11 июль
көнө
11 июль — григориан стиле буйынса йылдың 192-се (кәбисә йылында 193-сө) көнө. Йыл аҙағына тиклем 173 көн ҡала.
11 июль | |
![]() |
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Монголия: Халыҡ революцияһы көнө.
- Рәсәй: Сәхнә яҡтыртыусы хеҙмәткәрҙәр (светооператорҙар) көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1613: Рус батшалығында Романовтар нәҫеле идара итә башлай.
- 2011: Благовар районында Һарайлы ауылында Ҡәнзәфәр бей исемендәге «Ҫарайлы» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге ойошторола.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Самарин Павел Григорьевич (1930—3.10.2012), хеҙмәт алдынғыһы. 1962–1992 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең «Южарланнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы, насос станцияһы машинисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1985), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1969), почётлы нефтсеһе (1985) һәм Дәүләт премияһы лауреаты (1981). Ленин ордены кавалеры (1971). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ҡалтасы районының 1960-сы йылдар аҙағында бөткән Демидовка ауылынан.
- Хәзиев Ғәлимйән Мөхәмәтша улы (1930), хеҙмәт алдынғыһы. 1949—1994 йылдарҙа «Татнефть» берекмәһенең Әлмәт быраулау эштәре идаралығы быраулаусы һәм мастеры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Татар АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1981), СССР-ҙың (1981) һәм ТАССР-ҙың (1985) почётлы нефтсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Туймазы районының Исмаил ауылынан.
- Булавкин Вячеслав Васильевич (1940—9.10.2007), ғалим-инженер-механик, хужалыҡ эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1986 йылдан Мәскәү ҡалаһындағы хәҙерге «Техномаш» ғилми-производство берекмәһе генераль директорының ғилми эштәр буйынса урынбаҫары — баш технологы, 1991 йылдан — генераль директор урынбаҫары — башҡарма директор, 1992 йылдан — генераль директор, бер үк ваҡытта 1987 йылдан Мәскәү техник университеты уҡытыусыһы, 1996 йылдан «Машприбор» кадрҙар әҙерләү институтының ике тәғәйенләнешле юғары технологиялар кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1997), профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (1996). СССР Министрҙар Советы премияһы (1991), Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһының ике тапҡыр (1998, 1999) лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Архангел ауылынан.
- Викторов Виталий Васильевич (1960), ғалим-анестезиолог-реаниматолог, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе һәм юғары мәктәп эшмәкәре. 2002 йылдан Өфөләге 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһының баш табибы, 2003—2011 йылдарҙа Өфө ҡала хакимиәтенең һаулыҡ һаҡлау идаралығы начальнигы; 2012 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университетының Дипломдан һуң белем биреү институты директоры. Медицина фәндәре докторы (2002), профессор (2003). Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (2002) атҡаҙанған табибы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Һыуыҡҡул-Михайловка ауылынан.
- Рузанов Владимир Александрович (1960), төҙөүсе, хужалыҡ эшмәкәре. «Востокнефтезаводмонтаж» йәмғиәтенең баш инженер урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе.
- Погодин Василий Николаевич (1965), спортсы. Пауэрлифтинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1998). Ауыр атлетика буйынса СССР Хәрби-Һауа көстәре чемпионы (1988), үҫмер спортсылар араһында РСФСР беренселеге еңеүсеһе (1985). Рәсәй кубогын яулаусы (1998). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Иҙрисова Айгөл Илдус ҡыҙы (1995), спортсы. Шашка буйынса 2017 йылғы донъя чемпионатының бронза призёры, Европаның 2016 йылғы чемпионы, халыҡ-ара гроссмейстер (2016).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Хажин Вәкил Исмәғил улы (1946), педагог-методист. Педагогия фәндәре кандидаты (1989). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2006), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1982), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре. (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Бирҙеғол ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Климов Владимир Яковлевич (1892—9.09.1962), СССР-ҙың авиация двигателдәре конструкторы, СССР Фәндәр Академияһы академигы (1953), инженер-авиация хеҙмәте генерал-майоры (1944). 1935 йылдан 26-сы Рыбинск мотор заводының һәм, предприятие Өфөгә күсерелгәс, 1941-1946 йылдарҙа 26-сы Дәүләт союз заводының баш конструкторы. СССР-ҙың икенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1946-1950). Ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (1940, 1957), СССР Дәүләт премиялары лауреаты (1941, 1943, 1946, 1949). Сығышы менән Мәскәү ҡалаһынан.
- Булгакова Дилә Хәмзә ҡыҙы (1937), шағир, прозаик. 1997 йылдан Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Ваһапова Вәсилә Шәрифйән ҡыҙы (1942), ғалим-анатом, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1989), профессор (1991). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2002), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2012).
- Ураҙбахтин Радик Хәмзә улы (1957), спортсы, педагог. Ағиҙел ҡалаһының Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры, көрәш буйынса халыҡ-ара класлы судья. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Зөлфәр Хисмәтуллин (1923—6.04.1983), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы. II дәрәжә Ватан һуғышы (1945) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1973).
- Бобрик Борис Фёдорович (1933—21.07.2013), хужалыҡ эшмәкәре. 1994—2003 йылдарҙа «Востокнефтепроводстрой» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры. Рәсәй Федерацияһының Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1996), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1987). СССР-ҙың 7‑се саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 1‑се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты. Ленин (1973) һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1968, 1981) ордендары кавалеры. Дәүләкән ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы (2002).
- Петров Мефодий Иванович (1948—2008), үҙешмәкәр композитор, Дүртөйлө районының «Шонанпыл» мари фольклор ансамбленең элекке етәксеһе. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Саитова Татьяна Васильевна (1948), Хәйбулла районы малсыһы, 1968—2003 йылдарҙа «Таналыҡ» совхозы һауынсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Мостовая Ольга Леонидовна (1963), Сибай ҡала хакимиәтенең сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ бүлеге етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Һунаршин Хатмулла Хәбиб улы (1929), хеҙмәт ветераны. 1946—1989 йылдарҙа Баймаҡ районының «Сибай» совхозы механизаторы. Ленин һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Казаков Валерий Петрович (1934—6.08.2010), ғалим-физик‑химик. СССР (1990) һәм Рәсәй (1991) Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, химия фәндәре докторы (1983), профессор (1986). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984). II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы кавалеры (2002).
- Мостафин Айрат Харис улы (1959), ғалим-хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2015). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Асҡар Абдразаҡов (1969), опера йырсыһы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994), халыҡ-ара ижади конкурстар лауреаты.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1805: Пётр Каратыгин, Рәсәй империяһы актёры, драматург һәм педагог, водевилдәр авторы.
- 1819: Антал Регули, Венгрия лингвисы.
- 1825: Габриэл Сундукян, Әрмәнстан яҙыусыһы, драматург.
- 1885: Роже де ла Френе, Франция рәссамы.
- 1890: Пятрас Вайчюнас, Литва шағиры, драматург һәм тәржемәсе.
- 1895: Павел Беспощадный, СССР шағиры, Ленин һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- 1910: Сергей Вернов, ғалим-физик, СССР Фәндәр академияһы академигы.
- 1920: Юл Бриннер (төп исеме Юлий Борисович Бриннер), АҠШ-тың театр һәм кино актёры, сығышы менән Владивосток ҡалаһынан.
- 1925: Николай Гедда (төп фамилияһы Устинов), Швецияның опера йырсыһы.
- 1925: Маттивильда Доббс, АҠШ-тың опера йырсыһы.
- 1935: Константин Ершов, СССР актёры, кинорежиссёр һәм сценарист.
- 1940: Елена Камбурова, СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең эстрада йырсыһы, актриса, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (1995).
- 1960: Джафар Панахи, Иран кинорежиссёры, сценарист.
- 1960: Антон Табаков, СССР һәм Рәсәй актёры, бизнесмен һәм ресторатор.
- 1965: Эдуард Радзюкевич, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры.
- 1990: Каролина Возняцки, Дания тенниссыһы, донъяның элекке беренсе ракеткаһы.