25 июнь
көнө
25 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 176-сы (кәбисә йылында 177-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 189 көн ҡала.
25 июнь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
25 июнь Викимилектә |
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
2024 йыл |
- Мозамбик: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Бөтә Рәсәй милли ғорурлыҡ көнө.
- Словения: Дәүләт көнө.
- Филиппин: Ағас ултыртыу көнө.
- Хорватия: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Һөнәри
- Рәсәй Федерацияһы: Рационализаторҙар һәм уйлап сығарыусылар көнө.
- Статистика хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Украина: Таможня хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Гватемала: Уҡытыусылар көнө.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Попов Андрей Фёдорович (1910—5.05.1947), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар дивизияһының айырым сапёр батальоны сапёры, ефрейтор. Советтар Союзы Геройы (1944). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы Ҡуян ауылынан.
- Муштаков Геннадий Андреевич (1955), театр актёры. 1990 йылдан Стәрлетамаҡ рус драма театры, 2010 йылдан — Һамар ҡалаһының «Һамар майҙаны» театры актёры. 2001 йылдан Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2007). Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары театрҙары фестивале лауреаты (Вышний Волочёк ҡалаһы, 2006). Сығышы менән хәҙерге Мордва Республикаһының ҡала тибындағы Явас ҡасабаһынан.
тулы исемлек
- Ғәйфуллин Булат Нәҡи улы (1960), ғалим-инженер, программист. РУССОФТ ассоциацияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе һәм уның тәүге президенты, программалар менән тәьмин итеүҙе эҙерләүсе «Силикон тайга» альянсын ойоштороусы. Техник фәндәр кандидаты (1985).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Бикҡолов Шамил Раһип улы (1946), хеҙмәт ветераны. 1970—1972 йылдарҙа комсомол, 1976 йылдан — партия органдары хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1986 йылдан КПСС-тың Өфө ҡалаһы Совет район комитеты секретары, 1988 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире урынбаҫары; 1996—2015 йылдарҙая «Өфө полиграфкомбинаты» дәүләт унитар предприятиеһы директоры. Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш (2008—2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Крицкий Иван Романович (1951), хужалыҡ эшмәкәре. 1994 йылдан «Ишембайнефть» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ғәзизов Флүс Мирзасәлих улы (1937—4.02.2008), ғалим-химик-технолог. 1959 йылдан Стәрлетамаҡтағы «Авангард» предприятиеһының яуаплы хеҙмәткәре, 1988 йылдан — генераль директорҙың фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1995), техник фәндәр докторы (1993), профессор (1995). Рәсәй Федерацияһының (1993) һәм Башҡортостан Республикаһының (1992) атҡаҙанған химигы. СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1991).
- Сәхәүетдинова Руза Хәйҙәр ҡыҙы (1937), композитор. 1991 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2003) һәм Башҡорт АССР-ының (1990) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013), эстрада йырҙарын башҡарыусыларҙың «Гәлсәр һандуғас» республика телевизион фестиваль-конкурсы (2004), Миәкә районының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы (1993) һәм 1-се Башҡорт республика интернат-гимназияһының Рәми Ғарипов исемендәге премияһы (2002) лауреаты.
тулы исемлек
- Моор Клементий Семёнович (1942—2009), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1966 йылдан Шишмә районы «Шишмә» емешселек-питомник совхозының өлкән агрономы, 1976 йылдан — директоры. Рәсәй Федерацияһының (2000) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Алексеевка ауылынан.
- Абдуллина Клара Хатап ҡыҙы (1947), педагог, йәмәғәтсе, шәхси эшҡыуар. 1966 йылдан Әбйәлил районы Ҡужан башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы, 1989—2004 йылдарҙа — директоры; 2007 йылдан «Ҡарағас» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры. 1995—2010 йылдарҙа район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитет ағзаһы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары делегаты (1995, 2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1995), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1991). Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1995). Сығышы менән ошо ауылдан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ғозаиров Ғосман Ғозаир улы (1918—10.06.1998), педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1948 йылдан Дүртөйлө районы Шишмә һигеҙ йыллыҡ мәктәбе директоры, 1973—1978 йылдарҙа — тарих уҡытыусыһы. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән ошо райондың Исмаил ауылынан.
- Юлдашев Шатбек Ғәйнислам улы (1933—2.08.2003), слесарь. 1959—1986 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе эшсеһе. СССР-ҙың почётлы нефтехимигы (1979). «Почёт Билдәһе» (1977) һәм 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны (1975) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районының Юлдаш ауылынан.
тулы исемлек
- Изместьев Александр Фёдорович (1948), табип-терапевт. 2011 йылдан Салауат ҡала дауаханаһы баш табибының ойоштороу-методик эштәр буйынса урынбаҫары, 2017 йылдан — табип-статист. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1999), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1990). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Салауат районының Торналы ауылынан.
- Сынбулатов Радик Ғаббас улы (1948—2016), механизатор. 1965—2008 йылдарҙа Хәйбулла районы «Красный Доброволец» колхозы һәм кооперативы механизаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2002). Сығышы менән ошо райондың Әбүбәкер ауылынан.
- Вәлиева Әлмира Йәмил ҡыҙы (1958), педагог. 1981 йылдан Дүртөйлө ҡалаһының 3-сө урта мәктәбе уҡытыусыһы; 1987 йылдан «Огонёк» балалар баҡсаһының музыка етәксеһе, 1990 йылдан — мөдире; 1998 йылдан Мәскәү ауылы мәктәбенең директор урынбаҫары; 2007—2013 йылдарҙа 8-се «Ласточка» балалар баҡсаһы мөдире. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2012), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2005). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Карпова Наталия Степановна (1978), педагог-ғалим. Башҡорт дәүләт университетының (2022 йылдан Өфө фән һәм технологиялар университетының) Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты, доцент. Сыуашстан Фән һәм сәнғәт халыҡ академияһының мөхбир ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районының Яңы Федоровка ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Воробьев Виктор Васильевич (1939—9.10.1991), тау инженеры-геолог. 1962—1991 йылдарҙа «Башкиргеология» производство берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған геологы (1990), СССР‑ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1980). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971). Сығышы менән хәҙерге Мәскәү өлкәһенең Павлов Посад ҡалаһынан.
- Басиров Хәйҙәр Фәйзрахман улы (1939), матбуғат ветераны. 1975—2002 йылдарҙа Саҡмағош районының «Игенсе» гәзите мөхәррире. 1980 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989), Вәзих Исхаҡов (2007) һәм Ғилемдар Рамазанов (2015) исемендәге премиялар лауреаты. Сығышы менән ошо райондың Үрге Аташ ауылынан.
тулы исемлек
- Сабиров Ирек Сабир улы (1939), ғалим-юрист, именлек органдары ветераны, полковник. 1993—1999 йылдарҙа хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты директоры. Юридик фәндәр кандидаты (1984). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (1999). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Яңыбай ауылынан.
- Шаньгин Евгений Сергеевич (1944), ғалим-инженер‑механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2004). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Туленков Сергей Иванович (1959), хеҙмәт алдынғыһы. Баймаҡ юл ремонтлау-төҙөү идаралығы водителе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1560: Хуан Санчес Котан, Испания рәссамы, натюрморт оҫтаһы.
- 1852: Антони Гауди, Испания архитекторы.
тулы исемлек
- 1900: Луис Маунтбеттен, Бөйөк Британияның дәүләт һәм хәрби эшмәкәре, флот адмиралы.
- 1935: Михаил Воскресенский, СССР һәм Рәсәй музыканты, пианист һәм педагог, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1989).
- 1945: Карли Саймон, АҠШ йырсыһы, йырҙар авторы.
- 1975: Линда Карделлини, АҠШ-тың телевидение һәм кино актрисаһы.
- 1975: Владимир Крамник, Рәсәй шахматсыһы, донъяның 14-се чемпионы.
- 1999: Яхин Фәйзелғаян Фәтҡулбаян улы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.