7 июль
көнө
7 июль — григориан стиле буйынса йылдың 188-се (кәбисә йылында 189-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 177 көн ҡала.
7 июль | |
![]() |
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Рәсәй: Хәрби дан көнө (Рәсәй империяһы флотының Чесмән алышында төрөк флотын еңеүе, 1770).
- Рәсәй: Иван Купала көнө.
- Соломон Утрауҙары: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Төбәк байрамдары
- Башҡортостан авиацияһы көнө.
- Төньяҡ Осетия — Алания: Республика көнө.
- Танзания: Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1770: 1768—1774 йылдарҙағы рус-төрөк һуғышындағы Чесмән алышында Рәсәй империяһы флотының төрөк флотын еңеүе.
- 1787: Өфөлә тәүге шәхси дарыухана асыла.
- 1920: Бельгияның ҙурлығы буйынса икенсе ҡалаһы Антверпенда Йәйге Олимпия уйындары башлана.
- 1940: Львов ҡалаһында Иван Франконың әҙәби музейы асыла.
- 1941: Өфө пехота училищеһы эш башлай.
- 1950: Англияның Фарнборо ҡалаһы янындағы авиасалонда донъялағы тәүге авиашоу үтә.
- 1985: Германия тенниссыһы 17 йәшлек Борис Беккер, Уимблдон теннис турнирында еңеү яулап, тарихтағы иң йәш чемпион була.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Гальперин Давид Самойлович (1925—1993), СССР журналисы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1958 йылдан «Ленинец» гәзитенең мөхәррир урынбаҫары, 1970—1993 йылдарҙа Башҡортостан Журналистар союзы идараһының яуаплы секретары. Сығышы менән хәҙерге Украинаның Черкассы өлкәһе Умань ҡалаһынан.
- Төхвәтов Миңлеғәли Бәҙретдин улы (1930), ғалим-математик. 1994—2011 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1991), профессор (1991). Үзбәк ССР-ының халыҡ мәғарифы отличнигы (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Теләш ауылынан.
- Байҡара Тунжер (1940), ғалим-тарихсы. 2009 йылдан Ушак университетының Төркиә тарихы кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (1971), профессор (1987). Фәнни тикшеренеүҙәре төрки телле халыҡтарҙың милли хәрәкәттәренә арналған. Әхмәтзәки Вәлиди тураһындағы китап авторы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының Зәки Вәлиди исемендәге премияһы лауреаты (1993). Сығышы менән хәҙерге Төркиәнең Ятаған ҡалаһынан.
- Лукьянов Валериян Михайлович (1960), спортсы, Өфө авиация институтының спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе; тренер. 1995 йылдан Октябрьский ҡалаһының «Электронефтегаз» спорт клубы, 2001 йылдан — «Спартак» спорт һауыҡтырыу комплексы директоры. Спорт ориентирлашыуы буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2002), СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1988). Хәрбиҙәр араһында СССР һәм донъя чемпионы (икеһе лә — 1990), «Социалистик илдәрҙең Дуҫлыҡ кубогы» халыҡ-ара ярыштары еңеүсеһе (1988).
- Ғиниәтуллина Светлана Ғәйнулла ҡыҙы (1975), театр актёры. 1997 йылдан Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театры актрисаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2008).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Андреев Кирилл Дементьевич (1901—2.01.1972), граждандар һуғышында ҡатнашыусы һәм Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар дивизияһының батальон парторгы, лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1943).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Алексеев Павел Фёдорович (1912—28.04.1985), СССР хәрби осоусыһы, подполковник. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
- Хунафин Саубан Нурлығаян улы (1937), ғалим-хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1987), профессор (1989). Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы. Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡортостан Республикаһының (1993) атҡаҙанған табибы. Рәсәй юғары мәктәбенең атҡҙанған хеҙмәткәре (2007). СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1967) һәм уйлап табыусыһы (1983). Сығышы менән Саҡмағош районы Яңы Ҡаръяуҙы ауылынан.
- Закиров Ринат Закир улы (1947), ғалим-зоотехник, хужалыҡ һәм партия эшмәкәре, банкир. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, доцент. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы, II дәрәжә Бөйөк Петр, Хаҡас Республикаһының «Хаҡасия алдындағы хеҙмәттәре өсөн» һәм «Изге эштәре өсөн» ордендары кавалеры. Сығышы менән Тәтешле районының Кәлтәй ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Яҡупов Нәзим Мөхәмәтйән улы (1928—20.02.2009), хәрби хеҙмәткәр һәм тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1956 йылғы Венгрия ваҡиғаларында ҡатнашыусы, гвардия подполковнигы. Советтар Союзы Геройы (1957). Тарих фәндәре докторы (1970), профессор (1972). Украина ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1987).
- Әмирова Гөлнара Ирнес ҡыҙы (1968), башҡорт театр актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2008).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Әхмәтшин Ҡәйүм Хәбибрахман улы (1909—10.11.1943), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яүгир, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия старшинаһы. Советтар Союзы Геройы (1944).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1860: Густав Малер, Австрия композиторы.
- 1882: Янка Купала, белорус әҙәбиәте классигы, шағир, драматург, публицист.
- 1887: Шагал Марк Захарович, Рәсәй, белорус һәм француз рәссамы.
- 1980: Мишель Кван, АҠШ фигурисы, биш тапҡыр донъя чемпионы.