17 август
көнө
17 август — григориан стиле буйынса йылдың 229-сы (кәбисә йылында 230-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 136 көн ҡала.
17 август | |
![]() |
← август → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | 31 | |||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Павлов Фёдор Максимович (1905—12.03.1996), хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. 1939—1952 йылдарҙа Дәүләкән МТС‑ы директоры, артабан 1961 йылғаса Дәүләкән район Советы башҡарма комитеты рәйесе. Башҡорт АССР-ының II—V саҡырылыш (1947—1963) Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948).
- Әсхәр Кәшфуллин (1930-2018), шағир, 2004 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Докучаев Евгений Сергеевич (1940), ғалим-иҡтисадсы. 1963—2012 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (1986), профессор (1989).
- Бәҙретдинов Рәғиб Мәрүәретдин улы (1945), хеҙмәт ветераны. 1967—1986 йылдарҙа Илеш районының «Октябрь» колхозы комбайнсыһы, 1993 йылдан иген ырҙыны машинисы; 1986 йылдан «Сөн» совхозының партком секретары, 1990—1992 йылдарҙа директор урынбаҫары, артабан район элемтә бүлеге почтальоны. Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры.
- Андреев Вадим Евгеньевич (1955), ғалим-тау инженеры, нефтсе. 2002 йылдан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты Нефть һәм газ технологиялары һәм яңы материалдар үҙәге директоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2009), техник фәндәр докторы (1998), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Зәҡәрин Фәхрәзи Шакир улы (1931 — 22.02.1983), хеҙмәт алдынғыһы, агроном. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1982). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1972) кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Оло Ҡыҙылбай ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Шәрипов Әхсән Шәрифғәли улы (17.08.1927—14.03.2004), ауыл хужалығы һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1959—1989 йылдарҙа Ҡыйғы районының М. И. Калинин исемендәге колхоз рәйесе. Башҡорт АССР-ының 7-се һәм 10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Булатова Фәниә Дәриғәт ҡыҙы (1928—19.06.1997), СССР һәм Рәсәй ғалим-профпатологы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1984), профессор (1987).
- Варламова Екатерина Николаевна (1928), бейеүсе, педагог. 1947—1951 йылдарҙа һәм 1955—70 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1971— 1991 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының «Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе, 1999—2008 йылдарҙа «Маска» балалар ижады театр үҙәге педагогы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1979), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1963). Сығышы менән Ленинград ҡалаһынан.
- Хәбирова Ғәлимә Фәтҡулла ҡыҙы (1928), ғалим-травматолог-ортопед, медицина фәндәре докторы (1982. Татар АССР-ының атҡаҙанған табибы (1985), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1969) һәм СССР уйлап табыусыһы (1986).
- Пучков Виктор Николаевич (1928), ғалим-геолог, Рәсәй Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (2000), геология‑минералогия фәндәре докторы (1978), профессор (1993). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999). II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы кавалеры.
- Вәхитов Радик Шакир улы (1948), ғалим-инженер, юғары мәктәп уҡытыусыһы, журналист, тарихсы. Техник фәндәр кандидаты (1975). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2008).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Зәйнәшев Үзбәк Нәзих улы (1919—19.05.1986), хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1950—1975 йылдарҙа Илеш районының колхоз (1962 йылдан XXII партсъезд исемендәге) рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. СССР-ҙың VI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ленин (1966), Октябрь Революцияһы (1979), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1973), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) һәм «Почёт Билдәһе» (1957) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Ҡәҙер ауылынан.
- Сәғәҙиев Зөлфәт Таһир улы (1949), хужалыҡ эшмәкәре. 1980—2003 йылдарҙа сауҙа предприятиеһы етәксеһе, Кушнаренко районы ҡулланыусылар йәмғиәте (райпоһы) рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре.
- Ишкинин Таһир Хабрахман улы (1964), журналист. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2009).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1935: Олег Табаков, СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1988).
- 1960: Шон Пенн, АҠШ актёры, кинорежиссёр һәм сценарист, «Оскар» һәм «Алтын глобус» премиялары лауреаты.
- 1970: Джим Курье, АҠШ спортсыһы, тенниссы, «Оло шлем» турнирҙарының дүрт тапҡыр еңеүсеһе, донъяның элекке беренсе «ракетка»һы.
- 1980: Лене Марлин, Норвегия йырсыһы.
- 1990: Рейчел Херд-Вуд, Британия актрисаһы.