актёры, Татарстандың халыҡ артисы (1992).
- 1521: Фернан Магеллан, Португалия һәм Испания диңгеҙ сәйәхәтсеһе.
- 1972: Кваме Нкрума, Гананың беренсе премьер-министры (1957—1960) һәм тәүге президенты (1960—1966).