6 май
көнө
6 май — григориан стиле буйынса йылдың 126-се (кәбисә йылында 127-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 239 көн ҡала.
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
31 | ||||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Рәсәй: Мәскәү флагы һәм гербы көнө.
- Антигуа һәм Барбуда: Хеҙмәт көнө.
- Төркиә: Яҙҙы ҡаршылау көнө.
- Филиппин: Батырлыҡ көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1715: Пётр I раҫлаған Хәрби устав (рус. Артикул воинский) — Рәсәй империяһының беренсе хәрби-енәйәт һәм енәйәти-процессуаль кодексы иғлан ителә.
- 1835: АҠШ-та «Нью-Йорк геральд» гәзитенең тәүге һаны донъя күрә.
- 1840: Британияла донъялағы тәүге почта маркаһы рәсми әйләнешкә сығарыла.
- 1985: Мурманск һәм Смоленскиға «Герой ҡала» исеме бирелә.
- 2000: Рәсәй Халыҡ-ара сауҙа палатаһына ҡабул ителә.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Меос Владислав Эдуардович (1940), СССР һәм Рәсәй рәссамы. 1980 йылдан СССР Рәссамдар союзы, 1995 йылдан — Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (2007).
- Дукачёв Сергей Александрович (1960), музыкант, педагог. 1989 йылдан (өҙөклөктәр менән) хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, махсус фортепиано кафедраһы профессоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы. Сығышы менән Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Асаев Рәйес Бәҙеғитдин улы (1931—3.03.2001), хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. 1965—1993 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Шишмә районы «Луч» колхозы рәйесе, 1993—1995 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1990).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Катанов Николай Федорович (1862—10.03.1922), төркиәтсе-ғалим, этнограф, филология фәндәре (1903) һәм сағыштырма тел ғилеме (1907) докторы, профессор (1922), «Башҡорт теле өсөн әлифба»ны («Азбука для башкирского языка») төҙөүсе.
- Сәйфуллин Таһир Сергеевич (1932—25.07.2007), хор дирижёры, педагог, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1967), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995), РСФСР-ҙың (1978) һәм Башҡорт АССР-ының (1973) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
- Цирельман Наум Моисеевич (1937), ғалим-инженер-механик, техник фәндәр докторы (1995), профессор (1996), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре.
- Әхмәтов Роберт Хәсән улы (1947), ғалим-табип. Медицина фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Шәйәхмәтов Рәшит Заһит улы (1947), спортсы, педагог, Башҡорт дәүләт аграр университетының өлкән уҡытыусыһы, СССР-ҙың спорт мастеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәйәхәтсеһе, спорт туризмы буйынса СССР чемпионы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Андрейчев Егор Потапович (1938—1994), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1954—1994 йылдарҙа Хәйбулла районы механизаторы. Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры.
- Әхмәтов Марс Мәхмүт улы (1938), химик-технолог, 1962 йылдан Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институты хеҙмәткәре. Техник фәндәр докторы (1993). СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1990). Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (1995). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Стәрлебаш ауылынан.
- Нуртдинов Рәзиф Ғәлимулла улы (1948—17.06.1992), спортсы, тренер, грек‑рим көрәше буйынса РСФСР‑ҙың атҡаҙанған тренеры (1987). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Туҡай ауылынан.
- Ғәниева Лилиә Фәйзулла ҡыҙы (1958), журналист, «Баймакский вестник» гәзитенең бүлек мөдире. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
- Әмиров Алмас Хәдис улы (1968), театр актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2004) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2003).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Шәрәфетдинов Шамил Сәлих улы (1939), хеҙмәт ветераны. 1953–1999 йылдарҙа Баймаҡ районының Куйбышев исемендәге колхозы һәм Сибай совхозы механизаторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996). Сығышы менән ошо райондың Кәрешкә ауылынан.
- Кәлимуллина Дилара Хәтим ҡыҙы (1959), ғалим-терапевт, гематолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2004), профессор (2005). Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы Айыт ауылынан.
- Фәйзуллин Айрат Рай улы (1959—26.12.2002) спортсы. Мотоспорт буйынса СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1980). Спидвей буйынса шәхси ярыштарҙа РСФСР чемпионатының көмөш призёры (1984); СССР чемпионаттарының көмөш (1983) һәм бронза (1982, 1989) призёры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһынан.
- Хәлимов Рәфис Иҙиәт улы (1959), мәҙәниәт эшмәкәре. 2003–2011 йылдарҙа һәм 2018 йылдан Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле директоры. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Боғҙан ауылынан.
- Шаһманов Тәлғәт Ғиндулла улы (1959), журналист. 2006 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2018), Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2007).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1856: Зигмунд Фрейд, Австрия психологы, психиатр һәм невролог
- 1870: Амадео Джаннини, АҠШ банкиры, Америка Банкын ойоштороусы.
- 1880: Эрнст Кирхнер, Германия экспрессионист-рәссамы.
- 1895: Рудольф Валентино, АҠШ актёры, сығышы менән Италиянан.
- 1915: Орсон Уэллс, АҠШ кинорежиссёры, актёр, ике «Оскар» премияһы лауреаты.
- 1940: Вячеслав Старшинов, СССР хоккейсыһы, илдең йыйылма командаһы составында ике тапҡыр олимпия, туғыҙ тапҡыр донъя чемпионы.
- 1941: Гена Димитрова, опера йырсыһы. Болгарияның халыҡ артисы (1979).
- 1945: Боб Сигер, АҠШ-тың рок-музыканты, йырсы һәм композитор.
- 1960: Анн Парийо, Франция актрисаһы.
- 1985: Крис Пол, АҠШ баскетболсыһы, илдең ирҙәр йыйылма командаһы составында ике тапҡыр олимпия чемпионы.