7 апрель
көнө
7 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 97-се (кәбисә йылында 98-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 268 көн ҡала.
7 апрель | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
7 апрель Викимилектә |
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Бөтә донъя сәләмәтлек көнө.
- Юл төҙөтеү көнө.
- Метрик система көнө.
- Батырлыҡ көнө.
- Ҡондоҙ көнө.
- АҠШ: «Тәүге аҙымды яһа» көнө.
- Мозамбик: Ҡатын-ҡыҙҙар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Һыу аҫты кәмәләрендә хәрби бурыс үтәгәндә һәләк булғандарҙы иҫкә алыу көнө.
- Рунеттың тыуған көнө.
- Словения: Флаг көнө.
- Чехия: Мәғариф көнө.
- Әрмәнстан: Әсәлек һәм матурлыҡ көнө.
- Иордания: Инженерҙар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Дәүләт балыҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Косметологтар көнө.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Зайцев Гавриил Фёдорович (1905—8.06.1975), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр. СССР-ҙың Хәрби-Диңгеҙ флоты вице-адмиралы. Ике Ленин, өс Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.
- Борман Владимир Алексеевич (1940—12.01.1986), СССР спортсыһы, тренер. 1967—1986 йылдарҙа «Хеҙмәт резервтары» ирекле спорт йәмғиәтенең Башҡортостан өлкә советы тренеры, өлкән тренеры, бер үк ваҡытта 1964 йылдан Башҡорт АССР-ы һәм 1971 йылдан РСФСР, 1976 йылдан СССР йыйылма командалары тренеры. Йәйге Олимпия уйындарында көрәшселәр ярыштары судьяһы (1980). Грек-рим көрәше буйынса СССР-ҙың (1984) һәм РСФСР-ҙың (1977) атҡаҙанған тренеры, СССР-ҙың спорт мастеры (1962), бөтә Союз категориялы судья (1985).
тулы исемлек
- Подгорный Адольф Павлович (1940—5.01.2005), СССР спортсыһы, парашют спорты буйынса тренер. 1962—1970 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы йыйылма командаһының, 1983 йылдан — ДОСААФ-тың Башҡортостан өлкә комитетының өлкән тренеры, 1986 йылдан — Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең авиация-техник спорт клубы начальнигы. Парашют спорты буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1961) һәм бөтә Союз категориялы судья (1991). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1993). Билдәләнгән урынға аныҡ төшөү буйынса парашют менән һикереүҙә ете тапҡыр донъя рекордсыһы (1960—1965). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Лагойда Виктор Гаврилович (1950–28.12.2014), педагог, тренер. 1978 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты, 1981 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты, 2001 йылдан — Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм 2005—2012 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре докторы (2000), профессор (2002). СССР-ҙың спорт мастеры (1977), хәҙерге бишбәйге буйынса халыҡ-ара (2001) һәм бөтә Союз (1991) категориялы судья. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1993). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Объект ауылынан.
- Солтанов Рифҡәт Мөхәтйәр улы (1955), ғалим-химик. 1981 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Химия институты хеҙмәткәре һәм өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1992 йылдан — хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһының Нефть химияһы һәм катализ институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1996 йылдан лаборатория мөдире. Химия фәндәре докторы (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балтас районы Иҫке Янбай ауылынан.
- Журавлёва Светлана Евгеньевна (1960), спортсы. 1984—1991 йылдарҙа СССР-ҙың парашют спорты буйынса йыйылма командаһы ағзаһы. Биология фәндәре кандидаты (1999). Парашют спорты буйынса СССР ҙың халыҡ ара класлы спорт мастеры (1989). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1997).
- Латипова Ләлә Ришат ҡыҙы (1975), журналист. 2000 йылдан «Туймазинский вестник» гәзите хеҙмәткәре. 2006 йылдан Журналистар союзы ағзаһы. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2011). Сығышы менән Туймазы ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ишбулатов Рәхим Усман улы (1911—18.06.1967), рәссам, 1939 йылдан СССР-ҙың Рәссамдар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1961).
- Үтәшева Рауза Рәхмәтулла ҡыҙы (1926—2007), Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры оркестрының элекке артисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.
тулы исемлек
- Лынник Борис Михайлович (1936), педагогик хеҙмәт һәм партия органдары ветераны, йәмәғәтсе. 1967—1975 йылдарҙа КПСС-тың Благовар район комитеты секратры, 1975—1992 йылдарҙа Первомайск урта мәктәбе директоры, бер нисә саҡырылыш район һәм ауыл Советтары депутаты. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1982). Райондың почётлы гражданы (2019). Сығышы менән ошо райондың 2-се Троицк ауылынан.
- Арҙаширова Өммөгөлсөм Тәлғәт ҡыҙы (1951), ғалим-сәнғәт белгесе. 1973 йылдан Өфөнөң урта махсус уҡыу йорттары, 1978—2003 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1995—2002 йылдарҙа эстетик белем биреү кафедраһы мөдире. 2003 йылдан Мәскәүҙәге Бизнес, психология һәм идара итеү институтының дизайн факультеты, 2005 йылдан — һынлы сәнғәт һәм дизайн факультеты деканы, бер үк ваҡытта 2009 йылға тиклем Татарстан гуманитар педагогия университетының (Ҡазан) сәнғәт теорияһы һәм художестволы белем биреү кафедраһы мөдире. Педагогия фәндәре докторы (1994), профессор (1995). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2010), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005).
- Сабиров Зөфәр Миңлеғәзим улы (1951), ғалим-физик-химик. Химия фәндәре докторы (1993). 1973 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Органик химия институты ғилми хеҙмәткәре, 1990 йылдан — өлкән, 1998 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр. 2001 йылдан — Мәскәүҙә. Сығышы менән Дәүләкән ҡалаһынан.
- Батыршина Галина Леонидовна (1956), педагог. Өфө киң профилле һөнәр биреү колледжының сит телдәр уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Исхаҡов Ришат Сәлмән улы (1956), ауыл хужалығы эшмәкәре, инженер-механик. 2000—2012 йылдарҙа Иглин район хакимиәте башлығы. Рәсәй Федерацияһының (2006) һәм Башҡортостан Республикаһының (1999) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районынан.
- Искәндәрова Рәзилә Зәйнәғәбдин ҡыҙы (1961), малсылыҡ алдынғыһы. Көйөргәҙе районы «Искра» крәҫтиән хужалыҡтары ассоциацияһы һауынсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
- Кузьменко Александр Владимирович (1966), диктор, театр һәм кино актёры, йәмәғәтсе. 1989 йылдан «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының радио- һәм телетапшырыуҙар алып барыусыһы, бер үк ваҡытта 2007 йылдан Рәсәй мәҙәниәт профсоюзының Башҡортостан республика ойошмаһы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ташлы районы Вязовое ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Стреляева Лидия Николаевна (1902—29.06.1987), селекционер, йәмәғәтсе. 1956 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты баҡсасылыҡ бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре. СССР-ҙың дүртенсе саҡырылыш (1954—1958) Юғары Советының Милләттәр Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы (1982), СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1951). Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының ике Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Кушнаренко районының почётлы гражданы.
- Трапезников Валентин Васильевич (1927—?), хеҙмәт алдынғыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1963—1987 йылдарҙа Дүртөйлөләге 1-се технологик транспорт идаралығы ремонт-механика оҫтаханаһының дизель двигателдарын ремонтлау слесары, мастеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1981). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Сығышы менән ошо ҡаланан.
тулы исемлек
- Лисовский Николай Николаевич (1932—17.09.2009), инженер-геолог. 1973—1980 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең баш геологы. Республикалағы бер нисә нефть ятҡылығын тәүге асыусы. Рәсәйҙең Тау академияһы академигы (1995). РСФСР нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1985), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1980). Башҡортостандың атҡаҙанған һәм Төмән өлкәһенең почётлы нефтсеһе. Рәсәйҙең почётлы гражданы, академик Губкин исемендәге премия лауреаты. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.
- Пантелеев Александр Васильевич (1932–31.07.1990), рәссам, сәхнә биҙәүсе, йәмәғәтсе. 1956 йылдан СССР-ҙың Рәссамдар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың (1974) һәм Башҡорт АССР-ының (1966) атҡаҙанған рәссамы.
- Ғөбәйҙуллин Әхмәтйән Закир улы (1937—5.09.2004), механизатор. Әбйәлил районы «Йәнгел» совхозының элекке тракторсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Гусев ауылынан.
- Белан Лариса Николаевна (1967), ғалим-географ, геоморфолог. 1990 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 2005—2007 йылдарҙа — өлкән ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта 2011 йылдан Башҡортостан Республикаһының Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ғилми-тикшеренеү институты директоры. 2012 йылдан «Башкирский экологический вестник» журналының баш мөхәррире. География фәндәре кандидаты (1997), геология-минералогия фәндәре докторы (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Учалы ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ҡарамышев Әмир Батыргәрәй улы (1893—7.08.1918), Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы.
- Бакиров Урал Насир улы (1933), ғалим-философ, комсомол, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1994—2005 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты ярҙамсыһы, «Ведомости Государственного Собрания — Курултая, Президента и Правительства Республики Башкортостан» журналын ойоштороусы һәм уның мөхәррире. Философия фәндәре кандидаты (1970). Башҡорт АССР-ының һигеҙенсе—ун беренсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты. ВЛКСМ-дың XIV съезы делегаты. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1960), БАССР Юғары Советы Президиумының (1960, 1983) һәм Башҡортостан Республикаһының (1998) Почёт грамоталары менән бүләкләнеүсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976, 1981) һәм «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (2003) ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Мостаев Мөбин Хәниф улы (1943), нефтсе. 1963—1999 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсеһе, водителе һәм моторисы. Рәсәйҙең почётлы нефтсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Әкәнәй ауылынан.
- Разина Татьяна Анатольевна (1958), комсомол органдары һәм кинематография өлкәһе хеҙмәткәре. 1982 йылдан Өфөләге С. М. Киров исемендәге заводтың ВЛКСМ комитеты секретары; 1989 йылдан Өфөнөң «Родина» кинотеатрының директор урынбаҫары, 1993 йылдан — директоры. 2011 йылдан Рәсәй кинематографистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2003), Рәсәйҙең почётлы кинематографисы. Сығышы менән хәҙерге Тамбов өлкәһе Мичуринск ҡалаһынан.
- Ибраһимов Ғәйнислам Дәүләтбай улы (1968—31.07.2020), ғалим-тел белгесе. 2000 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 2008 йылдан — шәрҡиәтте өйрәнеү кафедраһы мөдире. 2005 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союздары ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (2001). Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2003).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Булашев Зиннәтулла Ғиззәт улы (1894—11.07.1938), партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1930—1937 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе. Сәйәси золом ҡорбаны. Ленин ордены кавалеры (1935).
- Өмөтбаев Рамаҙан Ғимран улы (1924—24.08.1997), партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, иҡтисадсы-ғалим, яҙыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1967—1975 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары. БАССР-ҙың 4—9‑сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1967). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995). Ленин (1957), 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм «Почёт Билдәһе» (1974) ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Черняков Иосиф Михайлович (1929), инженер-төҙөүсе. 1954—2000 йылдарҙа Өфөләге 3-сө төҙөлөш тресының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1973 йылдан 2-се төҙөлөш идаралығы начальнигы. Рәсәй Федерацияһының (1993) һәм Башҡорт АССР‑ының (1979) атҡаҙанған төҙөүсеһе. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1982). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971). Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһынан.
- Шаяпова Дария Махмутовна (1939—1999), типография эшсеһе. 1958—1989 йылдарҙа Өфө полиграфия комбинатының хәреф йыйыусыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Шәйхетдинов Рәжәп Юныс улы (1949), баянсы-музыкант, педагог. 1991—1994 һәм 2000—2011 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының ижади эштәр һәм халыҡ‑ара бәйләнештәр буйынса проректоры. Сәнғәт ғилеме кандидаты (2012), профессор (1990). РСФСР-ҙың (1985) һәм Башҡорт АССР‑ының (1976) атҡаҙанған артисы. Музыка вуздары студенттары араһында Бөтә Рәсәй халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусылар конкурсы (Новосибирск, 1969), «Фогтланд музыка көндәре» («Фогтландские дни музыки») халыҡ‑ара баянсылар һәм аккордеонсылар конкурсы (Клингенталь, ГДР, 1972) лауреаты.
- Бакалов Андрей Борисович (1969), спортсы. Велосипедта уҙышыу буйынса 1991 йылда РСФСР-ҙың һәм 1992—1994 йылдарҙа Рәсәйҙең йыйылма командалары ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1994). Рәсәй чемпионы (1991—1994). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Дурнева Марина Вячеславовна (1969), спортсы. 1994–1997 йылдарҙа кикбоксинг буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1994). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1994). Азия, Рәсәй, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе универсиадаһы чемпионы (бөтәһе лә — 1994), Рәсәй кубогын яулаусы (1998), Европа чемпионатының көмөш призёры (1994). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Мөхәмәтдинов Фәндил Әхсән улы (1969), театр артисы. 1992 йылдан Туймазы татар дәүләт драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Тәжәй ауылынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1730: Губерт Паскаль Амельон (1730), Франция ғалимы, тарихсы.
- 1730: Уильям Вордсворт, Бөйөк Британия шағиры.
тулы исемлек
- 1880: Александр Богомазов, Рәсәй империяһы һәм СССР рәссамы.
- 1880: Винцас Мицкявичюс-Капсукас, халыҡ-ара коммунистик хәрәкәт һәм СССР-ҙың дәүләт эшмәкәре.
- 1890: Виктория Окампо, Аргентина яҙыусыһы.
- 1900: Елена Гоголева, театр һәм кино актёры, нәфис һүҙ оҫтаһы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1949), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974).
- 1915: Билли Холидэй, АҠШ-тың джаз йырсыһы.
- 1920: Рави Шанкар, Һиндостан музыканты, композитор.
- 1945: Зөфәр Бохараев (1945), СССР-ҙың партия]], Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәре, Татар АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983).
- 1949: Валентина Матвиенко, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы рәйесе.
- 1970: Марианна Максимовская, СССР һәм Рәсәйҙең телетапшырыуҙар алып барыусыһы.