14 октябрь
көнө
14 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 287-се көнө (кәбисә йылында 288-се). Йыл аҙағына тиклем 78 көн ҡала.
14 октябрь | |
![]() |
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1851: Англияның «Рейтер» мәғлүмәт хеҙмәте ойошторола.
- 1860: Санкт-Петербургта Мариин опера театры эш башлай.
- 1916: Пермь дәүләт университеты асыла.
- 1924: Тажик Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы ойошторола.
- 1926: Лондонда Алан Милндың «Винни-Пух» китабы сыға.
- 1934: Мәскәүҙә беренсе метро поезы һынау үтә.
- 1962: Кариб көрсөгө башлана.
- 1964: Леонид Брежнев КПСС Үҙәк Комитетының Генераль секретары итеп һайлана.
- 2010: Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алыу башлана.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Әбдрәшитов Сабур Әбдрәшит улы (1925—1995), ғалим-агрохимик. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1958—1990 йылдарҙа Башҡортостан игенселек һәм баҫыу культуралары селекцияһы ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1965 йылдан — лаборатория, 1981—1990 йылдарҙа бүлек мөдире. Биология фәндәре кандидаты (1958). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре 1980). II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Йүкәлекүл ауылынан.
- Валентин (донъяуи исеме Мищук Тимофей Адамович; 1940), дин әһеле, 1976—1979 йылдарҙа Өфө һәм Стәрлетамаҡ епискобы. Дини тәғлимәт кандидаты (1970). Митрополит (2004), архиепископ (1988), архимандрит (1976). Монахлыҡ ҡабул иткән (1969). Дуҫлыҡ (2010), 2-се дәрәжә Преподобный Сергий Радонежский (1983), 2-се дәрәжә Изге благоверный Мәскәү кенәзе Даниил (2000), 3-сө дәрәжә Преподобный Серафим Саровский (2006), Изге апостолдар Пётр һәм Павел (1985, Антиохия православие сиркәүе) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Белоруссияның Брест ҡалаһынан.
- Фирҙәүес Бәширова (1945), дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, шағир. 1991—1998 йылдарҙа Татарстан Республикаһы Президенты аппараты милләт-ара мөнәсәбәттәр бүлегенең баш референты; 1998—1999 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Төбәк һәм милли сәйәсәт министрлығының Татарстан Республикаһы буйынса баш белгесе. 1998 йылдан Татарстан Республикаһы башҡорттарының милли мәҙәни автономияһы етәксеһе; 2002 йылдан Татарстан Республикаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе. 1997 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы (2002). Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2005).
- Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина (1945), педагог, яҙыусы, тәржемәсе. 1997—2007 йылдарҙа Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының өлкән уҡытыусыһы. 1996 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2011), Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1993). Көйөргәҙе районы хакимиәтенең Баязит Бикбай исемендәге премияһы лауреаты (2014).
- Әйүпова Регина Рифат ҡыҙы (1995), спортсы. 2004 йылдан рус һәм халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәйҙең йәштәр (юниорҙар) йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәй чемпионатының бронза призёры (2012).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ғабдулла Әхмәтшин (1921—25.05.1984), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусы, журналист, драматург һәм тәржемәсе. 1951 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1941 йылдан — КПСС ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1981). Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1945).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ломков Василий Миронович (1932—2006), Благовещен районы Димитров исемендәге колхоздың элекке механизаторы, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордендары кавалеры.
- Матвеев Александр Николаевич (1957), «Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы» муниципаль унитар предприятиеһы начальнигы. Рәсәй Федерацияһының почётлы ҡала электр транспорты һәм Башҡортостан Республикаһының почётлы транспорт хеҙмәткәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Шакирова Валентина Николаевна (1958), журналист, Журналистар союзы ағзаһы. Баҡалы районының «Бакалинские зори» гәзите мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ҡужәхмәтов Григорий Ғилмийәр улы (1939—16.05.2015), ғалим-ботаник. 1973—2012 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2002—2008 йылдарҙа экология кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (2000), профессор (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районы Көркәк ауылынан.
- Әхмәров Рәмзис Рәшит улы (1949), мәҙәниәт өлкәһе эшмәкәре. 2014 йылға тиклем Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының Уҡыу театры директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1999).
- Ишмөхәмәтов Сафа Вафа улы (1959), уҡытыусы, партия, юғары мәктәп һәм дәүләт хеҙмәткәре. 2013 йылдан Сибай ҡалаһы ҡала округының территориаль һайлау комиссияһы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздары ағзаһы. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү (2001) һәм Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы (2005) хеҙмәткәре. Сығышы менән Сибай ҡалаһынан.
- Рәйес Түләк (1959—31.03.2007), шағир, уҡытыусы, журналист. 1992 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1995).
- Хөсәйенова Гөлнур Рауил ҡыҙы (1959), ғалим-фольклорсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1983 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, 2002 йылдан — бүлек мөдире. Филология фәндәре докторы (2017). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Ҡунаҡбай ауылынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1817: Фёдор Ушаков, Рәсәй Империяһы хәрби эшмәкәре, адмирал.
- 1940: Генрих Кайзер, Германия физигы.
- 1958: Николай Заболоцкий, СССР шағиры.
- 1995: Тәлиғә Бикташева, башҡорт театр актёры, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1955).