22 март
көнө
22 март — григориан стиле буйынса йылдың 81-се (кәбисә йылында 82-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 284 көн ҡала.
22 март | |
![]() |
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Бөтә донъя һыу ресурстары көнө.
- БМО: Халыҡ-ара Балтик диңгеҙе көнө.
- БМО: Халыҡ-ара таксистар көнө
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ғарифуллин Ҡәҙим Мөғәллим улы (1930), ғалим-иҡтисадсы. 1986 йылдан Ҡазан дәүләт һәм хәҙерге Волга буйы федераль университетының Иҡтисад һәм финанс институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1995—2000 йылдарҙа фәнни эштәр буйынса проректор. Иҡтисад фәндәре докторы (1989), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Татарстан Республикаһының (1994) атҡаҙанған иҡтисадсыһы.
- Миңлеғолова Нурсилә Харис ҡыҙы (1965), спортсы, педагог. 1984 йылдан Өфө районы Алексеевка мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы. 1993—2003 йылдарҙа ҡышҡы полиатлон буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы һәм халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1999), өс тапҡыр донъя чемпионы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ниғмәтйәнов Ғилман Вилдан улы (1911—18.06.1989), ғалим-иҡтисадсы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1946—1950 йылдарҙа
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Рәйесе, 1958—1972 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары. СССР-ҙың 2-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡорт АССР-ының 2‑се, 4—8‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1950). Ленин (1949), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1971) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1957, 1966) ордендары кавалеры.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Бикҡолов Хөрмәт Талха улы (1927—4.08.1997) яҙыусы, тәржемәсе, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987).
- Юлдашбаева Фәүзиә Ураҙйән ҡыҙы (1947—16.08.1996), башҡорт шағиры. 1992 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Жданов Рәжәп Солтан улы (1938), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1969—2000 йылдарҙа Ишембай районының «III Интернационал» колхозы рәйесе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Ишембай ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы (2000).
- Вилухина Ольга Геннадьевна (1988), биатлонсы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған спорт мастеры (2014), Дуҫлыҡ ордены кавалеры (2014).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ёлкин Иван Сергеевич (1924—3.04.1991), хәрби хеҙмәткәр, гвардия подполковнигы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Даминдарова Фәниә Вәли ҡыҙы (1949), ғалим-философ, дәүләт, йәмәғәт һәм юғары мәктәп хеҙмәткәре. Философия фәндәре докторы (2011), профессор. (2012). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Мишкә ауылынан.
- Ҡашаев Әнүәр Шакир улы (1949), рәссам. 1993 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2010).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1895: Георгий Тасин, СССР кинорежиссёры, сценарист, драматург, Сталин премияһы лауреаты (1948).
- 1895: Леонид Утёсов, йырсы, актёр, СССР-ҙың халыҡ артисы.
- 1905: Николай Баскаков, төрки телдәр белгесе, профессор (1969).
- 1905: Григорий Козинцев, кино һәм театр режиссёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1964).
- 1915: Георгий Жжёнов, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1980).
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1832: Йоһанн Вольфганг фон Гёте, немец ғалимы һәм яҙыусыһы.
- 1988: Йософ Гәрәй, башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе.
- 2010: Валентина Толкунова, СССР йырсыһы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1987).