2 октябрь
көнө
2 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 275-се көнө (кәбисә йылында 276-сы). Йыл тамамланыуға 90 көн ҡала.
2 октябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
2 октябрь Викимилектә |
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | 31 | |||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Көс ҡуланмау көнө.
- Ер: Бөтә донъя алкоголһеҙ көн.
- Бөтә донъя уйын көнө.
- Бөтә донъя ауыл хужалығы хайуандары көнө.
- Электрон почтаның тыуған көнө.
- Бөйөк Британия: Олатай һәм оләсәйҙәр көнө.
- Гвинея: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Германия: Уңыш байрамы.
- Италия: Олатай һәм оләсәйҙәр көнө.
- Люксембург: Атайҙар көнө.
- Молдова: Шарап көнө.
- Финляндия: Сельдь байрамы.
Төбәк байрамдары
- Мәскәү өлкәһе көнө.
- Ер: Социаль педагогтар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Урта һөнәри белем көнө.
- Урологтар көнө.
- Спорттың көс төрҙәре менән шөғөләнеүселәр көнө (Көс көнө).
- 1187: Мысыр һәм Сүриә батшаһы Сәләх-әд-дин Иерусалимды ала, был Өсөнсө тәре яуына һылтау була.
- 1551: Иван Грозный ғәскәре Ҡазанды баҫып ала.
тулы исемлек
- 1870: Рим Италияның баш ҡалаһы итеп иғлан ителә.
- 1876: Хәҙерге Благовещен педагогия колледжы асыла.
- 1972: Октябрьский ҡалаһында мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн 19-сы коррекцион мәктәп эшләй башлай.
- 1992: Бәләбәй районының Өҫән-Ивановка ауылында Марина Цветаеваға Рәсәйҙәге тәүге һәйкәл асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Смаҡов Муса Ғәтиәтулла улы (1885—1936), Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. «Яңы быуын» әлифбаһы авторы. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Иҙелғужин Кәрим Абдулла улы (1895—8.12.1937), дәүләт эшмәкәре, Башҡорт милли хәрәкәтендә, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1928—1930 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәғариф халыҡ комиссары. Сәйәси золом ҡорбаны.
тулы исемлек
- Ҡотошов Әхмәт Шаһиәхмәт улы (1900—26.06.1973), журналист, тәржемәсе, лексикограф, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1958 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт алфавитын латин графикаһынан кириллицаға күсереү буйынса терминология комиссияһы ағзаһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1949).
- Сальников Константин Владимирович (1900—20.06.1966), ғалим-археолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1960—1966 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында археология һәм этнография секторы мөдире. Көньяҡ Уралды тикшереүсе. Тарих фәндәре докторы (1966).
- Ғәлиев Рәйес Зәки улы (1945), хеҙмәт ветераны, хужалыҡ эшмәкәре. 1984—1994 йылдарҙа Дүртөйлө районы Калинин исемендәге колхоз рәйесе, Дүртөйлө һөт аҙыҡтары комбинаты директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Иҫке Солтанбәк ауылынан.
- Гришаева Светлана Александровна (1955), хеҙмәт ветераны. 2006—2018 йылдарҙа Башҡортостан республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Овечкин Виктор Сергеевич (1921—21.05.2011), партия органдары һәм хужалыҡ эшмәкәре, уҡытыусы, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1956 йылдан партия эшендә, шул иҫәптән 1960—1962 йылдарҙа КПСС-тың Салауат ҡала комитетының икенсе секретары, 1962 йылдан Салауат нефть химияһы комбинатының партком секретары, 1964 йылдан — комбинат начальнигы урынбаҫары; 1971—1988 йылдарҙа Өфө нефть институты Салауат филиалының өлкән уҡытыусыһы; II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985), Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (1999). Сығышы менән Өфөнән.
- Нурхәмитов Харис Ғариф улы (1931—10.10.1998), ғалим-ветеринар врач, йәмәғәтсе. 1967 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1992 йылдан паразитология, микробиология һәм вирусология кафедраһы мөдире; 1989—1998 йылдарҙа Бөтә Рәсәй гельминтологтар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе. Ветеринария фәндәре докторы (1991), профессор (1993). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Туҡай ауылынан.
тулы исемлек
- Суфиян Сафуанов (1931—30.11.2009), ғалим-әҙәбиәт белгесе. 1997—2003 йылдарҙа хәҙерге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының кафедра мөдире. 1963 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (1962). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1981), В. П. Бирюков исемендәге Урал премияһы (1988) һәм Фәтих Кәрим (2007) исемендәге әҙәби премия лауреаты.
- Швайштейн Михаил Ефимович (1936), сәнғәт өлкәһе һәм юғары мәктәп ветераны, скрипкасы, педагог. 1959 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры оркестры солисы, бер үк ваҡытта 1962 йылдан Өфө сәнғәт училищеһы, 1972—2001 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1987 йылдан ҡыллы музыка ҡоралдары кафедраһы мөдире, профессор (1993). Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995).
- Огородникова Мария Павловна (1941—15.10.2015), тренер-уҡытыусы. 1996 йылдан Салауат ҡалаһы 8-се лицейының физик культура уҡытыусыһы. Еңел атлетика буйынса РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1990), юғары категориялы физик культура уҡытыусыһы.
- Блинкова Галина Васильевна (1956), спортсы. 1976—1982 йылдарҙа конькиҙа шыуыу спорты буйынса СССР йыйылма командаһы ағзаһы. СССР (1975) һәм РСФСР (1978) халыҡтары спартакиадаһы чемпионы. 1500 метрға йүгереүҙә ҡатын-ҡыҙҙар араһында СССР рекордсыһы (1978). 1000, 1500, 3000 метрҙарға йүгереүҙә үҫмер спортсылар араһында донъя рекордсыһы (1976—1977). СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1976). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовещен районы Богородский ауылынан.
- Хөсәйенов Рөстәм Мөғәлим улы (1956—8.09.2016), ғалим-педагог. 1994 йылдан Өфө эшҡыуарлыҡ, экология һәм дизайн колледжы директоры. Педагогия фәндәре кандидаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән һәм мәғариф хеҙмәткәре һәм почётлы башланғыс һөнәри белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Шапошников Борис Михайлович (1882—26.03.1945), Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың хәрби һәм дәүләт эшмәкәре, хәрби теоретик. Беренсе донъя, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Профессор (1935). Советтар Союзы Маршалы (1940).
- Васильев Михаил Павлович (1922—23.03.1998), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының орудие командиры, гвардия старшинаһы. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Липецк өлкәһенең Усман районы Крутченская Байгора ауылынан.
тулы исемлек
- Готман Альфред Леонидович (1947), ғалим-инженер-төҙөүсе. 1972 йылдан Башҡортостандың хәҙерге Төҙөлөш комплексы ғилми-тикшеренеү проект-конструкторлыҡ һәм производство институты хеҙмәткәре, 1983 йылдан лаборатория, 1993 йылдан — бүлек мөдире, 2003 йылдан — директорҙың ғилми эштәр буйынса урынбаҫары—баш инженер; бер үк ваҡытта 2001 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1995), профессор (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы төҙөүсеһе (2007). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2008).
- Бородин Павел Валерьевич (1972), спортсы, тренер, судья. Биатлон буйынса Рәсәй чемпионаты призеры, арчери-биатлон буйынса Европа һәм донъя чемпионы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры. Өфө ҡалаһындағы Олимпия резервы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры.
- Дәүләтҡолова Сания Солтан ҡыҙы (1972), педагог. Йылайыр районы Япарһаҙ мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Борисов Михаил Вячеславович (1893—14.02.1951), хирург-ғалим. Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. 1936 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1946—1951 йылдарҙа дөйөм хирургия кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1941—1945 йылдарҙа эвакогоспиталдәрҙең төп хирургы. Медицина фәндәре докторы (1950). РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1944), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1941). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1942). Сығышы менән хәҙерге Ульяновск ҡалаһынан.
- Абдуллин Рәфҡәт Фәтҡулла улы (1938—13.12.2000), педагог, мәғариф хеҙмәткәре. 1979 йылдан Башҡортостан уҡытыусылар белемен камиллаштырыу институты директоры, 1989 йылдан — директор урынбаҫары; 1992—1998 йылдарҙа Башҡортостан Мәғариф министрлығы консультанты, әйҙәүсе белгес, милли мәктәптәр бүлеге һәм милли белем биреү секторы мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1992), Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы (1995). Сығышы менән Баймаҡ ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Ибраһимов Марат Ғәли улы (1958), иҡтисадсы, ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1980 йылдан Туймазы районы Мичурин исемендәге хужалыҡ бухгалтеры, рәйес урынбаҫары, баш иҡтисадсы, хужалыҡ рәйесе; 2004 йылдан район хакимиәте башлығы — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Ҡарамалы-Ғөбәй ауылынан.
- Рәхимов Малик Ғәҙелгәрәй улы (1958), механизатор. 1992 йылдан Дүртөйлө ҡалаһы «Коммунальник» предприятиеһы эшсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәре (2014). Сығышы менән Үзбәкстандың Шәхрисабз ҡалаһынан.
- Яковлев Анатолий Георгиевич (1958), спортсы, тренер. 1980—1989 йылдарҙа СССР йыйылма командаһы ағзаһы. 1984 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты, 1989—2010 йылдарҙа — Өфө юридик институтының тренер-уҡытыусыһы. Дзюдо буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1978), самбо буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1985).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Чанышев Әнүәр Хәйҙәр улы (1924—27.04.2017), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр. Полковник. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре. Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ, I дәрәжә Ватан һуғышы, III дәрәжә «РФ Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» ордендары кавалеры.
- Солтанов Риф Абдулнур улы (1939), прокуратура органдары ветераны. 1990—2000 йылдарҙа Нефтекама ҡалаһы прокуроры. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1989). Сығышы менән Бәләбәй ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Әзмәтов Хәсән Әхмәтзыя улы (1939), ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1999), профессор (2003). Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡорт АССР-ының (1987) атҡаҙанған уйлап табыусыһы, СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1985). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2010). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Иләкшиҙе ауылынан.
- Шаһиев Харис Хызыр улы (1949), хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. 1990—2000 йылдарҙа Ишембай район Советы рәйесе, район хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының I—III һәм V саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1869: Махатма Ганди, Һиндостандың милли-азатлыҡ хәрәкәте идеологы.
- 1914: Юрий Левитан, Советтар Союзы дикторы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1980).
- 1897: Натаван Хуршидбану, Әзербайжан шағиры.
- 1974: Василий Шукшин, СССР яҙыусыһы, кинорежиссёр һәм актёр.
тулы исемлек
- 1984: Хәмит Зөбәйер Ҡушай, төркиәтсе, этнограф, археолог.