16 ғинуар
көнө
16 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 16-сы көнө. Йыл аҙағына тиклем 349 көн ҡала (кәбисә йылында 350).
16 ғинуар | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
31 | ||||||
2022 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Дин көнө (ғинуарҙың өсөнсө йәкшәмбеһе).
- Ер: Ҡар (Спорттың ҡышҡы төрҙәре) көнө.
- Ҡайнар һәм әсе ризыҡ көнө.
- «Битлз» («The Beatles») көнө.
- АҠШ: Дин тотоу иреклеге көнө.
- Конго Республикаһы: Геройҙар көнө.
- БМО Боҙ туңдырыусылар көнө.
- АҠШ: Китап нәшерселәре көнө.
- Таиланд: Уҡытыусылар көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1712: Пётр I фарманы менән Рәсәй империяһында Хәрби инженер мәктәбе эш башлай. Хәҙер ул — А. Ф. Можайский исемендәге Хәрби инженер-космик университеты.
- 1909: Эрнест Генри Шеклтон экпедицияһы Ерҙең көньяҡ магнит полюсын аса.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Яныбай Хамматов (1925—28.09.2000), яҙыусы, дәүләт, хужалыҡ, партия һәм комсомол органдары эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1966 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985), Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1994), ВЦСПС һәм СССР Яҙыусылар союзы премияһы (1974), Ким Әхмәтйәнов исемендәге (1997) һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге (2001) премиялар лауреаты. Белорет районының почётлы гражданы.
- Шәйҙуллин Миҙхәт Иҙиәт улы (1925—6.05.2019), дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, разведка отделениеһы командиры, гвардия сержанты. 1966—1987 йылдарҙа СССР Госснабының Башҡортостан Баш территориаль идаралығы начальнигы, 1987—1997 йылдарҙа Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының Башҡортостан республика советы рәйесе. 1968—1990 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының биш саҡырылыш Юғары Советы, 1989—1991 йылдарҙа СССР Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. I дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Мишкә районының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Оло Шаҙы ауылынан.
- Андриевских Людмила Николаевна (1950), педагог, 1978 йылдан Мәсетле бала-ата-әсә пульмонологик шифаханаһы уҡытыусыһы, баш табип урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2004). Сығышы менән хәҙерге Төркмәнстандың Мары ҡалаһынан.
- Ғиниәтуллин Ғәбделйән Әүәл улы (1955), машиналар эшләү сәнәғәте ветераны. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Яңы Мөслим ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Смирнова Валентина Алексеевна (1896—10.10.1966), ғалим-оториноларинголог, йәмәғәтсе. 1935—1943 йылдарҙа Өфө ҡалаһының Ҡолаҡ, танау һәм тамаҡ ауырыуҙары клиник дауаханаһының баш табибы, 1937 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1946 йылдан ҡолаҡ, тамаҡ һәм танау ауырыуҙары кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1954—1959 йылдарҙа институт директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының III—V саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1946—1966 йылдарҙа Бөтә Союз оториноларингологтар йәмғиәтенең Башҡортостан филиалы рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1947), профессор (1947). РСФСР-ҙың (1957) һәм Башҡорт АССР-ының (1944) атҡаҙанған табибы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1952), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943). Ленин (1953), ике «Почёт Билдәһе» (1944, 1949) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Һарытау өлкәһенең Һарытау районы Козловка ауылынан.
- Бағышаев Зәйнулла Абдулғәлим улы (1946), ғалим-педагог, юғары хәрби мәктәп уҡытыусыһы, дәүләт эшмәкәре, эске эштәр органдары ветераны. 1967 йылдан СССР Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәре хеҙмәткәре; 1979 йылдан Эске ғәскәрҙәрҙең Һарытау юғары хәрби училищеһы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1992 йылдан — конституцион һәм административ хоҡуҡ кафедраһы начальнигы. 1997 йылдан Өфө юридик институты начальнигы урынбаҫары; 1999 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Фән, юғары һәм урта һөнәри белем буйынса дәүләт комитеты рәйесе, Рәсәй Федерацияһының III һәм IV саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты. Педагогия фәндәре докторы (2004), профессор (2004). II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы кавалеры (2006).
- Фәйзуллина Резеда Мансаф ҡыҙы (1956), ғалим-педиатр, аллерголог-иммунолог. 1992 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, бер уҡ ваҡытта 1996 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Һаулык һаҡлау министрлығының баш балалар аллергологы. 1998 йылдан Аллерголог-иммунологтарҙың Башҡортостан ассоциацияһы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2010) һәм мәғариф отличнигы (2017), Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2013).
- Мөнир Вафин (1961), журналист һәм шағир. «Толпар» журналының бүлек мөдире, бер үк ваҡытта «Азатлыҡ» радиоһы хәбәрсеһе. 2005 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015), Бәләбәй районының Динис Бүләков исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2011).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Таипов Шәһит Лотфулла улы (1937), нефть сәнәғәте ветераны, йәмәғәтсе. 1977 йылдан «Әлмәтнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы начальнигының капиталь төҙөлөш буйынса урынбаҫары; 1988—1998 йылдарҙа «Татнефть» берекмәһе капиталь төҙөлөш идаралығының начальник урынбаҫары, производство бүлеге начальнигы. ВЛКСМ-дың 15-се (1966) һәм 16-сы (1970) съездары делегаты. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1997). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1976). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Йүкәле Шишмә ауылынан.
- Калиев Юрий Алексеевич (1957), юғары мәктәп ветераны, ғалим-философ. 1983 йылдан Мари университеты (Йошкар-Ола) уҡытыусыһы, 2003 йылдан хәҙерге Башҡорт дәүләт университеты Бөрө филиалының философия һәм социаль иҡтисад фәндәре кафедраһы мөдире. Философия фәндәре докторы (2004), профессор (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Сабыҡ ауылынан.
- Мәғәфүров Рәмил Флүр улы (1957), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, ғалим-акушер-гинеколог. 2003—2019 йылдарҙа Өфө ҡалаһы 8-се клиник дауаханаһының баш табибы, бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре кандидаты (1994), доцент. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Краснокама районының почётлы гражданы (2017). Сығышы менән ошо райондың Яңы Ҡайынлыҡ ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Днепров Пётр Алексеевич (1919—23.07.1974), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, танк батальоны командиры урынбаҫары, гвардия майоры. Советтар Союзы Геройы (1945). Әрме хеҙмәтенә Өфө районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Мөслим районы Островка ауылынан.
- Ғәли Ибраһимов (1919—26.11.1989), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы. 1957 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының (1969) һәм РСФСР-ҙың (1979) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1983). 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) һәм «Почёт Билдәһе» (1986) ордендары кавалеры.
- Новиков Олег Валерьянович (1939—6.02.1990), архитектор, 1974 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1985). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1818: Шиһабетдин Мәржәни, татар мәғрифәтсеһе, фәлсәфәсе, тарихсы, дин әһеле, педагог, археолог, этнограф.
- 1934: Василий Лановой, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры. СССР-ҙың халыҡ артисы (1985), Ленин премияһы лауреаты (1980).
- 1934: Михаил Любарский (1950—28.05.2015), СССР һәм Рәсәй хирургы, лимфолог, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2014).